Добротворский Пётр Иванович

публицист, прозаик, Башҡортостандың беренсе урыҫ яҙыусыһы

Пётр Иванович Добротворский (3 [15] октября 1839, Симбирск17 [30] января 1908, Өфө) — публицист, прозаик, Башҡортостандың беренсе урыҫ яҙыусыһы.

{{{Исеме}}}

Биографияһы

үҙгәртергә

Уның атаһы Иван Никифорович Владимир губернияһында ауыл руханийы ғаиләһендә тыуған; әсәһе Анна Петровна Бабкиндарҙың боронғо дворяндар нәҫеленән була. Ике ата-әсә лә ауырыу була һәм, Пётр Иванович иҫләүенсә, «иректә, бер ниндәй күҙәтеүһеҙ үҫтем: сит баҡсаларҙа алмалар ҡағып йөрөнөм, урам малайҙары менән бабки уйнаным һәм, ғөмүмән, тиҫтерҙәрем менән шундай күп нәмәләр ҡылдым, әлеге ваҡытта йәшәһәк, үҫмерҙәрҙе төҙәтеү түгел, әрәм иткән бәлиғ булмаған енәйәтселәр өсөн холоҡ төҙәтеү колонияларының береһенә эләгер ҙә инек»[1].

Тәүҙә өс йыл Сембер классик гимназияһында уҡый, һуңынан Н. И. Философов булышлығында барон К. К. Клодттың Санкт-Петербург әҙерлек пансионына ебәрелә, унан Михайловка артиллерия училищеһына күсә.

1860 йылда училище курсын тамамлағас, Михайлов артиллерия академияһында ҡалыу хоҡуғы ала, әммә бер йылдан әсәһенә, Сембергә «ауырыуы буйынса отпускыға» китә. Өйләнгәндән һуң[2], Өфө губернаһында урынлашҡан Богородский имениеһында ҡала.

1863 йылда Г. С. Аксаков уны Бөрө өйәҙендә мировой аралашсы итеп тәғәйенләй; 1865 йылда Бәләбәй өйәҙенә күсерелә. Был вазифала ул завод һәм фабрика эшселәренең, крәҫтиәндәрҙең, айырыуса башҡорт ауылдарының тормошон яҡшы өйрәнә. 1878-1883 йылдарҙа ул Өфө өйәҙендә мировой судья була, һәм ул өсөнсө өс йылға ла һайланыуына ҡарамаҫтан, ул вазифанан баш тарта, сөнки был ваҡытҡа, Добротворский әйтеүе буйынса, «тере эш артҡа сигенә, ә уның урынына бары ҡоро канцелярия формалистикаһы ғына талап ителә».

Матбуғатта башҡорт ерҙәрен законһыҙ талауға ҡаршы сығыш яһай. Уның Валентин Фёдорович Корштың «Санкт-Петербург хәбәрҙәре»ндә баҫылған фашлау корреспонденциялары Өфө губернаһы сенаторы кенәз Шаховскийҙың ревизияһына алып килде, һәм Ушаков Сергей Петровичты ҡотҡарырға килгән Ырымбур губернаһы генерал-губернаторы Крыжановский Николай Андреевичтың ҡыҫылыуы ғына был һөжүмде туҡтатты. Әммә сенатор Евграф Петрович Ковалевскийҙың «Русская правда», «Молва», «Порядок», «Голос» һәм «Неделя»ла мәҡәләләре яңы ревизия тулҡынын башлау һөҙөмтәһендә Өфө губернаторы Павел Платонович Шрамченко вазифаһынан бушатылды һәм уның урынына ваҡытлыса Ковалевский янында эшләгән өлкән чиновник — Щепкин Николай Павлович ҡуйылды[3]. «Был ҡасан да булһа публицист өлөшөнә төшкән һирәк һәм ғәйәт ҙур уңыш булды»[4].

Уның әҫәрҙәре «Наблюдатель», «Северный вестник», «Книжки Недели», «Русские Ведомости», «Вестник Европы» (1866—1918) журналдарында баҫыла. Уның бер нисә очергы һәм хикәйәһе («Бабай», «Своя людя», «Иняй» һ. б.) «Рассказы, очерки и наброски. Мысли в картинах и образах» (1892) йыйынтығына кергән[5]. «В глуши Башкирии» «В глуши Башкирии» (Екатеринбург, 1901) китабында башҡорттарҙың ауыр көнкүреше сағылдырылған.

Шулай әйтергә мөмкин булһа, мин һәр саҡ аҡылым менән түгел, ә йөрәгем менән яҙа инем; фекерҙәремдең төпкөлөнә үтеп бер ҡасан да уйланмай инем, - ул үҙенән-үҙе урғылып сыҡты ла, минең ҡәләмем шуны яҙҙы. Берәй хикәйә һөйләй башлағанда, мин бик һирәк (бер ҡасан да тиерлек) уны нисек бөтөрөргә тура киләсәген белмәй инем…
Мин ҡырҡ йыл әҙәби өлкәлә, үҙем аңлағанса, дөрөҫлөккә һәм хәҡиҡәткә хеҙмәт итеп, эскерһеҙ, намыҫлы, тоғро хеҙмәт иттем, әммә әҙәби донъяла үҙемә урын таба алманым … Тәнҡитселәребеҙҙең береһе лә эштәремә йомғаҡ яһауҙы үҙ өҫтөнә алманы

— В глуши Башкирии. Рассказы. Воспоминания. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1989. — С. 199, 203.

Әҫәрҙәре

үҙгәртергә
  • «Рассказы, очерки и наброски. Мысли в картинах и образах» (1892)
  • «В глуши Башкирии» (Екатеринбург, 1901)[6]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Моя исповедь. — М.: Тов-во И. Н. Кушнеров и Ко, 1904.
  2. Спустя 10 лет, имея троих детей, супруги разошлись.
  3. Позднее Добротворский узнал, что в ситуации смены императора (был убит Александр II) Ковалевский заготовил два доклада о ревизии, не зная, который из них представит новому государю, Александру III.
  4. Бок В. Н. Петр Ив. Добротворский // В глуши Башкирии. Рассказы. Воспоминания. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1989. — С. 204—226.
  5. Всего вышло четыре сборника его художественных произведений, в которое вошло немногое им написанное.
  6. [В глуши Башкирии. Рассказы. Воспоминания. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1989]

Һылтанмалар

үҙгәртергә