Хәйбуллин Ишморат Нәзир улы
Хәйбуллин Ишморат Нәзир улы, шулай уҡ Ишморат хәҙрәт булараҡ билдәле (4 декабрь 1977 йыл) — дин әһеле, психолог, ғәрәп теле белгесе, тәржемәсе. Рәсәй мосолмандары араһында ғәрәп теле буйынса хеҙмәттәре, ислам нигеҙҙәре буйынса аудиолекциялары менән билдәле.
Хәйбуллин Ишморат Нәзир улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй |
Тыуған көнө | 4 декабрь 1977 (46 йәш) |
Тыуған урыны | Мәҫкәү, Наурыҙ ауыл Советы (Учалы районы), Учалы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | ғәрәб теле белгесе, тәржемәсе, психолог, дин әһеле, публицист |
Биләгән вазифаһы | Хатип |
Уҡыу йорто |
Әл-Әзһәр университеты Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты |
Әүҙемлек урыны | Уральск һәм Яңы Оҙонгүл |
Ҡатнашыусы | События в Куштау[d] |
Сәнғәт йүнәлеше | Сөнниҙәр |
Мәзһәб | Хәнәфи мәҙһәб |
Биографияһы
үҙгәртергәИшморат Нәзир улы Хәйбуллин 1977 йылдың 4 декабрендә Башҡорт АССР-ы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы) Учалы районының Мәҫкәү ауылында тыуған.
1985 йылдан Учалы районының Урал, 1988 йылдан — Озерный урта мәктәптәрендә, 1993—1995 йылдарҙа Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында уҡый.
1995—2004 йылдарҙа Мысырҙың Ҡаһирә ҡалаһында «Әл-Әзһәр» Халыҡ-ара ислам университетында уҡый, педагогия факультетының ғәрәп теле бүлеген тамамлай. Шулай уҡ Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының психология факультеты магистратураһын тамамлаған.
2004—2005 йылдарҙа Күгәрсен районы Тәүәкән ауылы мәсетендә имам-хатиб булып эшләй.
2005—2009 йылдарҙа Өфө ҡалаһының «Фәләк» төбәк йәмәғәт ойошмаһының имам-хатибы.
2013—2019 йылдарҙа — «Ваҡыт!» гәзите мөхәррире.
2019 йылдан китаптар тәржемә итеү, мөхәрриләү, интернет селтәре аша онлайн дәрестәр биреү менән шөғөлләнә[1].
Китаптары
үҙгәртергә- Ғәрәп теле грамматикаһы. Ҡыҫҡаса аңлатма (рус.)
- Ғәрәп теленең стилистикаһы (рус.)
- Ғәрәпсә нисек һөйләшергә (рус.)
- Тажвид. Ҡыҫҡаса аңлатма (рус.)
- Йәджүж һәм Мәджүж. Ер йөҙөнән килеүселәр, 2014, 121 бит. (рус.)
- Иман дәрестәре (яңы башлаусыларға Ислам тураһында рус, башҡорт, татар телендә китап)
- Йома вәғәздәре (башҡорт һәм татар телендә китап)
- Тәржемәләре