Мельникова Ирина Эдуардовна

Мельникова Ирина Эдуардовна (2 сентябрь 1970 йыл), педагог, музыкант, Өфөләге урта махсус музыка колледжының аккордеон классы буйынса уҡытыусыһы, директорҙың уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

Биографияһы үҙгәртергә

Ирина Эдуардовна Мельникова 1970 йылдың 2 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Күмертау ҡалаһында тыуған. 1989 йылда отличие менән Өфө сәнғәт училищеһын тамамлай һәм уҡыуын хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында дауам итә. 1994 йылда ошо юғары уҡыу йортон, концерт башҡарыусыһы, аккордеон класы буйынса уҡытыусы, рус халыҡ музыка ҡоралдары оркестры дирижеры, ансамбль артисы квалификациялары алып, тамамлай. Юғары һөнәри белемле белгес йүнәлтмә буйынса Өфө сәнғәт училищеһына аккордеон класы буйынса уҡытыусы итеп эшкә ебәрелә. 2004 йылдан — төп вазифаһына өҫтәмә бер үк ваҡытта Өфөләге урта махсус музыка колледжының аккордеон классы буйынса уҡытыусыһы. 2013 йылдан ошо урта махсус уҡыу йорто директорының уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары.

Уҡыу-методик һәм музыкаль–мәғрифәтселек эшмәкәрлеге үҙгәртергә

  • Махсус дисциплиналар буйынса уҡыу программаларын төҙөүсе;
  • Балалар музыка мәктәптәре һәм балалар сәнғәт мәктәптәре өсөн аккордеон буйынса уҡыу программаһы рецензенты;
  • Мәҙәниәт һәм сәнғәт йүнәлешендәге махсус урта уҡыу йорттарының III Бөтә Рәсәй «Йәш таланттар» конкурсының ойоштороу комитеты ағзаһы.
  • III Бөтә Рәсәй «Аккордеониссимо» конкурстарының баһалама ағзаһы.
  • Йәш музыканттарҙың ҡала һәм республика конкурстарының баһалама ағзаһы (2011).

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә