Хәниә Фәрхи (тулы исеме — Хәниә Фәрхислам ҡыҙы Биктаһирова, 30 май 1960 йыл27 июль 2017 йыл) — йырсы. Рәсәй Федерацияһының, Башҡортостандың һәм Татарстандың (2000) халыҡ артисы. Тәтешле районының Әнғәм Атнабаев исемендәге премияһы лауреаты (2018)[1].

Хәниә Фәрхи
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Псевдоним Хәния Фәрхи
Тыуған көнө 30 май 1960({{padleft:1960|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Тәтешле районы, Бәҙрәш ауыл советы, Үрге Сәләй
Вафат булған көнө 27 июль 2017({{padleft:2017|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (57 йәш)
Вафат булған урыны Рәсәй, Башҡортостан Республикаhы, Тәтешле районы, Бәҙрәш ауыл советы, Үрге Сәләй
Һөнәр төрө йырсы, актёр, композитор
Эш урыны Бәҙрәш
Йырсы тауышы сопрано[d]
Музыка ҡоралы вокал[d]
Жанр поп-музыка[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

БиографияһыҮҙгәртергә

Хәниә Фәрхислам ҡыҙы Биктаһирова (ҡыҙ фамилияһы Хәлиҙуллина) 1960 йылдың 30 майында Башҡорт АССР-ының Тәтешле районы Үрге Сәләй ауылында тыуған. Сығышы менән танып башҡорттарынан. Архив мәғлүмәттәренә ярашлы, Хәниә Фәрхиҙең ата-бабалары Танып улусы Ҡайпан түбәһенең Бүлегарт-Ҡайпан ауылы аҫаба башҡорттарынан сыҡҡан. Уның шәжәрәһе һыҙығы шулай: Сәхәб → Рәхимғол → Тәүәбил → Әһлетдин → Сәҙрислам → Әжмөхәммәд[2] → Фәрхелислам → Хәниә[3].

Хәниә Фәрхи 2017 йылдың 27 июлендә тыуған ауылында йөрәк өйәнәгенән вафат булды[4][5]. Ҡазан ҡалаһында ерләнде.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәреҮҙгәртергә

ХәтерҮҙгәртергә

  • Башҡортостанда Хәниә Фәрхи иҫтәлегенә «Онотолор тимә» төбәк-ара башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыусылар конкурсын үткәрелә. Уның тәүгеһе 30 майҙа буласаҡ[6].
  • Тәтешле районы үҙәге Үрге Тәтешле ауылының яңы микрорайонындағы урамға Хәниә Фәрхи исеме биреләсәк[7].

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 Легендарная певица Хания Фархи посмертно стала лауреатом премии имени Ангама Атнабаева.  , 2018, 26 февраля (рус.) (Тикшерелгән 26 февраль 2018)
  2. Ҡартатаһы Әжмөхәммәд 1917 йылғы йән иҫәбен алыу документында милләте башҡорт булыуын күрһәткән.
  3. Материалы к родословной Хании Фархи // История башкирских родов. Танып. Том 6. / С. И. Ха­мидуллин, Ю. М. Юсупов, Р. Р. Асылгужин, Р. Р. Шайхеев, И. Р. Саитбатталов, Ф. X. Гайсина, Р. М. Рыскулов, А. Я. Гуме­рова, Г. Ю. Галеева, Г. Д. Султанова — Уфа: ГУП РБ Уфимский полиграфкомбинат, 2014. — Т. 6. — Б. 360—361. — 376 б. — ISBN 978-5-85051-629-1.
  4. Не стало народной артистки Башкортостана Хании Фархи.  , 2017, 27 июль (рус.) (Тикшерелгән 27 июль 2017)
  5. Хания Фархи скончалась от сердечного приступа.  , 2017, 27 июль (рус.) (Тикшерелгән 27 июль 2017)
  6. Башҡортостанда Хәниә Фәрхи иҫтәлегенә төбәк-ара башҡарыусылар конкурсы үтә. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2018, 26 февраль (Тикшерелгән 26 февраль 2018)
  7. В память об Хание Фархи назовут одну из улиц в Верхних Татышлах.  , 2017, 29 июль (рус.) (Тикшерелгән 30 июль 2017)

ҺылтанмаларҮҙгәртергә