Дауытов Искәндәр Садиҡ улы
Дауытов Искәндәр Садиҡ улы (2 сентябрь 1923 йыл — 26 сентябрь 1943 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, ҡыҙылармеец, Башҡорт атлы дивизияһы пулеметсыһы. Советтар Союзы Геройы (1944, үлгәндән һуң).
Искәндәр Дауытов | ||||
Тыуған ваҡыты | ||||
---|---|---|---|---|
Тыуған урыны |
Омск өлкәһе Исилкүл ҡалаһы | |||
Үлгән ваҡыты |
26 сентябрь 1943 (20 йәш) | |||
Вафат урыны |
Беларусь Гомель өлкәһе Брагин районы | |||
Хеҙмәт иткән урыны | ||||
Ғәскәр төрө |
кавалерия | |||
Хеҙмәт итеү йылдары |
1942—1943 | |||
Хәрби звание | ||||
Часть | ||||
Хәрби алыш/һуғыш |
| |||
Наградалар һәм премиялар |
|
Биографияһы
үҙгәртергәИскәндәр Садиҡ улы Дауытов 1923 йылдың 2 сентябрендә Омск өлкәһенең Исилкүл ҡалаһында эшсе ғаиләһендә тыуа. Милләте буйынса сыбыр. 1927 йылда Дауытовтар ғаиләһе Омск өлкәһенән Ҡаҙағстандың Петропавловск ҡалаһына күсенә.
Искәндәр Дауытов ундағы мәктәптәрҙең береһендә ете класты, ит комбинаты ҡарамағындағы ФЗУ мәктәбен тамамлай.
1940—1942 йылдарҙа Петропавловск ауыл хужалығы техникумында уҡый, ике курсты тамамлай һәм артабан ит комбинатында мастер булып эшләй.
1942 йылда Ҡыҙыл Армия сафына алына. 1943 йылдың майынан фронттағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша. 61-се армияның 7-се гвардия кавалерия корпусы 16-сы гвардия кавалерия дивизияһында (элекке 112-се Башҡорт атлы дивизияһы) 58-се гвардия полкында пулеметсыһы була.
1943 йылдың сентябрендә Искәндәр Дауытов Брянск һәм Үҙәк фронттар ғәскәрҙәре составында Орел, Чернигов-Припять һөжүм операцияларында туран-тура ҡатнаша.
1943 йылдың 26 сентябрендә Украинаның Чернигов өлкәһе Репкин районы Неданчичи ауылы янында Днепр йылғаһын аша сыҡҡанда ҡаһарманлыҡ күрһәтә: беренсе булып йылғаны кисә һәм пулеметтан күп фашистарҙы ҡырып, үҙе лә һәләк була.[1][2]
Ошо батырлығы өсөн Искәндәр Дауытовҡа үлгәндән һуң «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә.
Наградалары
үҙгәртергә- «Советтар Союзы Геройы» исеме (15.01.1944)[3][4]
- «Алтын Йондоҙ» миҙалы
- Ленин ордены
Исемен мәңгеләштереү
үҙгәртергә- Ҡаҙағстан Республикаһының Петропавловск ҡалаһында Искәндәр Дауытовҡа бюст ҡуйылған;
- Петропавловск ҡалаһының 26-сы һөнәри белем биреү уҡыу йорто Искәндәр Дауытов исемен йөрөтә;
- Неданчичи ауылындағы урамдарҙың береһенә Искәндәр Дауытов исеме ҡушылған.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Мәғлүмәт ОБД «Мемориал» документтар электрон базаһында
- ↑ Мәғлүмәт ОБД «Мемориал» документтар электрон базаһында
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Советского Союза генералам, офицерскому, сержантскому и рядовому составу Красной Армии» от 15 января 1944 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1944. — 23 января (№ 4 (264)). — С. 1.
Сығанаҡтар
үҙгәртергәДауытов Искәндәр Садиҡ улы . «Герои страны» сайты.
- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь. — М., 1987. Т. 1;
- Шлевко Г. М. Ради жизни на земле. — Омск, 1972;
- Герои Советского Союза — казахстанцы. — А.-А., 1968. Кн.1;
- Ахмадиев Т. Х. Башкирская гвардейская кавалерийская. — Уфа, 1999;
- Слава башкирских конников. — Уфа: «Китап», 2005.