Розенберг Геннадий Самуилович

Розенберг Геннадий Самуилович (30 май 1949 йыл) — ғалим-эколог, фитоценолог. 1992—2018 йылдарҙа Рәсәй Фәндәр академияһы Һамар фәнни үҙәгенең Волга бассейны экологияһы институты директоры. Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2000), биология фәндәре доктор (1984), профессор (1996). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2000). Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Фән һәм техника өлкәһендәге премияһы лауреаты (2010).

Розенберг Геннадий Самуилович
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 30 май 1949({{padleft:1949|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (74 йәш)
Тыуған урыны Өфө, Башҡорт АССР-ы, СССР
Һөнәр төрө биолог
Эшмәкәрлек төрө история науки[d]
Эш урыны Институт экологии Волжского бассейна РАН[d]
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә биология фәндәре докторы[d] (1984) һәм биология фәндәре кандидаты[d] (1977)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре Фән һәм техника өлкәһендәге Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте премияһы
 Розенберг Геннадий Самуилович Викимилектә

Биографияһы үҙгәртергә

Геннадий Самуилович Розенберг 1949 йылдың 30 майында Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә тыуған. Башҡорт дәүләт университетының ике факультетын: физика-математика факультетын (ихтималлыҡ теорияһы белгесе) һәм биология факультетын (ботаника һәм экология буйынса белгес) тамамлаған. 19711973 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә, Амурҙағы Комсомольскиҙа мотоуҡсылар взводы командиры була.

Карьераһын инженер булып башлай, тиҙҙән СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Биология институты ҡарамағындағы геоботаника лабораторияһы мөдире була.

1987 йылда Тольятти ҡалаһына күсә, Рәсәй фәндәр академияһы Волга бассейны экологияһы институтының баш ғилми хеҙмәткәре була, лабораторияны етәкләй. 1990 йыл1992 йыл йылдарҙа институт директораты ағзаһы була, ә 1991 йылдың декабренән уның директоры була. 2018 йылдың декабрендә директор вазифаһын ҡалдыра[1]

Өйләнгән, ҡыҙы бар

Фәнни эшмәкәрлеге үҙгәртергә

Геннадий Самуиловичтың авторлығында беренсе фәнни эше студент йылдарында уҡ барлыҡҡа килә. 1969 йылда ул техник кибернетика буйынса «Анализ одной процедуры создания сообщений» тип аталған эшен баҫтырып сығара. Армияла хеҙмәт итеү йылдарында ла ул ғилми эшмәкәрлеген туҡтатмай, был осорҙа уның бер нисә ғилми мәҡәләләре баҫылып сыға.

1977 йылда Розенберг Мәскәү дәүләт университетында кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. 1984 йылда Тарту дәүләт университетында биология фәндәре буйынса докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. 1996 йылда профессор дәрәжәһе бирелә.

2000 йылдың 26 майында ул Рәсәй Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты булып һайлана.

Экология институтының экосистемалар менән идара итеү лабораторияһында мөдир.

Г. С. Розенберг — фитоценология һәм дөйөм экология өлкәһендәге белгес. Ул был өлкәлә бер нисә фундаменталь һөҙөмтәләр алған, экосистемаларҙың структураһын һәм динамикаһын анализлауҙың яңы ысулдары, эре төбәктәрҙең экологик анализы өсөн эксперт системаһын эшләй. Уның тарафынан яңы экологик күҙаллау процедураһы тәҡдим ителгән. Волга бассейнының, Һамар өлкәһенең һәм Тольятти ҡалаһының комплекслы экологик анализы үткәрелә. Төрлө масштабтағы территорияларҙың тотороҡло үҫеш критерийҙары эшләнә.

Шулай уҡ Г. С. Розенберг Рәсәй Федерацияһы биология фәндәре бүлегенең гидробиология һәм биология проблемалары буйынса Ғилми совет ағзаһы (ә 2006 йылдан — бюро ағзаһы), Рәсәй Фәндәр академияһы Һамар ғилми үҙәге президиумының ағзаһы (2006 йылдың июненән), сит илдәрҙә йәшәгән ғалим-ватандаштар менән эшләү буйынса Рәсәй фәндәр академияһы Советы ағзаһы (2008 йылдың июненән), Башҡортостан Республикаһы фәндәр академияһы биология фәндәре бүлегенең биология буйынса төбәк советы ағзаһы булып тора.

Бер нисә йыл дауамында Розенберг «Рәсәйҙә экологик хәүефһеҙлек» һәм «Биологик төрлөлөк» дәүләт фәнни-техник программаларының бүлектәрен етәкләй.

СССР-ҙың Тәбиғәт буйынса дәүләт комитетының экологик эксперт советы ағзалығы ваҡытында ул Башҡортостан (Ағиҙел йылғаһында) һәм Крапивин (Томи йылғаһында) һыуһаҡлағыстары проекттарының экологик нигеҙһеҙлеген иҫбатлауҙа ҡатнаша, башҡа экологик экспертизаларҙа ҡатнаша.

Шулай уҡ Розенберг башҡа күп йәмәғәт, дәүләт һәм дәүләт-ара комиссияларҙың, комитеттарҙың, советтарҙың ағзаһы була.

Конференциялар үҙгәртергә

 
Рус ботаника йәмғиәтенең XIII съезында сығышы

Г. С. Розенберг етәкселегендә бер нисә халыҡ-ара фәнни конференциялар, шул иҫәптән «Теоретические проблемы экологии и эволюции» (1990, 1995, 2000, 2005 йй.), «Экологическая оптимизация урбанизированной и рекреационной среды» (1991 й.), «Экологические проблемы бассейнов крупных рек» (1993, 1998, 2003, 2008 йй.), «Экологическое образование в целях устойчивого развития» (1996, 2007 йй.), «Природное наследие России: изучение, мониторинг, охрана» (2004, 2008 йй.), Рәсәй фәндәр академияһы янында Гидробиологик йәмғиәттеңе IX-ы съезы (2006 г.) һәм башҡалар ойошторорла һәм үткәрелә.

Педагогик эшмәкәрлеге үҙгәртергә

Фәнни эшмәкәрлегенән тыш Геннадий Розенберг уҡытыу эш менән дә шөғөлләнә: Һамар дәүләт университетында, Һамар дәүләт иҡтисад университетында һәм Тольятти дәүләт университетында лекциялар уҡый, В. Н. Татищев исемендәге Волга университетында инженер экологияһы һәм биотехнология кафедраһы мөдире, докторантура һәм аспирантураны етәкләй.

Уның етәкселегендә һәм уның консультацияһы аҫтында 5 докторлыҡ һәм 22 кандидатлыҡ диссертациялары яҡлана. Ул Рәсәй фәндәр академияһы Волга бассейны экология институты ҡарамағында биология фәндәр докторы дәрәжәһен биреү буйынса диссертация советы рәйесе, шулай уҡ Түбәнге Новгород университетында шундай уҡ советтың ағзаһы.

2001 йылдан ул биология фәне буйынса Юғары аттестация комиссияһының эксперт советы ағзаһы.

Нижневартовск дәүләт педагогия институтына, И. П. Огарев исемендәге Мордовия дәүләт университетына һәм Әстерхан дәүләт педагогия университетына саҡырылған профессор (visiting professor) булып тора.

Мөхәриррлек эшмәкәрлеге үҙгәртергә

Г. С. Розенберг күп журналдар редколлегияһының ағзаһы булып тора:

  • «Известия Самарского научного центра РАН»
  • «Поволжский экологический журнал» (Һарытуа ҡалаһы)
  • «Аграрная Россия» (Мәскәү)
  • «Общая и прикладная ценология» (Мәскәү),
  • «Биосфера» (Санкт-Петербург),
  • «Известия Саратовского университета. Новая серия. Серия Химия, Биология, Экология»
  • «Экологический вестник Югории» (Сургут һәм Ханты-Мансийск)
  • «Самарская Лука» бюллетены (Тольятти),
  • «Ecological Studies, Hazards, Solutions» халыҡ-ара йыйынтыҡтар серияһының (Мәскәү) һәм «Фиторазнообразие Восточной Европы» (ИЭВБ Рәсәй фәндәр академияһы, Тольятти),

шулай уҡ төбәк «Живая вода» (Һамар) экологик гәзитенең йәмәғәт координацион советы ағзаһы.

Бүләктәре һәм премиялары үҙгәртергә

Геннадий Розенберг — 1994 йыл1996 йыл һәм 1997 йыл1999 йылдар өсөн Рәсәй Федерацияһы Президентының Дәүләт ғилми стипендияһы лауреаты

Рәсәй Федерацияһы Президентының 2000 йылдың 21 июнендәге указы менән Г. С. Розенбергҡа «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре» тигән маҡтаулы исем бирелә[2].

Экологик белем биреү циклдары өсөн ул 2004 йылда фән һәм техника өлкәһендә Һамар губерна премияһы менән билдәләнә.

2005 йылдан Рәсәй Федеарцияһы тәбиғи ресурстар Министрлығының «Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса ҡаҙаныштары өсөн» почетлы миҙалы менән бүләкләнә.

2006 йылда Г. С. Розенберг Һамар дәүләт университетының Почетлы профессоры итеп һайлана.

2007 йылда ул «Биологик төрлөлөктө һаҡлау».номинацияһында Жигули дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы тарафынан бирелгән И. И. Спрыгин исемендәге премияға лайыҡ була.

2008 йылда ул юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары һәм фәнни-тикшеренеү учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре араһында 2007 йылдың иң яҡшы ғилми китабы конкурсында «Тирә-яҡ мөхит һәм кеше экологияһы» номинацияһында лауреат була (Сочи ҡалаһы)

Геннадий Самуилович 2009 йылда медик-биологик пробелмаларҙы хәл итеүҙәге юғары һөҙөмтәләре өсөн Һамар өлкәһе Губернаторы премияһы лауреаты була.

Рәсәй Федерацияһының фән һәм техника өлкәһендә Хөкүмәт премияһы (2010 йыл)[3].

Библиографияһы үҙгәртергә

Геннадий Розенберг 750-нән ашыу ғилми хеҙмәт (шул иҫәптән 39 монография һәм 14 уҡыу һәм методик әсбаптар), шулай уҡ 126 фәнни-популяр әҫәрҙәр һәм китаптар яҙа, улар уның мөхәррирлеге аҫтында сыға. Уның авторҙаштары булып 350-нән ашыу кеше тора. Ғилми эшмәкәрлектең айырым йүнәлештәре тип Розенберг фәнни эштәргә тәнҡит рецензиялары, мәҡәләләр тип һанай, уның авторлығында 105 рецензия баҫылып сыға. Үҙ сиратында, 56 эшкә Геннадий Самуиловичтың рецензиялары төрлө фәнни һәм фәнни-популяр баҫмаларҙа сыға. Һайланма библиографияһы:

  • Розенберг Г.С., Рудерман С.Ю. Анализ одной процедуры создания сообщений // Тезисы II Всесоюзной конференции по технической кибернетике. — Минск: АН СССР, 1969. — С. 11—12.
  • Розенберг Г.С. Анализ структуры и динамики сложных систем на ЭВМ (с примерами из фитоценологии). — Уфа: БФАН СССР, 1985. — 81 с.
  • Розенберг Г.С., Гальперин И.Д. Долг человека : Диалоги об экологии. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1988. — 98 с.
  • Розенберг Г.С. Модели в фитоценологии. — М.: Наука, 1984. — 265 с.
  • Б. М. Миркин, Г. С. Розенберг. Толковый словарь современной фитоценологии. — М.: Наука, 1983. — 134 с.
  • Б. М. Миркин, Г. С. Розенберг. Фитоценология: Принципы и методы. — М.: Наука, 1978. — 211 с.
  • Г. С. Розенберг, Г. П. Краснощеков, Г. К. Сульдимиров. Экологические проблемы города Тольятти : (Территор. комплекс. схема охраны окружающей среды). — Тольятти: ИЭВБ РАН, 1995. — 222 с.
  • Розенберг Г.С., Краснощеков Г.П., Крылов Ю.М. и др. Устойчивое развитие: мифы и реальность. — Тольятти: ИЭВБ РАН, 1998. — 191 с.
  • Розенберг Г.С., Краснощеков Г.П. Волжский бассейн: экологическая ситуация и пути рационального природопользования. — Тольятти: ИЭВБ РАН, 1996. — 249 с.
  • Розенберг Г.С., Шитиков В.К., Брусиловский П.М. Экологическое прогнозирование (функциональные предикторы временных рядов). — Тольятти: ИЭВБ РАН, 1994. — 228 с.
  • Розенберг Г.С., Краснощеков Г.П., Гелашвили Д.Б. Опыт достижения устойчивого развития на территории Волжского бассейна // Устойчивое развитие. Наука и Практика : журнал. — 2003. — № 1.(недоступная ссылка)
  • Краснощеков Г.П., Розенберг Г.С. Естественно-исторические аспекты формирования территории Волжского бассейна // Известия Самарского научного центра РАН : журнал. — Самара, 1999. — № 1. — С. 108—117.
  • Брусиловский П.М., Розенберг Г.С. Модельный штурм при исследовании экологических систем // Общая биология : журнал. — 1983. — Т. 44. — № 2. — С. 254—262.
  • Розенберг Г.С. Экологическая экономика и экономическая экология: состояние и перспективы (с примерами по экологии Волжского бассейна) // Экология. — 1994. — № 2. — С. 3—13.
  • Розенберг Г.С., Гелашвили Д.Б., Краснощеков Г.П. Крутые ступени перехода к устойчивому развитию // Вестник РАН. — 1996. — Т. 66. — № 6. — С. 436—440.
  • Розенберг Г.С., Иглин В. Б., Краснощеков Г.П. Устойчивое развитие, ноосферный каркас городов и «экологические столицы» бассейнов рек // Региональная экология. — 1997. — № 1—2. — С. 50—60.
  • Розенберг Г. С. Лики экологии. — Тольятти: Самарский научный центр РАН, 2004. — 224 с. — 300 экз. — ISBN 5-93424-108-7.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә