Саҙретдинов Абрар Мәсәлим улы

Саҙретдинов Абрар Мәсәлим улы (4 апрель 1933 йыл) — дәүләт, йәмәғәт һәм юғары мәктәп эшмәкәре, ғалим. Иҡтисад фәндәре кандидаты, Рәсәй Федерацияһының Ауыл хужалығы фәндәре академияһы академигы. Башҡорт АССР-ының VII[1], VIII[2] һәм X[3] саҡырылыш Юғары Советы депутаты. РСФСР-ҙың XI саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Өс Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966, 1971, 1981) һәм «Почёт Билдәһе» (1976) ордендары кавалеры. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Мәсетле районының почётлы гражданы (2005)[4].

Саҙретдинов Абрар Мәсәлим улы
Тыуған көнө

4 апрель 1933({{padleft:1933|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (91 йәш)

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Шишмә районы Бишкәзә ауылы

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғилми даирәһе

ауыл хужалығын ойоштороу

Альма-матер

Башҡортостан ауыл хужалығы институты

Ғилми дәрәжәһе

Иҡтисад фәндәре кандидаты, Рәсәй Федерацияһының ауыл хужалығы фәндәре Академияһы академигы

Ғилми исеме

Академик

Награда һәм премиялары
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены — 1966 Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены — 1971 Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены — 1981
«Почёт Билдәһе» ордены  — 1976
«1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы
«1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы
Серебряная медаль ВДНХ
Бишкәзә ауылындағы Илһам шишмәһе тирәһенә Абрар Саҙретдинов тәҡдиме менән ағастар ултыртылды

Биографияһы

үҙгәртергә

Абрар Мәсәлим улы Саҙретдинов БАССР-ҙың Шишмә районы Бишкәзә ауылында 1933 йылдың 4 апрелендә тыуған.

Хеҙмәт юлы

үҙгәртергә
  • 1951—1953 — Шишмә машина-трактор станцияһы участка агрономы;
  • 1955 — Шишмә районы И. В. Сталин исемендәге колхоз аграномы һәм рәйесе;
  • 1959 — Шишмә районы «Дуҫлыҡ» совхозы баш агрономы, партком секретары;
  • 1961 — КПСС-тың Шишмә район комитеты секретары;
  • 1962 — Шишмә районы колхоз-совхоз идаралығы партком секретарының ойоштороу эштәре буйынса урынбаҫары;
  • 1964 — Балаҡатай сәнәғәт идаралығы партком секретары;
  • 1965 — КПСС-тың Мәсетле район комитеты секретары;
  • 1972 — БАССР ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары;
  • 1975 — КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының ауыл хужалығы бүлеге инструкторы, мөдир урынбаҫары;
  • 1982 — КПСС-тың Башҡортстан өлкә комитетының ауыл хужалығы бүлеге мөдире;
  • 1985 — Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы Рәйесенең беренсе урынбаҫары, Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы — Башҡорт АССР Хөкүмәте ағзаһы[5].
  • 1986—2000 — Башҡортостан ауыл хужалығы институтының (1993 йылдан Башҡорт дәүләт аграр университеты) ситтән тороп уҡытыу буйынса проректоры.

Ғилми эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Баһалы хеҙмәте

үҙгәртергә

А. М. Сәҙретдинов эшләгән ваҡытта Мәсетле районының һәр ауылына ҡырсынташ түшәлгән автомобиль юлдар һалынды, Әй һәм Ыҡ йылғалары аша күперҙәр төҙөлдө, маршрут буйынса автобустар йөрөүе ойошторолды, ПМК-249, ПМК-8 төҙөлөш-монтаж ойошмалары эшмәкәрлеген башланы. Кирбес һәм тимер-бетон заводтарына нигеҙ һалынды. Заманына ҡарата алдынғы технология һәм ҡорамалдар менән йыһазландырылған бихисап яңы ауыл хужалығы объекттары: малсылыҡ фермалары, ашлыҡ һаҡлағыстар, машина-трактор оҫтаханалары, шулай уҡ мәғариф һәм мәҙәниәт усаҡтары: мәктәптәр, мәҙәниәт йорттары, балалар баҡсалары, дауаханалар, фельшер-акушер пукттары һалынды. Оло Ыҡтамаҡта аэропорт асылды һәм Өфөнән даими самолет оса башланы. Район ауыл хужалығы ойошмалары иҫәбенә Башҡортостанда беренсе булып колхоз-ара санаторий төҙөлдө, был дауалау учреждениеһы әлегә ваҡытта «Ҡарағай» исемен йөрөтә[6].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Китаптары

үҙгәртергә
  1. Развитие экономических отношений в колхозах. — Уфа : Башк. кн. изд-во, 1972. — 140 с.  (рус.)
  2. Взгляд из провинции на минувшее, настоящее, будущее. — Уфа: Диалог, 2003. — 220 с. — ISBN 5-94524-017-6  (рус.)
  3. Садретдинов А. М. Мысли о жизни. Стихи и проза. — Уфа: Диалог, 2010. — 208 с. — ISBN 978-5-94524-070-4.
  4. Проблемы и некоторые пути совершенствования экономических отношений в аграрном секторе БАССР. // Аграрная реформа и проблема перехода к рыночной экономике в Башкирии: Тез.науч.-произв.конф. — Уфа,1991. — С.64-65. — С. Уфа,1991  (рус.)
  5. О подготовке кадров для АПК. // Экономика и управление. — 1998. — № 6. — С.92-94. — С. 1998  (рус.)
  6. Подготовка кадров — дело государственное // Сельские узоры. — 1998. — № 2. — С.16-17. — С. 1998  (рус.)
  7. Баширов Р. М., Садретдинов А. М. Состояние и направления развития сельского хозяйства северо-восточной лесостепи Республики Башкортостан. // Северо-Восточный регион Башкортостана : актуал. проблемы и пути их решения: тез. докл. науч.-практ. конф. — Уфа, 1996. — С. 5-7  (рус.)
  8. Некоторые проблемы подготовки кадров и повышение их квалификации. / Проблемы адаптации работников сельского хозяйства к условиям рыночной экономики: Тез.докл.и выступлений. — Уфа,1993. — С.67-71.  (рус.)
  9. Развитие общественного производства и совершенствование экономических отношений в колхозах(на примере колхозов районов северо-восточной лесостепи БАССР): дис. … канд. с.-х. наук / А. М. Садретдинов. — Уфа, 1974. — 196 с. — Библиогр.:с.1-5.  (рус.)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. БАССР-ҙың етенсе саҡырылыш Юғары Советы депутаттары (255 депутат)
  2. БАССР-ҙың һигеҙенсе саҡырылыш Юғары Советы депутаттары (257 депутат)
  3. БАССР-ҙың унынсы саҡырылыш Юғары Советы депутаттары (280 депутат)
  4. Муниципаль район Мәсетле районы Советының 2005 йыл 28 сентябрь ҡарары
  5. Постановление ВС Башкирской АССР от 22.03.1985 «Об образовании Правительства Башкирской АССР — Совета Министров Башкирской АССР»
  6. Мечетлинский район Республики Башкортостан: энциклопедия / Редкол.: Ю. Ю. Султанов (гл.ред.), Н. Ф. Ахкамова (сост.), Г. К. Бикташева (отв.ред.) и др. — Уфа: Мир печати, 2010. — 284 с.:илл. ISBN 978-5-9613-0148-9

Һылтанмалар

үҙгәртергә