Беглов Василий Алексеевич
Беглов Василий Алексеевич (30 май 1958 йыл — 9 июль 2011 йыл) — ғалим-әҙәбиәт белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (2007). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2005).
Василий Алексеевич Беглов | |
Тыуған көнө: | |
---|---|
Тыуған урыны: | |
Вафат булыу көнө: | |
Вафат булған урыны: | |
Гражданлығы: | |
Ғилми өлкәһе: | |
Ғилми дәрәжәһе: |
Филология фәндәре докторы |
Уҡыу йорто: |
Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институты |
БиографияһыҮҙгәртергә
Василий Алексеевич Беглов 1958 йылдың 30 майында Башҡорт АССР-ы Көйөргәҙе районы Филипповка ауылында тыуған.
1979 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлай.
1981 йылда Арҡалыҡ педагогия институтында эшләй.
1982 йылдан алып Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында эшләй: 1988 йылдан башлап әҙәбиәт, 1993—2003 йылдарҙа рус һәм сит ил әҙәбиәте кафедраһы мөдире, 2000 йылдан башлап уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса проректор.
2011 йылдың 9 июлендә Стәрлетамаҡ ҡалаһында вафат була.
Ғилми эшмәкәрлегеҮҙгәртергә
Беглов Василий Алексеевичтың фәнни тикшеренеүҙәре XIX—XX быуаттарҙағы рус әҙәбиәте жанрҙары, төрлө заман һәм авторҙар художестволы системаларының үҙ-ара йоғонтоһо проблемаларына арналған. 70-тән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.
Маҡтаулы исемдәреҮҙгәртергә
- Рәсәй Федерацияһының почетлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2005).
ХеҙмәттәреҮҙгәртергә
- Эпопея в русской литературе. — М., 2005;
- Вокруг характера. — Стерлитамак, 2008.