Әсхәҙуллин Әхмәт Мөхтәр улы
Әсхәҙуллин Әхмәт Мөхтәр улы (4 апрель 1895 йыл — 27 ноябрь 1937 йыл) — Башҡортостандың дәүләт эшмәкәре.
Әхмәт Мөхтәр улы Әсхәҙуллин | ||
| ||
---|---|---|
30.08.1929 — 25.02.1931 | ||
Алдан килеүсе: | Григорьев Григорий Венедиктович | |
Дауамсы: | Йомаҡаев Йософ Саҙретдин улы | |
| ||
Тыуған: | 4 апрель 1895 Көйөк ауылы, Байғужа улусы, Бөрө өйәҙе, Өфө губернаһы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Яңауыл районы) | |
Үлгән: | 27 ноябрь 1937 (42 йәш) Өфө, Башҡорт АССР-ы | |
Ҡатыны: | Кәфиә Хәйретдин ҡыҙы | |
Партия: | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Биографияһы
үҙгәртергәӘхмәт Мөхтәр (Мөхтәрулла) улы Әсхәҙуллин 1895 йылдың 4 апрелендә Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Байғужа улусының (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Яңауыл районының) Көйөк ауылында урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуған[1]. Милләте — башҡорт[2][3].
15 йәшенән йәйен ауыл байҙарында эшләй, ә ҡыштарын Ишбулды ауылы йәмиғ мәсете янындағы мәҙрәсәлә белем ала. 1913 йылда атаһы рөхсәт бирмәһә лә Уҫы өйәҙенең Әргәж[4] башланғыс училищеһында уҡый башлай[1].
1915 йылда хәрби хеҙмәткә алына, Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша. 1917 йылдың апрелендә Румыния фронтында уға полк муллаһы вазифаһы бирелә. Дивизиондың мосолман хәрби комитетына ағза итеп һайланып, Ҡазанға II Бөтә Рәсәй мосолмандары съезында ҡатнашыу өсөн юлға сыға, әммә юлда Октябрь революцияһы хаҡында ишеткәс, Өфөгә юллана. Бөрөгә килеп бында уҡытыусылар курсында уҡый башлай[1].
1918 йылдың февралендә Бөрөлә совет власын урынлаштырыуҙа ҡатнаша, аҙаҡ Байғужаға улус башҡарма комитетын ойоштороуға ебәрелә, милиция начальнигы итеп тәғәйенләнә, хәрби дружинаға етәкселек итә. Граждандар һуғышында Азин отряды составында ҡатнаша. Бер аҙ ваҡыт тыуған ауылына ҡайтып уҡытыусы булып эшләй, 1919 йылдың февралендә Көнсығыш фронтының 2-се армияһы Азин дивизияһы составында йәнә һуғыштарҙа ҡатнаша[1].
Демобилизацияланғас Байғужа улусы башҡарма комитетының ағзаһы, һуңыраҡ уның рәйесе итеп һайлана. 1923—1925 йылдарҙа Бөрө кантонының халыҡ мәғарифы инспекторы булып эшләй. 1925 йылда Бөрө кантонының финанс бүлеге мөдире урынбаҫары итеп тәғәйенләнә, аҙағыраҡ 1928 йылға ҡәҙәр был бүлектең мөдире була. Ошо осорҙа Бөрө кантоны башҡарма комитеты һәм партия комитеты ағзаһы, ә 1928 йылдың 7 июлендә Бөрө кантоны башҡарма комитеты рәйесе итеп һайлана[1].
1929 йылдан Башҡорт АССР-ының финанс халыҡ комиссары, ә 1931 йылдан ер эштәре халыҡ комиссары вазифаларын башҡара. Шул уҡ ваҡытта Башҡорт АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советы рәйесенең икенсе урынбаҫары вазифаһын биләй[1].
1932 йылдан ВКП (б)-ның өлкә комитетының тәьминәт буйынса яуаплы сәркәтибе, бер үк ваҡытта өлкә комитеты ағзаһы булып тора. 1934 йылда шул уҡ комитеттың совет-сауҙа бүлеге етәксеһе итеп һайлана. 1935 йылдың 1 февралендә Башҡортостан халыҡ комиссарҙары советының Ер эштәре халыҡ комиссары итеп раҫлана[1].
1937 йылдың 14 авгусында ҡулға алына. Шул уҡ йылдың 15 ноябрендә СССР Енәйәт кодексының 58-2, 58-8, 58-10 статьялары буйынса ғәйепләнеп иң юғары язаға хөкөм ителә. 1937 йылдың 27 ноябрендә атыла. 1956 йылда аҡлана[3].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 Ҡускилдин Д. Полк муллаһы // Ватандаш. — 1997. — № 5. — С. 119—125. — ISSN 1683-3554.
- ↑ Үҙенең сығышы хаҡында былай итеп яҙа:«Олатайым да, атайым да, әсәйем дә башҡорт минең.»
— Ҡускилдин Д. Полк муллаһы // Ватандаш. — 1997. — № 5. — С. 120. — ISSN 1683-3554.
- ↑ 3,0 3,1 Книга памяти жертв политических репрессий Республики Башкортостан. Т. 1: А—В.//Ред. кол.: Ишмуратов Х. Х., Аралбаев К. А., и др. — Уфа: Китап. 1997. — 464 с. (в формате PDF: с.197.)
- ↑ Евгений Николаевич Шумилов Аряж, Куединский район // Пермский край: энциклопедия.