7 май
көнө
(7 Май (Һабанай) битенән йүнәлтелде)
7 май — григориан стиле буйынса йылдың 127-се (кәбисә йылында 128-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 238 көн ҡала.
7 май | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
7 май Викимилектә |
← май → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | ||
6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 |
13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 |
20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 |
27 | 28 | 29 | 30 | 31 | ||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ер: Астрономия көнө.
- Асыҡ тәҙрәләр көнө.
- Ғаиләлә тигеҙлек көнө.
- Күңел асыу көнө.
- Пилотһыҙ осоусы аппараттар көнө.
- Тынлы еҙ музыка ҡоралы — туба көнө.
- АҠШ: Туризм көнө.
- Лимонад көнө.
- Фитнес көнө.
- Дания: Доға көнө.
- Канада: Балалар һәм үҫмерҙәрҙең психик сәләмәтлеге көнө.
- Лимонад көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Ҡораллы Көстәр ойошторолған көн.
- Шотландия: Яҙ көнө.
- Ер: Ҡатын-ҡыҙ уҙышсылар көнө.
- Урам музыканттары көнө.
- АҠШ: Бала ҡараусы көнө.
- Бангладеш: Инженерҙар көнө.
- Беларусь: Радио, телевидение һәм элемтә хеҙмәткәрҙәре көнө.
- Ҡаҙағстан: Ватанды һаҡлаусылар көнө.
- Ҡырғыҙстан Тажикстан: Элемтә хеҙмәткәрҙәре көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Радио көнө — элемтәнең барлыҡ тармаҡ хеҙмәткәрҙәре байрамы.
- Президент полкы көнө.
- Хәрби Диңгеҙ Флоты элемтәселәре һәм радиотехник хеҙмәт белгестәре көнө.
- Яза башҡарыу федераль хеҙмәтенең енәйәт-башҡарыу инспекциялары хеҙмәткәрҙәре көнө.
- 1755: Ҡыҙыл майҙандағы хәҙерге Дәүләт тарих музейы урынында булған Дарыухана бинаһында Мәскәү дәүләт университеты эшләй башлай.
- 1780: Рәсәй императоры Екатерина II Санкт-Петербург ҡалаһы гербын рәсми раҫлай.
тулы исемлек
- 1895: Рәсәй империяһы физигы һәм электротехнигы Александр Попов Санкт-Петербургта үҙе уйлап сығарған радионы эшләтеп күрһәтә.
- 1940: Мәскәү дәүләт университетына Михаил Ломоносов исеме бирелә.
- 1943: Өфөлә махсус хеҙмәт күрһәтеү комбинаты эшләй башлай.
- 1945: Францияның Реймс ҡалаһында урындағы ваҡыт менән төнгө 2 сәғәт 41 минутта Германияның ҡаршылыҡһыҙ капитуляцияһы тураһындағы актҡа ҡул ҡуйыла.
- 1960: Михаил Таль шахмат буйынса донъяның 8-се чемпионы титулын яулай.
- 1960: СССР-ҙа ете сәғәтлек эш көнө индереү тураһында закон ҡабул ителә.
- 1985: СССР Министрҙар Советы «Эскелек һәм алкоголизмды бөтөрөү, самогон ҡыуыуҙы туҡтатыу саралары тураһында» 410-сы ҡарар ҡабул итә.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
үҙгәртергә0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Кузнецов Георгий Иванович (1900—20.04.1979), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, инженер-сапёр бригадаһының отделение командиры. Дан орденының тулы кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ейәнсура районы хәҙер бөткән Бармаҡ утарынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Ғәлимуллина (Хәбибуллина) Рәйсә Ғәли ҡыҙы (1931—6.09.2000), йырсы (сопрано), вокал буйынса педагог. 1954 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, 1957—1980 йылдарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы; бер үк ваҡытта 1971 йылдан хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1994 йылдан яңғыҙ йырлау һәм операға әҙерлек кафедраһы мөдире. Профессор (1995). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1998), Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1974).
- Нәҙершин Альберт Сәхәп улы (1951), хеҙмәт ветераны, ғалим-тау инженеры-электрик, йәмәғәтсе. 1985 йылдан Өфөләге Торлаҡ ремонтлау-эксплуатациялау производство тресы идарасыһы, 1992 йылдан – Торлаҡ хужалығы һәм инженер тәьминәте идаралығы начальнигы; 1997–2006 йылдарҙа «Уфагаз» предприятиеһы директоры; 2015 йылдан Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының өсөнсө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Техник фәндәр докторы (2003), профессор (2008). Башҡортостан Республикаһы хеҙмәтләндереү тармағының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1996), Рәсәй Федерацияһының яғыулыҡ энергетика комплексының почётлы хеҙмәткәре (2002). Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2005). Дуҫлыҡ ордены кавалеры (2004). Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһының Лениногорск ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Канбекова Нәзихә Шәмси ҡыҙы (1932), педагог. Архангел районының Архангел ауылындағы 1-се урта мәктәп ветераны. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1982).
- Янборисов Роберт Абдулла улы (1932—8.08.1999), ғалим-философ, хәрби хеҙмәткәр, 1-се ранг капитаны. 1951 йылдан СССР Хәрби диңгеҙ флоты хеҙмәткәре; 1975 йылдан Ленинград Хәрби диңгеҙ академияһы, 1978 йылдан – Башҡорт дәүләт медицина институты уҡытыусыһы; 1980 йылдан СССР Фәндәр академияһы Алыҫ Көнсығыш бүлексәһенең Алыҫ Көнсығыш халыҡтары тарихы, археологияһы һәм этнографияһы институтының (Владивосток ҡалаһы) бүлек мөдире, директор урынбаҫары. 1988 йылдан (өҙөклөктәр менән) Өфөләге Социаль- иҡтисади тикшеренеүҙәр институтының бүлек мөдире, 1996—1999 йылдарҙа — баш ғилми хеҙмәткәр. Сығышы менән Мәскәү ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Манапов Ирек Усман улы (1947), инженер-механик. 1966 йылдан Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе инженеры, 1988 йылдан — баш технолог, 2002 йылдан — баш инженер. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе (2005). Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2009). 2-се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы менән бүләкләнеүсе (2000).
- Моталова Миңлебикә Иҙрис ҡыҙы (1952), педагогик хеҙмәт ветераны. 1969 йылдан Хәйбулла районы мәктәптәре уҡытыусыһы; 1982 йылдан район мәғариф бүлеге методисы, 1988 йылдан — кадрҙар буйынса инспектор; 1998—2008 йылдарҙа «Бәпембә» балалар баҡсаһы мөдире. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1985). Сығышы менән ошо райондың Йәнтеш ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Сафиуллин Ғиндулла Ғиззәтулла улы (1933—2016), механизатор. 1951—1991 йылдарҙа Дәүләкән районы Ленин исемендәге колхоз тракторсыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1979), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы механизаторы (1966). Дәүләкән ҡалаһы һәм районының почётлы гражданы (2008). Сығышы менән ошо райондың Волга ауылынан.
- Лоҡманов Илнур Флүр улы (1983), драма артисы, йырсы. 2005 йылдан Башҡортостан Республикаһының Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актёры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2018).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Черняев Александр Михайлович (1934—18.08.2004), гидрогеолог-[[[фән|ғалим]]. 1956—1958 йылдарҙа Көньяҡ Урал территориаль геология идаралығының гидрогеолог-инженеры, 1958—1961 йылдарҙа партия начальнигы. Геология-минералогия фәндәре кандидаты (1966), техник фәндәр докторы (1990). Рәсәйҙең атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1992). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1974). Сығышы менән Брянск ҡалаһынан.
- Ғәлимов Ирек Миңлевәли улы (1959), элемтәсе-инженер. 2012—2022 йылдарҙа Рәсәй Федераль почта элемтәһенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралыҡ директоры. Рәсәйҙең атҡаҙанған элемтә һәм мәғлүмәт хеҙмәткәре (2022), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған элемтәсеһе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районынан.
Дөйөм исемлек
үҙгәртергә- 1833: Йоһаннес Брамс, Германия композиторы.
- 1840: Адольф Павинский, Польшаның ғалим-тарихсыһы, архивсы, Варшава университеты профессоры.
тулы исемлек
- 1840: Пётр Ильич Чайковский, Рәсәй империяһы композиторы, педагог, музыка һәм йәмәғәт эшмәкәре.
- 1861: Рабиндранат Тагор, Һиндостан яҙыусыһы, шағир, композитор, рәссам һәм йәмәғәт эшмәкәре.
- 1892: Иосип Броз Тито, дәүләт эшмәкәре, 1945—1980 йылдарҙа Югославия етәксеһе.
- 1901: Гэри Купер, АҠШ актёры.
- 1925: Лев Мирский, СССР һәм Рәсәй кинорежиссёры, актёр. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
- 1930: Анатолий Лукьянов, ғалим-хоҡуҡ белгесе, СССР-ҙың партия һәм дәүләт эшмәкәре, Рәсәй сәйәсмәне.
- 1930: Игорь Безродный, СССР музыканты, скрипкасы, дирижёр һәм педагог.
- 1980: Зөһрә Шәрифуллина, йырсы, Татарстандың халыҡ артисы.
- 1980: Ким Нам Сун, Төньяҡ Корея спортсыһы, уҡ атыуҙа 2000 йылғы Олимпия уйындары чемпионы.
- 1948: Баймырҙин Ғаяз Исламетдин улы, Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, лётчик, гвардия майоры (1943), Советтар Союзы Геройы (1944).