Бикбов Мөхәррәм Мөхтәрәм улы
Бикбов Мөхәррәм Мөхтәрәм улы (4 апрель 1957 йыл) — офтальмолог, юғары категориялы табип. Медицина фәндәре докторы (1998), профессор (2009). Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Өфө күҙ ауырыуҙары фәнни-тикшеренеү институты директоры. Рәсәй Федерацияһының (2013) һәм Башҡортостан Республикаһының (1996) атҡаҙанған табибы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Президиумы ағзаһы.
Мөхәррәм Мөхтәрәм улы Бикбов | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны | |
Ил | |
Ғилми даирәһе |
офтальмология |
Эшләгән урыны |
Өфө күҙ ауырыуҙары фәнни-тикшеренеү институты |
Альма-матер | |
Ғилми дәрәжәһе |
медицина фәндәре докторы |
Ғилми исеме |
профессор |
Ниндәй өлкәлә танылған |
офтальмолог |
Награда һәм премиялары |
«Башҡортостан Республикаһында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» отличие билдәһе |
Биографияһы
үҙгәртергәМөхәррәм Мөхтәрәм улы Бикбов 1957 йылдың 4 апрелендә Ырымбур өлкәһенең Октябрьский районы Иманғол ауылында тыуған[1].
1980 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлай. Уҡыған осорҙа, 1979—1980 йылдарҙа Өфө ҡалаһында Ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеү станцияһында фельдшер булып эшләй.
1980—1985 йылдарҙа Күмертау ҡалаһы дауаханаһында табип-ординатор, күҙ ауырыуҙары бүлеге мөдире була. 1985 йылдан Өфө күҙ ауырыуҙары фәнни-тикшеренеү институтының балаларҙың күреү һәләтен тергеҙеү хирургияһы бүлеге етәксеһе, 1998 йылдан — «Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Өфө күҙ ауырыуҙары фәнни-тикшеренеү институты» директорының иҡтисад һәм фәнни-производство эштәре буйынса урынбаҫары, 2006 йылдың ғинуарынан — институт директоры.
Мөхәррәм Бикбов 1991 йылда «Балаларҙа афакияны хирургик коррекциялауҙа эпикератофакия» тигән темаға кандидатлыҡ, ә 1998 йылда «Балаларҙың юғары дәрәжәле анизометропияһын коррекциялау» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.
Бикбов Мөхәррәм Мөхтәрәм улы Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш Баш офтальмологы, Рәсәй офтальмологтары йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк бүлеге идаралығы рәйесе, «Врач-офтальмологтарҙың ассоциацияһы» — Башҡортостан Республикаһы буйынса төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһының төбәк бүлеге Президенты, Рәсәй офтальмологтары йәмғиәтенең президиумы ағзаһы, Рәсәй офтальмологик клиникаларының етәкселәре Ассоциацияһының идара һәм Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы ағзаһы, катаракталь һәм рефракцион хирургтарҙың Европа йәмғиәте (ESCRS) ағзаһы, катаракталь һәм рефракцион хирургтарҙың Азия-Тымыҡ океан йәмғиәте (APACRS), катаракталь һәм рефракцион хирургтарҙың Америка йәмғиәте (ASCRS), Америка офтальмология академияһы ағзаһы (ААО), «Рәсәй офтальмология журналы», «Рәсәй педиатрия офтальмологик журналы»; «Катаракталь һәм рефракцион хирургия», «Ҡаҙағстан офтальмологик журналы», «Офтальмология донъяһы», «Рәсәй балалар офтальмологияһы» редакциялары советы ағзаһы, «Рефракцион хирургия һәм офтальмология» журналы редакция коллегияһы ағзаһы.
Фәнни эшмәкәрлеге
үҙгәртергәБикбов Мөхәррәм Мөхтәрәм улы етәкселегендә 5 доктор һәм 13 кандидат диссертацияһы яҡланған.
Ул 446 фәнни хеҙмәт, 12 монография авторы, Рәсәй Федерацияһының 79 патентына эйә һәм 12 методик рекомендация яҙған.
Хеҙмәттәре
үҙгәртергә- Балаларҙа рефракцион эпикератопластика (монография). «Ғилем» нәшриәте, Өфө — 2000
- Клиник офтальмологияла цитокиндар (монография), Өфө — 2008
- Орбита сирҙәренең комплекслы диагностикаһы (монография), Өфө — 2008
- Күҙ ауырыуҙарын һәм зыянлауын дауалағанда витреоретиналь хирургия (монография), Өфө — 2008
- Шифахана-курорт практикаһында тергеҙеү дауалауы эффектлығын күтәреүҙең ойоштороу аспекттары һәм механизмдары (монография), Өфө — 2008
- Балаларға артҡы камера линзаларын икенсел имплантация (монография), Өфө — 2009
- Рефракцион амблиопия. Балалар һәм үҫмерҙәрҙе хирургик һәм консерватив дауалау (монография), Өфө — 2010
- Балалар күҙенең придаточный аппараты гемангиомалары (клиника, диагностика, дауалау), (монография), Өфө — 2011
- Күҙҙең мөгөҙ ҡатлу (роговица) эктазияһы (патогенез, патоморфология, клиника, диагностика, дауалау), (монография), Мәскәү — 2011
- Күҙҙең селтәр ҡатлауының (сетчатка) беренсел ҡубарылыуы (монография), Мәскәү — 2012
- Глаукома. Милли ҡулланма (монография), Мәскәү — 2013
- Йәш буйынса макуляр дегенерация (монография), Мәскәү — 2013
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- «Башҡортостан Республикаһында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» отличие билдәһе (2017)[2][3].
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы
- Бөтөн Рәсәй йәш офтальмолог-ғалимдар конкурсы еңеүсеһе (1989, 1996)
- «Йыл ғалимы» Почетлы билдәһе (2010)
- Башҡортостан комсомолы премияһы лауреаты (1987)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Единый республиканский бизнес-портал.Бикбов Мухаррам Мухтарамович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 1 апрель 2019)
- ↑ Рустэм Хамитов вручил государственные награды Российской Федерации и Республики Башкортостан. ИА «Башинформ», 2017, 13 июля (рус.) (Тикшерелеү көнө: 16 июль 2017)
- ↑ СПИСОК награждённых государственными наградами Российской Федерации и Республики Башкортостан 2021 йыл 21 сентябрь архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 16 июль 2017)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Бикбов Мөхәррәм Мөхтәрәм улы — Башҡорт энциклопедияһы 2016 йыл 5 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 16 июль 2017)
- http://ufaeyeinstitute.ru/
- http://eye-portal.ru/bikbov-mm-ufa-eye-portal 2017 йыл 13 июнь архивланған.
- http://www.ufaeyeinstitute.ru/employees/employees_office_of_surgery/24.html 2013 йыл 7 декабрь архивланған.