Әйүпов Риф Сәлих улы

Әйүпов Риф Сәлих улы (2 сентябрь 1939 йыл — 28 ғинуар 2015 йыл) — ғалим-тарихсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Тарих фәндәре докторы (1995), профессор (1995), Рәсәй Федерацияһы Хәрби фәндәр академияһының ғәмәли ағзаһы. Рәсәй юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (1998). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған мәҙәниәт (1982) һәм Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2001).

Риф Сәлих улы Әйүпов
Тыуған көнө

2 сентябрь 1939({{padleft:1939|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Кушнаренко районы Ҡаратәкә ауылы

Вафат көнө

28 ғинуар 2015({{padleft:2015|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (75 йәш)

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғилми даирәһе

тарих

Эшләгән урыны

Башҡорт дәүләт университеты

Ғилми дәрәжәһе

тарих фәндәре докторы

Ғилми исеме

профессор

Награда һәм премиялары
Рәсәй Федерацияһының юғары һөнәри белем биреү почётлы хеҙмәткәре
Рәсәй Федерацияһының юғары һөнәри белем биреү почётлы хеҙмәткәре

Биографияһы үҙгәртергә

Риф Сәлих улы Әйүпов 1939 йылдың 2 сентябрендә Башҡорт АССР-ы Кушнаренко районы Ҡаратәкә ауылында тыуған.

19571959 йылдарҙа тыуған районында уҡытыусы була. 1967 йылда Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлай.

1967—1969 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетында бүлек мөдире урынбаҫары булып эшләй.

Риф Әйүпов 1969 йылдан 1972 йылға тиклем — Башҡорт дәүләт педагогия институтында, унан һуң Башҡорт дәүләт университетында уҡыта.

1982—1984 йылдарҙа ул Башҡорт дәүләт университетының дәүләт һәм хоҡуҡ теорияһы һәм тарихы кафедраһына мөдирлек итә. 1984 йылдан тарих кафераһы мөдире була[1].

Бер үк ваҡтытта 1996 йылдың ғинуарынан Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһында тарих һәм хоҡуҡ ғилеме дисциплиналары кафедраһын (хәҙер дәүләт һәм хоҡуҡ теорияһы һәм тарихы кафедраһы) ойоштора һәм 2003 йылдың сентябренә тиклем уға етәкселек итә. «Белем» йәмғиәтенең әүҙем лекторы була, Рәсәй Федерацияһының эске һәм тышҡы сәйәсәте, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡортостандың тарихы, Рәсәйҙә дәүләт идаралығы системаһын үҫтереү проблемалары буйынса сығыш яһай[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1982);
  • Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (1998)[3];
  • Бөтә Союз «Белем» йәмғиәтенең «Әүҙем эш өсөн» билдәһе;
  • Академик И. И. Артоболевский исемендәге миҙал;
  • Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем хеҙмәткәре (2001).

Фәнни эшмәкәрлеге үҙгәртергә

Ғилми тикшеренүҙәренең төп йүнәлеше — Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡортостандың тарихы. 70-тән ашыу ғилми хеҙмәт һәм 8 монография авторы.

Ғилми хеҙмәттәре үҙгәртергә

  • Ратные подвиги трудящихся Башкирии на фронтах Великой Отечественной войны. Уфа, 1985 (соавт.);
  • Советы Башкирской АССР в годы Великой Отечественной войны. Уфа, 1989;
  • Республика Башкортостан в годы Великой Отечественной войны: новые факты и их осмысление. Уфа, 1993;
  • История города Стерлитамака. Уфа, 1994 (соавт. и рук. коллектива);
  • История государства и права России, 1917—1993 гг. Уфа: Изд-во ВЭГУ, 1994 (соавт.)

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә