Тал Ҡусҡары
Тал Ҡусҡары (рус. Тал-Кускарово) — Башҡортостандың Әбйәлил районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 464 кеше[1]. Почта индексы — 453614, ОКАТО коды — 80201819005.
Ауыл | |
Тал Ҡусҡары Тал Ҡусҡары | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Халыҡ һаны
үҙгәртергәХалыҡ иҫәбе | ||
---|---|---|
2002[2] | 2009[2] | 2010[3] |
381 | ↗482 | ↘464 |
- Милли составы
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса башҡорттар (99 %)[4].
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 464 | 238 | 226 | 51,3 | 48,7 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
үҙгәртергәУрамдары
үҙгәртергә- Бейеш батыр урамы (рус. Бииш Батыра (улица))
- Тау урамы (рус. Горная (улица))
- Исаак Пеннер урамы (рус. Исаака Пеннера (улица))
- Ҡыҙыл урамы (рус. Кизильская (улица))
- Клуб урамы (рус. Клубная (улица))
- Йәштәр урамы (рус. Молодежная (улица))
- Салауат Юлаев урамы (рус. Салавата Юлаева (улица))
- Соколов урам (рус. Соколова (улица))
- Төҙөлөш урамы (рус. Строительная (улица))[5]
Ауыл тарихы
үҙгәртергәҠыҙыл йылғаһы буйында урынлашҡан Ҡусҡар ауылында XIX быуатта 17 ихата була, унда 100 кеше йәшәй. X ревизияла 320 кеше күрһәтелгән. 40 ихата булды. 1866—1910 йылдарҙа айырылып сыҡҡан ғаиләләр тағы ике ауыл барлыҡҡа килтерә. 1920 йылда 1-се Ҡусҡарҙа (Иҙәш-Тамаҡ) 17 ихата була, унда 126 кеше йәшәй, 2-се Ҡусҡарҙа (Талморон) 34 йортта 176 кеше, 3-сө Ҡусҡарҙа (Орсоҡтамаҡ) 14 ихата һәм 56 кеше йәшәй. Бер-береһенән бер саҡрым алыҫлыҡта урынлашалар. Бөгөн улар Тал-Ҡусҡар, Иҙәш Ҡусҡары тип атала. Өсөнсө ауыл хәҙер юҡ.
Тәүге төпләнеүсе хорунжий Ҡусҡар Мәхмүтов 1789 йылда завод хужаһы Демидовҡа улустың аҫаба ерҙәрен ҡуртымға биреүҙә ҡатнашыуы менән билдәле. VIII ревизия буйынса уның улдары Шағыр, Исхаҡ, Исмәғил, Йәмил тере була, улар 60 йәштән өлкән була. Шағырҙың улы Исраил.
Наполеонды тар-мар итеүгә ҡусҡарҙар ҙа булышлыҡ итә. Иҫәнбай Иштәкәев һәм Ишмөхәмәт Ишемов ҡаһарманлыҡтары өсөн «1814 йылдың 19 мартында Парижды алған өсөн» һәм «1812 йылдағы Ватан һуғышы иҫтәлегенә» наградалары менән бүләкләнә.
Ҡусҡар — данлыҡлы, тарихи «Бейеш батыр» йыры геройының тыуған ере. Легендала Бейештең байҙарҙы, кантон башлыҡтарын, завод хужаларын талауы, ә ярлыларҙы һәм ярлыларҙы яҡлауы хикәйәләнә. Халыҡ бурыслы ҡалмай: батырҙы ашата һәм йәшерә[6].
Ҡусҡарҙар башлыса эре мөгөҙлө мал көткән. 231 кеше йәшәгән 34 хужалыҡта 200 ат, 150 һыйыр, 80 һарыҡ һәм 90 кәзә була. Игенселек бөтөнләй тиерлек шөғөлләнмәгәндәр. Ҡусҡарҙар тарафынан XIX быуаттың 40-сы йылдар башында бөтәһе 24 бот ҡыш һәм 304 бот яҙғы икмәк сәселә[7].
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Бейеш батыр Ишкинин[8]
- Мөнирә Кирәева — РФ мәғарифы отличнигы, журналист, яҙыусы, «Йәйғор» әҙәби ойошмаһы ағзаһы
Рәсемдәр
үҙгәртергә-
Тал Ҡусҡары
-
Ямғырҙан һуң
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ 2,0 2,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йыл 4 март архивланған..
- ↑ Улицы
- ↑ https://ba.wikipedia.org/wiki/Бейеш_(йыр)
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 35. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ https://ba.wikipedia.org/wiki/Бейеш_(йыр)
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |