Ҡарабәрҙе

Башҡортостандың Ейәнсура районындағы бөтөрөлгән ауыл

Ҡарабәрҙе (рус. Караберда[1]) — 2005 йылда бөтөрөлгән ауыл. Башҡортостандың Ейәнсура районы Яңы Себенле ауыл Советына ҡараған.

Ҡарабәрҙе
Ҡарабәрҙе
Рәсми атамаһы Ҡарабәрҙе
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы
Сәғәт бүлкәте UTC+05:00[d]
Халыҡ һаны 0 кеше
Почта индексы 453397
Карта

Географияһы үҙгәртергә

Йылайыр платоһы көнбайышында ҙур булмаған Ҡарабәрҙе йылғаһы буйында урынлашҡан [2]. Хәҙерге ваҡытта бында быуа бар.

Ауылдан мөһим объекттарға тиклем ара[3]:

  • район үҙәге (Иҫәнғол): 22 км
  • ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Яңы Себенле): 12 км
  • яҡындағы тимер юл станцияһы (Төйлөгән): 36 км

Тарихы үҙгәртергә

2005 йылдың 20 июлендәге «Тораҡ пункттарҙың булдырылыуы, берләшүе, бөтөрөлөүенә һәм статусын үҙгәртеүгә, административ үҙәктәр күсеүгә бәйле Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошона үҙгәрештәр индереү тураһында»" 211-з һанлы Башҡортостан Республикаһы законына ярашлы бөтөрөлә.

Ләкин Хәйҙәр Миңшәриф улы Ғайсин кеүек бер нисә ир-егет ата-бабалар нигеҙен тергеҙеү теләге менән яна. Хәйҙәр Ғайсин ауылға электр сымдары һуҙҙырта, газ үткәртә, юл һалдырта. Үҙе атаһының нигеҙендә яңы йорт һалып инә. Бөгөн ауылда бер урам бар. Ул Хәбибйән урамы тип атала.[4]

2015 йылда Ҡарабәрҙелә Бөйөк Ватан һуғышы осоро балалары һәм тыл ветерандары иҫтәлегенә таҡтаташ асылды (101 исем).

Ейәнсура районы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Рәшит Ғәли улы Иҙрисов менән һәүәҫкәр шағир Шаһивилдан Иҙрисов ауыл, ғаиләләр тарихын ентекләп өйрәнгән. Улар ауылдағы ғаиләләр шәжәрәһен төҙөгән, ауылдаштарының данлы үткәне тураһында «Тамырҙарым һиндә, Ҡарабәрҙем» тигән китап баҫтырып сығарған. Ҡарабәрҙе — Башҡортостан Республикаһы гимны авторы, композитор Фәрит Фәтих улы Иҙрисовтың ата-бабалары йәшәгән ауыл.[5]

Ҡарабәрҙелә тыуып үҫкән Рәшит Иҙрисов нахаҡҡа рәнйетелеп, Себергә һөрөлгән ауылдаштары, атаһы Ғәлиулла Хужахмәт улы иҫтәлегенә үҙенең «Йөрәк хәтере» китабын арнай.

Бөгөн ауыл биләмәһендә йыл әйләнәһенә Ҡарабәрҙе туристик базаһы эшләй. Бында төрлө саралар, юбилейҙар үткәрергә, тәбиғәт ҡосағында бөтә уңайлыҡтары булған өйҙә ял итергә, балыҡ тоторға, сана, саңғы шыуырға була.

Халҡы үҙгәртергә

1969 йылдың 1 ғинуарына ауылда 123 кеше йәшәгән; башлыса башҡорттар[3].

2002 йылдың 1 ғинуарына халыҡ һаны 0 кеше тәшкил итә[6].

Билдәле кешеләре үҙгәртергә

Иҙрисов Шаһивилдан Уйылдан улы— йәмәғәт эшмәкәре, шиғри йыйынтыҡтар авторы.
Иҙрисов Рәшит Ғәлиулла улы— педагог, йәмәғәт эшмәкәре, Инәк мәктәбе директоры, «Йөрәк хәтере» китабы авторы.
Ғайсин Хәйҙәр Миңшәриф улы— эшҡыуар, Ҡарабәрҙе ауылын тергеҙеүсе.

Тағы ҡарағыҙ үҙгәртергә

- Ейәнсура районы

- Яңы Себенле ауыл Советы (Ейәнсура районы)

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Сост. А. А. Камалов, Р. З. Шакуров, З. Г. Ураксин, М. Ф. Хисматов; Под ред. А. А. Камалова (отв. ред.) и др. Словарь топонимов Башкирской АССР. — Уфа: Башк. кн. изд-во, 1980. — С. 87. — 199 с.
  2. N-40 карты СССР. Уфа, Златоуст, Магнитогорск
  3. 3,0 3,1 Башкирская АССР: административно-территориальное деление на 1 января 1969 года. — Изд. 5-е. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1969. С.164.
  4. Караберда деревня: кадастровая карта
  5. Халҡын ҙурлай ул һәм ҡыҙҙары
  6. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йыл 4 март архивланған.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Башҡорт АССР-ы: административ-территориаль бүленеше 1 ғинуар 1969 йылда булды. — Изд. 5-е. — Өфө: башҡортостан китап нәшриәте, 1969. С. 164.