Шәмсетдинов Мөхәмәт Мөхәррәм улы
Шәмсетдинов Мөхәмәт Мөхәррәм улы (2 сентябрь 1927 йыл — 30 август 1971 йыл) — бейеүсе. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1955).
Мөхәмәт Мөхәррәм улы Шәмсетдинов | |
200 | |
Тыуған ваҡыты: | |
---|---|
Тыуған урыны: | |
Вафат ваҡыты: | |
Вафат урыны: | |
Һөнәре: |
актёр |
Гражданлығы: | |
Амплуа: | |
Театр: | |
Наградалары: |
Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1955) |
Биографияһы
үҙгәртергәМөхәмәт Мөхәррәм улы Шәмсетдинов 1927 йылдың 2 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Өфө кантоны (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Кушнаренко районы) Рәсмәкәй ауылында тыуған[1].
1943 йылда Башҡорт опера һәм балет театры театрында сәхнә яҡтыртыусы булып эшләй башлай.
Үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәгендә шөғөлләнә. 1944—1955 йылдарҙа артист-бейеүсе булып эшләй, героик-романтик, лирик, юмористик бейеүҙәр башҡара.
1946—1951 йылдарҙа — Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбленең художество етәксеһе[2], 1956—1971 йылдарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләй[3].
Өфөлә 1971 йылдың 30 авгусында вафат була.
Бейеүҙәре
үҙгәртергә«Дуҫлыҡ», «Перовский», «Зарифа», «Йылға буйында», «Йомшаҡ аҙым» — «Шыма баҫ».
Наградалары һәм исемдәре
үҙгәртергә- БАССР-ҙың халыҡ артисы (1955)
- Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале лауреаты (Бухарест, 1953)
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө. 1996.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ История
- ↑ Славные поколения гаскаровцев 2017 йыл 25 апрель архивланған.
- ↑ Первые триумфы. Журнал «Рампа. Культура Башкортостана» 2016 йыл 4 март архивланған.