Лилиә Һаҡмар

шағирә, драматург
(Ҡәйепова Лилиә Зәйнулла ҡыҙы битенән йүнәлтелде)

Лилиә Һаҡмар (тулы исеме — Ҡәйепова Лилиә Зәйнулла ҡыҙы; 3 октябрь 1962 йыл) — башҡорт шағиры, драматург, тәржемәсе һәм журналист. Башҡортостан Республикаһы, Рәсәй Федерацияһының Яҙыусылар (2000), Журналистар (1998) союздары ағзаһы. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2022).

Лилиә Һаҡмар
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 3 октябрь 1962({{padleft:1962|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (61 йәш)
Тыуған урыны Йомаш, Баймаҡ районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө яҙыусы, шағир, журналист, драматург
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты

Биографияһы үҙгәртергә

Лилиә Зәйнулла ҡыҙы Ҡәйепова (псевдонимы «Лилиә Һаҡмар» (әҙәбиәттә), «К. Зәйнуллина» (журналистикала); 1962 йылдың 3 октябрендә Башҡорт АССР-ы Баймаҡ районының Йомаш ауылында тыуған.

1979—1984 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты филология факультетының башҡорт-рус бүлегендә уҡый.

1984 йылда үҙаллы хеҙмәт эшмәкәрлеген Хәйбулла районының Иҫәнгилде урта мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып башлай.

1985 йылда ВЛКСМ-дың Хәйбулла район комитеты секретары итеп һайлана. Мәктәп комсомол ойошмалары комсоргы вазифаһын башҡара.

1987—1989 йылдарҙа Хәйбулла районы Байғусҡар ауылында өлкән китапханасы булып эшләй.

1989 йылда Өфөгә күсә һәм хеҙмәтен журналистика өлкәһендә дауам итә:

Наградалары үҙгәртергә

  • Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2022).
  • Мәжит Ғафури исемендәге Халыҡ-ара фонд премияһы лауреаты (2022).

Йәмәғәт эшмәкәрлеге үҙгәртергә

  • Йомаш ауылы урта мәктәбендә уҡығанда пионер, комсомол ойошмаларын етәкләй, стена газеталарының мөхәррире (1975-1979);
  • Башҡорт дәүләт университетында уҡыу йылдарындағы йәмәғәт эшмәкәрлеге: «Шоңҡар» әҙәби-ижад түңәрәгенең стена газетаһы мөхәррире (1980-1984); Университеттың Йәмғиәти эштәр факультетында (Факультет общественных профессий) вокаль ансамблдә йырлай (түңәрәк етәксеһе Венер Мостафин)(1981-1984). «Вокаль түңәрәк етәксеһе» таныҡлығын ала (1984);
  • Мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың республика ижади конкурсының эксперт комиссияһы рәйесе (2007-2018)[1].
  • "Беҙ М.Ғафурины уҡыйбыҙ" V халыҡ-ара әҙәби-ижад конкурсының эксперт комиссияһы ағзаһы [1] (2012-2018)
  • Хәйбулла районы Иҫәнгилде ауылы мәктәбендә уҡытҡан осорҙа мәктәптәге комсомол ойошмаһы эшен йәнләндереп ебәрә: үҙе етәкләгән синыф уҡыусылары менән төрлө ҡыҙыҡлы саралар ойоштора, был эшлекле саралар тураһында Хәйбулла район газетаһында йыш яҙалар (1984-1985).
  • Аҡъяр ауылында эшләгән осорҙа «Хеҙмәт байрағы» район газетаһы янына ижади йәштәрҙе туплап «Ләйсән» әҙәби-ижад түңәрәген ойоштора. Уларҙың ижад емештәрен матбуғатҡа һайлап алып әҙерләп, айына бер тапҡыр район газетаһында бер бит итеп баҫтырыуға ирешә (1986-1987).
  • Хәйбулла район музыка мәктәбе янында ойошторолған махсус Район партия комитеты оркестры эшмәкәрлегендә ҡатнаша: домра, балалайкала уйнай, район кимәлендәге концерттарҙа сығыш яһай (1987).
  • Байғусҡар ауылында китапханала «Иҡдисади ликбез» мәктәбен аса, йәштәр менән аҡса һәм уның мөмкинлектәре тураһында фекер алышалар. Колхоздың агитбригадаһы эшендә, ауыл советы ойошторған сараларҙа әүҙем ҡатнаша (1988).
  • «Башҡортостан ҡыҙы» журналында коллективтың профком рәйесе итеп һайлана. Башҡортостан республикаһының Мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә эшләүселәр профсоюзының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнгән (1998).
  • «Тамаша» журналында эшләү осоронда Халыҡ-ара, Республика, Өфө кимәлендә уҙғарылған әҙәби-ижад конкурстарында жюри, баһалама комиссияһы ағзаһы, рәйесе була;[2]
  • Бөгөнгө көндә лә конкурстар эшендә ҡатнаша, китапхана, мәктәптәрҙә уҙғарылған «шиғыр кисәләре»ндә сығыш яһауын дауам итә
  • "Йәш яҙыусылар һәм шағирҙар" Республика Клубында 2022 йыл 15 октябрь архивланған. (Өфө районы, Михайловка ауылы, Өфө районы Балалар ижады йорто) Башҡортостан Яҙыусылар Союзы менән берлектә ойошторолған "Лукоморье" әкиәт яҙыусылар конкурсы сиктәрендә "Әкиәт яҙырға өйрәнәм" интер-актив яҙыусы оҫталығы курстарының авторы һәм алып барыусыһы. (2020-2021)

Ижады үҙгәртергә

Шиғриәте үҙгәртергә

  • 1975 йылда Йомаш урта мәктәбендә уҡығанда «Башҡортостан пионере» республика балалар гәзитендә уның тәүге шиғыры, ә 1976 йылда беренсе мәҡәләһе баҫыла. Артабан Баймаҡ район гәзите "Октябрь байрағы"нда, республика баҫмалары «Башҡортостан» һәм «Ленинсы» гәзиттәрендә, «Пионер» журналында мәҡәлә һәм шиғырҙары даими донъя күрә килә.
  • 1979—1984 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында уҡығанда «Шоңҡар» әҙәби-ижад түңәрәгендә шөғөлләнә. Студент йылдары шиғырҙары «Йәш көстәр» альманахтарында (1981, 1982, 1984) баҫыла.
  • 1993 йылда «Йондоҙ ҡыҙы» тип аталған тәүге китабы («Шарлама» тупланмаһында) донъя күрә.

Шағир тыуҙырған әҙәби әҫәрҙәр тураһында: Лилиә Һаҡмарҙың лирик геройы — хисле, уйлы, тынғыһыҙ, гел алға, еңеүҙәргә ашҡыныусан. Ул һәр шиғырында тиерлек кешеләрҙең күңел матурлығын данлай, изге хисле һәм ғәҙел булырға саҡыра. Донъяла, үҙенең илендә барған һәр үҙгәреш поэтик геройҙарҙың йөрәге аша үтә. Шағир әҫәрҙәрендә һәр күренешкә хис-тойғолар аша анализ яһай белә. Уның геройҙарына Тыуған илгә һәм үҙ төбәгенә оло һөйөү хас, улар ерҙе матурлау, үҙ мөхитенә күберәк файҙа килтереүҙе маҡсат итеп ҡуя. Шағирәнең бөтә әҫәрҙәре лә халыҡ аҡылы менән һуғарылған. Теленең халыҡсанлығы, ябайлығы, фекерҙәренең тәрәнлеге, әҫәрҙәренең әлеге йәшәйеш проблемалары менән һуғарылыуы Лилиә Һаҡмар ижадын халыҡҡа яҡын һәм уҡымлы итә. «Башҡорт йыры — тере шишмә», «Ҡара һәм аҡ араһында» эпик шиғырҙары, «Йондоҙ ҡыҙы», «Ҡар өҫтөндәге сабый» поэмалары Лилиә Һаҡмарҙың эпик һәм философик фекерләү оҫтаһы икәнен асыҡ күрһәтә. «Ҡар өҫтөндәге сабый» поэмаһы буйынса республика мәктәптәрендә тәрбиәүи темаға конференциялар үткәрелә. «Эстафета» китабындағы шиғырҙарында сабыр, нәзәкәтле, тормош ауырлыҡтарына бирешмәгән, күңелендә балҡыған мең төрлө хис-тойғоларҙың иң сағыуҙарын ғына башҡалар менән бүлешеүсе ҡыҙ, ҡатын, әсә образы һүрәтләнә.

  • Лилиә Һаҡмар йәш ижадсыларға иғтибарлы ҡәләмдәш. Хәйбулла районы Аҡъяр ауылында эшләгән осорҙа (1985—1987) «Хеҙмәт байрағы» район гәзите редакцияһында «Ләйсән» әҙәби-ижад түңәрәге ойоштора, уның тәүге етәксеһе булып, ҡулдарына яңы ҡәләм алыусыларға файҙалы кәңәштәр менән ярҙам итә. Әҙәби ижадта үҙҙәрен һынап ҡараусыларҙың шиғыр һәм хикәйәләрен мөхәррирләп, ай һайын сыҡҡан «Ләйсән» махсус битендә баҫтырыуға ирешә.
  • Өфө ҡалаһында иһә төрлө әҙәби ижад конкурстарында жюри, баһалама комиссиялары ағзаһы булып йәш ижадсыларға ярҙам итә:
    • 2007—2012 йылдарҙа Мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың йыл һайын уҙғарылған Республика ижади конкурсының эксперт комиссияһы рәйесе була;
    • 2013 йылдан алып Өфө ҡала китапханалары ойошторған ҡала, район кимәлендәге конкурстарҙа, М.Ғафури исемендәге мәҙәниәт фонды ойошторған «Беҙ Ғафуриҙы уҡыйбыҙ» Халыҡ-ара шиғыр уҡыусылар конкурсында эксперт комиссияһы ағзаһы.

Драматургияһы үҙгәртергә

  • «Йондоҙло күпер» мелодрамаһы буйынса М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында мюзикл (реж. А. Ҡыуатова) ҡуйылған;
  • «Ысыҡтағы ҡояш» мелодрамаһы буйынса Нефтекама дәүләт филармонияһында спектакль (реж. З. Аҙнабаева) ҡуйылған;
  • «Балапан» драмаһы (2004), «Марс 500 йәки Марста йәшәү бармы?» сатирик драмаһы (2009) Драма әҫәрҙәре буйынса республика конкурстарында Икенсе дәрәжәләге Диплом яулаған.

Көйлө шиғриәте үҙгәртергә

Күп шиғырҙарына композиторҙар көйҙәр ижад иткән. Улар араһында Салауат Низаметдинов, Урал Иҙелбаев, Рәил Өмөтбаев, Флера Шарипова, Шәүрә Ҡаҙаҡбаева, Резеда Мөхәмәтйәновалар бар. Уның шиғырына яҙылған йырҙарҙы Әлфиә Юлсурина ("Илгенәм, бегенәм, Башҡортостан", "Һин"), Сәғиҙулла Байегет ("Уйнаһын, ҡурайҡайым"), Рәил Өмөтбаев ("Ҡыйыуһыҙ егет йыры"), Флера Шарипова ("Кем һуң әйтте?") һәм башҡа йырсылар башҡара.

  • «Уйнаһын ғына ҡурайым!» (комп. С.Низаметдинов) (2002), «Ҡабатлайым исемеңде» (комп. С.Низаметдинов) (2003) йырҙары «Йыл йыры» конкурстарында Дипломдар яулаған.
  • «Ҡара һәм аҡ араһында» хор циклы (комп. Ш.Ҡаҙаҡбаева) Башҡортостан дәүләт хор капеллаһы репертуарында.

Тәржемәләре үҙгәртергә

Лилиә Һаҡмарҙың рус һәм төрөк телендәге поэтик текстарҙы башҡорт теленә тәржемә итеүе билдәле. Тәүге тәржемә шиғырҙары (рус, төрөк телдәренән) "Балапан" электрон китабында ("Китап" нәшриәте, 2013) баҫылған. Тәржемә ителгән шиғырҙарҙың авторҙары: Манира Фәрәхетдинова,Римма Шәйәхмәтова (рус), Орхан Вәли, Ғәли Аҡбаш,Унал Кар, Ибраһим Терзиоглы, Несрин Өсжан (төрөк).

  • Халыҡ-ара шиғриәт фестивале ҡатнашыусыһы (2011, Ришадие ҡалаһы, Төркиә);
  • Төрөк теленән тәржемә итеүселәрҙең II Халыҡ-ара симпозиумы делегаты (2011, Бурса ҡалаһы, Төркиә).
  • Төрки халыҡтарҙың мәҙәни үҫешенә индергән өлөшө өсөн ТЮРКСОЙ ойошмаһының дәрәжәле бүләгенә лайыҡ булған (2012).

Журналистикаһы үҙгәртергә

  • «Башҡортостан ҡыҙы» журналында эшләү осоронда республиканың төрлө мөйөшөнән ҡыҙыҡлы мәҡәләләр яҙып ҡына ҡалмай, журналды уҡымлы итеү өсөн төрлө-төрлө темаға ижади конкурстар уйлап сығара, башлаусыһы була һәм ойоштора. («Ҡулъяулығым — бүләгем»(ҡулъялыҡтар сигеү), «Шәл бәйләнем»(шәл ситтәре бәйләү), «Һыйлы көнөң һыйырҙа»(һөт ризыҡтарын әҙерләү)). Яңы рубрикалар аса: «Ҡотло ҡура»(һыйыр малдарын дөрөҫ тәрбиәләү), «Хәмер ҡоло булыуың — ырыуыңдың ҡороуы», «Намаҙ уҡыу дәрестәре» һ.б.
  • «Тамаша» журналында сценарийҙар, пьесалар яҙыу, Башҡорт академия драма театры менән берлектә «Тамаша биҙәге» конкурстарын башлап ебәрә.
  • Журналистик әҫәрҙәре менән Республика конкурсында (2010), Өфө ҡала конкурсында (2010) еңеүсе Дипломдарын яулай.

Махсус баҫмалары үҙгәртергә

  • Республика насар күреүселәр китапханаһында Брайл ысулы менән махсус баҫылған — «Счастливая женщина — Бәхетле ҡатын» (рус, башҡорт телендә) юмористик хикәйәләр китабы донъя күргән (2012)
  • Шағирә шиғырҙарын үҙе уҡыған, шиғырҙарына яҙылған йырҙар mp3 форматында яҙылған CD-дисктар бар (Күҙҙәре насар күреүселәрҙең Республика махсус китапханаһы, Өфө, 2012).
Викикитапхана логотибы
Викикитапхана логотибы
Ошо темаға Викикитапханала текстар бар
Лилиә Һаҡмар

Китаптары үҙгәртергә

  • Йондоҙ ҡыҙы: Шиғырҙар/ "Шарлама"йыйынтығында. Өфө: Китап,1993.123 — 152 бб.
  • Тере шишмә: Шиғырҙар, поэма / «Көмөш йөҙөк» йыйынтығында. — Өфө, Китап. 1998. 159—226 бб.
  • Эстафета: Шиғырҙар, поэмалар. — Өфө: Китап, 2006. — 176 б.
  • Счастливая женщина — Бәхетле ҡатын: Мәҙәк хикәйәләр. Юмористические рассказы. — Уфа: БРСБС, 2012. −100 б..Башҡ, рус.
  • Балапан: драмалар, сценарийҙар, поэмалар, хикәйәләр, тәржемәләр. — Өфө: Китап, 2013. — 304б. (электрон баҫма)
  • Матур йәшәй белеү — батырлыҡ! :шиғырҙар, поэмалар/Лилиә Һаҡмар. — Өфө: Китап, 2017. - 200 бит.
  • Королевство "Я сама": стихотворения.На русском языке.(Книга из цикла "йәйғор*радуга") — Уфа: НМЦ "Педкнига",2022.— 52 стр.

Медиа-баҫмалары үҙгәртергә

  • Күңелем бишеге — колыбель моей души: шиғырҙар-стихи. — Уфа: БРСБС, 2012. — (CD-ROM,mp3): 2с.45 м. Башк, русск. (автор үҙе уҡый)
  • Йондоҙло күпер: мюзикл. М.Гафури ис. БДАДТ. — Өфө: БТВ-медиа, 2012. — (DVD-video): 2с.35 м.
  • Уйнаһын ғына ҡурайым: Лилиә Һаҡмар шиғырҙарына йырҙар. — Өфө:БТВ-медиа, 2012. — (CD-ROM,mp3): 20 йыр.

Ваҡытлы матбуғат, йыйынтыҡтарҙа баҫылған әҫәрҙәре үҙгәртергә

  • Балапан (Йәш бөркөт): Драма // Тамаша (журнал) 2005.№ 4. 45 — 53 бб.
  • Башҡортостан композиторҙарының хор циклдары. Нота баҫмаһы. – Өфө:Китап, 2006. /(167-191б.б.- “Ҡара һәм аҡ араһында”).
  • Ысыҡтағы ҡояш: Мелодрама// Пьесалар. — Өфө,2008. 63 — 86 бб. (Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы. Республика халыҡ ижады үҙәге).
  • Йондоҙло күпер: Мелодрама// Тамаша (журнал) 2012. № 5.
  • Сакмар Л. Курчалар идем аны... - Өмет газетасы, 2009 ел, 21 февраль; (Яҙыусы Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина ижады тураһында).

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Сайт Культурный мир Башкортостана (рус.) (Тикшерелеү көнө: 23 ғинуар 2016)

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә