Ғимаев Ирек Фәрит улы
Ғимаев Ирек Фәрит улы (2 сентябрь 1957 йыл) — СССР хоккейсыһы һәм тренеры. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1982).
Ирек Фәрит улы Ғимаев | |
Шәхси мәғлүмәт | |
---|---|
Енесе |
ир-ат |
Тулы исеме |
Ғимаев Ирек Фәрит улы |
Гражданлығы | |
Клуб |
Салауат Юлаев (1976-79) |
Тыуған датаһы |
2 сентябрь 1957 (67 йәш) |
Тыуған ере |
БАССР-ҙың Дүртөйлө районы Һыуыҡҡул ауылы |
Тренеры | |
Биографияһы
үҙгәртергәИрек Фәрит улы Ғимаев 1957 йылдың 2 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Дүртөйлө районы Һыуыҡҡул ауылында тыуған. Шайбалы хоккей буйынса СССР‑ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1979), СССР‑ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1982). ӨНИ‑не тамамлаған (1985). «Салауат Юлаев» СДЮСШ тәрбиәләнеүсеһе (тренеры Марат Азаматов). Салауат Юлаев исемендәге спорт клубы (1974—79), ЦСКА (1979—87) командаларында уйнай. 1987—91 йй. — Япония, 1991—92 йй. Словения клубтары өсөн сығыш яһай. Донъя (1979, 1982—83), Европа (1979, 1982—83, 1985), СССР (1980—87) чемпионаттары, Европа (1979—86), Швеция (1980), Канада (1981), Париж (1984) чемпионаттары Кубогын яулаусы. «Известия» («Хәбәрҙәр»; 1981, 1984), «Ленинградская правда» («Ленинград хәҡиҡәте»; 1977—78), «Руде право» («Ҡыҙыл хоҡуҡ»; Чехословакия, 1983—84) гәзит приздарына халыҡ-ара турнирҙар еңеүсеһе. Үҫмер спортсылар араһында донъя чемпионаты (1977). Үҫмерҙәр араһында Европа (1976) һәм СССР (1973) чемпионы. СССР йыйылма командаһы ағзаһы (1977—85). 2000—03 йй. ЦСКА‑ла тренерлыҡ эшендә; 2006 й. алып Калининград өлкәһе һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары, 2010 й. Спорт буйынса агентлыҡ етәксеһе. «Почёт Билдәһе» ордены менән бүләкләнгән (1982).
Карьера
үҙгәртергәХоккейсы булғанда
үҙгәртергә- 1976—1979 Салауат Юлаев
- 1979—1987 ЦСКА
- 1987—1991 Одзи Сейси
- 1991—1992 Олимпия (Любляна)
Тренер булғанда
үҙгәртергәСпорт ҡаҙаныштары
үҙгәртергәМаҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- «Почёт Билдәһе» ордены (1982).
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Салауат Юлаев рәсми сайт
- Ғимаев Ирек Фәрит улы(недоступная ссылка) (баш.)