Әбсәләмов Абдрахман Лут улы

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 32-се танк полкы автоматсылар ротаһы командиры, 1945 йылдың мартынан дивизия штабы командованиеһының эл

Әбсәләмов Абдрахман Лут улы (рус. Абсалямов Абдрахман Лотович) (19131973) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 32-се танк полкы автоматсылар ротаһы командиры, 1945 йылдың мартынан дивизия штабы командованиеһының элемтә буйынса өлкән офицеры. Гвардия капитаны. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, ике I дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры[1].

Әбсәләмов Абдрахман Лут улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 30 май 1913({{padleft:1913|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})
Тыуған урыны Баҡый
Вафат булған көнө 1973
Һөнәр төрө яугир
Хәрби звание Капитан
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы Ҡыҙыл Йондоҙ ордены I дәрәжә Ватан һуғышы ордены I дәрәжә Ватан һуғышы ордены

Биографияһы үҙгәртергә

Абдрахман Лут улы Әбсәләмов 1913 йылдың 30 майында Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Гәрәй-Ҡыпсаҡ улусына ингән (хәҙер — Башҡортостан Республикаһы Белорет районы) Баҡый ауылында тыуған.

1935 йылдың көҙөнән Урал хәрби округының 9-сы запас команда пунктында хеҙмәт иткән запастағы капитан Әбсәләмов Абдрахманды Чкалов өлкәһе Кваркен район хәрби комиссариаты 1941 йылдың 11 авгусында хәрәкәт итеүсе Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡыра.

Гвардия капитаны Әбсәләмов Абдрахман Лут улы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 32-се танк полкы автоматсылар ротаһы командиры, дивизия штабы командованиеһының элемтә буйынса өлкән офицеры булып хеҙмәт итә.

1942 йылдың авгусында ҡаты яралана, шул уҡ йылда тағы ике тапҡыр йәрәхәтләнә[2].

1945 йылдың апрель-майындағы батырлығы тураһында:

  Иптәш Әбсәләмов, 1945 йылдың мартынан дивизия штабы командованиеһының элемтә буйынса өлкән офицеры булараҡ, дивизияның 1945 йылдың 15 апреленән башлап 3 майына тиклем алып барылған Одер йылғаһы буйындағы немец оборонаһын өҙөү һәм Берлин һәм Бранденбургты ҡамау буйынса һөжүм операциялары осоронда дивизия командирының күҙәтеү пунктында булды. Һуғыш барышында дивизия командованиеһының алышыусы частар менән идара итеү бойороҡтарын, күрһәтмәләрен ҡаршылыҡтарға ҡарамай тапшырып торҙо. Үҙенә буйһоноусы полк элемтә офицерҙарына ғәҙел һәм талапсан. Иптәш Әбсәләмов, дивизия командиры бойороҡтарын еткереү маҡсатында, йыш осраҡта частар алып барған алыш эсендә тороп ҡалды. Күрше частар менән бәйлнәештә булды һәм уларҙың хәрәкәте тураһында командованиеға ваҡытында доклад яһаны[2]  

1946 йылдың ғинуарынан хәрби хеҙмәте тамамлана.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре үҙгәртергә

Хәтер үҙгәртергә

Әбсәләмов Абдрахман Лут улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[3] һәм БР-ҙың Белорет районы Баҡый ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  • ЦАМО. Фонд 33. Опись 686196. Единица хранения 5404.

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә