Гладышева Светлана Алексеевна

совет һәм Рәсәй спортсыһы

Гладышева Светлана Алексеевна (13 сентябрь 1971 йыл) — СССР һәм Рәсәй тау саңғысыһы, супергигантта 1994 йылғы Лиллехаммер Олимпиадаһы вице-чемпионы, тауҙан тиҙлекле төшөүҙә 1991 йылғы донъя чемпионатының бронза призёры. Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (1994). Почёт (2014), Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы (1994) ордендары кавалеры.

Гладышева Светлана Алексеевна
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 13 сентябрь 1971({{padleft:1971|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (52 йәш)
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, СССР
Һөнәр төрө тау саңғысыһы
Масса 73 килограмм
Спорт төрө Тау саңғыһы спорты[1]
Ҡатнашыусы Зимние Олимпийские игры 1992[d], Ҡышҡы Олимпия уйындары 1998[d] һәм Горнолыжный спорт на зимних Олимпийских играх 1994 — супергигант (женщины)[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Почёт ордены Халыҡтар Дуҫлығы ордены
Бейеклеге/буйы 175 сантиметр
 Гладышева Светлана Алексеевна Викимилектә

Рәсәй спорты тарихында тау саңғыһы спортында ике олимпия призёрының береһе. Икенсеһе — 1956 йылда Кортина-д’Ампеццола слаломда бронза награда алған Евгения Сидорова.

Рәсәй спорты тарихында ҡатын-ҡыҙҙар араһында Донъя кубогы этаптарындағы ике еңеүсенең береһе. Икенсеһе — Варвара Зеленская.

Красная Полянала тау саңғыһы курортын асыу тантанаһында

Биографияһы үҙгәртергә

Светлана Алексеевна Гладышева 1971 йылдың 13 сентябрендә Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә тыуған. Тау саңғыһы менән 10 йәшендә шөғөлләнә башлай[2].

1987 йылдың мартында Кировск ҡалаһынан Өфөгә ҡайта һәм ата-әсәһенә мәктәпте тамамлағас та, Львовҡа китәсәге һәм спорт менән шөғөлләнәсәге тураһында белдерә. 1987 йылдың 27 июлендә 15 йәшендә Өфөнән[3] Львовҡа тренер Игорь Петрович Скрябинға китә, ул Светлананы шыуыу техникаһына өйрәтә. Һөҙөмтәлә 1987 йылдың декабрендә Алма-Аталағы Бөтә Союз ярышында икенсе урынды яулай һәм СССР йыйылма командаһы тренерҙарының иғтибарын йәлеп итә.

Спорт карьераһы үҙгәртергә

1990-сы йылдар башында Светлана донъя юниорҙары кимәлендә уңышлы сығыш яһай — 1990 йылда тауҙан тиҙлекле төшөү буйынса юниорҙар араһындағы донъя беренселегендә еңеүгә өлгәшә, ә супергигантта көмөш миҙалға лайыҡ була. Советтар Союзында өлкәндәр араһында ла уға тиңдәр булмай — 18 йәшендә тауҙан тиҙлекле төшөүҙә Союз беренселегендә еңә. Светлана БДБ һәм Рәсәй беренселектәрендә лә еңеүҙәргә өлгәшә, Европа кубогы этаптарында бер нисә тапҡыр призлы урындар яулай, 1992 йылда дөйөм иҫәптә еңеүсе була.

1991 йылдың ғинуарында Австрияның Зальбах ҡалаһында үткән донъя чемпионатында 19 йәшлек совет тау саңғысыһы Светлана Гладышева тауҙан тиҙлекле төшөүҙә бронза миҙал ала, ул Австрия спортсыһы Петра Кронбергерҙан һәм француз ҡыҙы Натали Бувьенан ғына ҡалыша (Бувье Светлананан 0,07 секундҡа ғына өлгөрөрәк булып сыға). Шуныһы ҡыҙыҡ: өс призёрҙың да карьераһында был миҙалдар донъя чемпионатында яуланған берҙән-бер награда була.

Бөгөнгө көнгәсә Рәсәйҙең башҡа бер спортсыһына ла донъя тау саңғыһы беренселегендә награда яулау насип булмай.

1992 йылда Альбервилдәге Олимпиадала Гладышева, Берләштерелгән команда өсөн сығыш яһап, тауҙан тиҙлекле төшөүҙә 8-се урын ала.

1994 йылда Лиллехаммерҙа Светлана Гладышева СССР һәм Рәсәй тау саңғысыларының Олимпиадаларҙа сығыштары тарихында иң юғары уңышҡа өлгәшә: супергигантта көмөш награда яулай. 15 февралдә Квитфьеллдәге олимпия трассаһында Светлана, иң көслөләрҙән һуң 35-се номер аҫтында стартҡа баҫып, көтмәгәндә Изольде Костнер (бронза), Пернилла Виберг (4-се урын), Анита Вахтер (9-сы урын), Дебора Компаньони (17-се урын), Кароль Мерль (19-сы урын) кеүек танылған оҫталарҙы уҙып китә. Тик беренселекте алған Америка спортсыһы Дайанн Рофф ҡына Рәсәй спортсыһынан шәберәк шыуа. Олимпиада йомғаҡтары буйынса Светланаға атҡаҙанған спорт мастеры исеме бирелә, шулай уҡ ул Халыҡтар Дуҫлығы ордены менән наградлана һәм был ордендың һуңғы кавалерҙарының береһе була.

Донъя кубоктарындағы берҙән-бер еңеүен Гладышева 1996 йылдың 7 декабрендә Америкалағы Вейлда супергигантта яулай, Пернилла Вибергты 0,21 секундҡа үтә. Светлана Донъя кубогы этаптарында бөтәһе 102 тапҡыр ҡатнаша, тағы ике тапҡыр подиумға күтәрелә: тауҙан тиҙлекле төшөүҙә Канадалағы Лейк Луизда 1991 йылда һәм Австрияның Шрунс төбәгендә 1992 йылда өсөнсө урынды яулай.

Карьераһын 1998 йылда тамамлай.

Административ эштә үҙгәртергә

2010 йылдың 31 мартында Рәсәйҙең Тау саңғыһы спорты һәм сноуборд федерацияһы президенты вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнә[4].

2010 йылдың 14 майында Рәсәйҙең Тау саңғыһы спорты һәм сноуборд федерацияһы президиумының бер тауыштан ҡабул ителгән ҡарары менән Светлана Гладышева был Федерацияның президенты итеп раҫлана[5].

Ҙур ярыштарҙағы һөҙөмтәләре үҙгәртергә

Донъя чемпионаттары үҙгәртергә

Донъя чемпионаты


Тауҙан тиҙлекле төшөү Супергигант Гигант

слалом

Слалом Комбинация
1991 Зальбах  
1993 Мориока 16 30
1996 Сьерра-Невада 17 31 25 21
1997 Сестриере 19 14 2

Донъя кубогы этаптарындағы призлы урындар (3) үҙгәртергә

Миҙгел Дата Үткәреү урыны Дисциплина Урын
1 1990/91 9 мар 1991   Лейк Луиз Тауҙан тиҙлекле төшөү  
2 1991/92 11 ғин 1992   Шрунс Тауҙан тиҙлекле төшөү  
3 1996/97 7 дек 1996   Вейл Супергигант  

Бүләктәре үҙгәртергә

Ғаиләһе үҙгәртергә

Екатерина исемле һеңлеһе бар.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә