БМО-ның Генераль секретары
Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы Генераль секретары, ҡыҫҡаса БМО-ның Генераль секретары (БМО-ның рәсми телдәрендә: ингл. Secretary-General of the United Nations, франц. Secrétaire général des Nations unies, исп. Secretaría General de Naciones Unidas, рус. Генеральный секретарь ООН, ғәр. مين عام الأمم المتحدة, ҡыт. 联合国秘书长) — Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының төп идара органдарының береһе булған Секретариаттың баш вазифа башҡарыусы.
БМО-ның Генераль секретары | |
ингл. United Nations Secretary-General | |
Герб | |
![]() | |
![]() | |
Нигеҙләү датаһы | 26 июнь 1945 |
---|---|
Ҡыҫҡаса атамаһы | UNSG |
Вазифа биләй | Антониу Гутерреш[1] |
Кто номинировал | БMO-ның Именлек Советы |
Управляемая организация | БДО һәм БМО Секретариаты |
Урынбаҫар | заместитель Генсекретаря ООН[d] |
Официальная резиденция | штаб-квартира ООН[d] |
Оклад | 227 253 $ |
Кем назначен | БМО-ның Генераль Ассамблеяһы |
Рәсми сайт | un.org/sg |
Срок полномочий | 5 Йыл |
![]() |


БМО-ның Генераль секретарын БMO-ның Именлек Советы тәҡдиме буйынса БМО-ның Генераль Ассамблеяһы билдәләп ҡуя. Ҡағиҙә буларак, БMO-ның Именлек Советы даими ағзаһы булған илдәрҙең вәкиле БМО-ның Генераль секретары итеп һайлана алмай.
БМО-ның Генераль секретары, ғәҙәттә, 5 йыл мөҙҙәткә һайлана, шулай уҡ яңы 5 йыллыҡ мөҙҙәткә һайланыу хоҡуғына эйә. Мөҙҙәттәр һаны сикләнмәгән.
ВазифаларыҮҙгәртергә
БМО-ның Генераль секретары БMO-ның Именлек Советына донъяла тыныслыҡ һәм хәүефһеҙлектең торошона, үҙе уйлағанса, ҡурҡыныс янай торған мәсьәләләр буйынса мәғлүмат бирә. Уға бер хөкүмәт йәки хакимиәт тә күрһәтмә бирергә хаҡлы түгел. Ул Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы алдында ғына яуап тота.
БМО-ның Генераль секретары, БМО-ның Генераль Ассамблеяһы ҡабул иткән ҡағиҙәләр буйынса, БМО Секретариаты персоналын билдәләй.
Һайланыу үҙенсәлегеҮҙгәртергә
БМО-ның Генераль секретары 5 йыл мөҙҙәткә һайлана. БMO-ның Именлек Советы даими ағзаһы булған илдәр вәкилдәре кандидатураға вето һала ала. БМО-ның Генераль секретарын һайлағанда, ғәҙәттә, Регион принцибы иҫәпкә алына. Һайлау ябай аккламация юлы менән башҡарыла.
Регион принцибыҮҙгәртергә
БМО-ның Генераль Ассамблеяһының 1997 йылғы резолюцияһы регион принцибын (ҡитғалар буйынса ротация принцибы) ҡулланыуҙы күҙҙә тота.
Әлеге резолюция буйынса, БМО-ның Генераль секретары планетаның төрлө региондары вәкилдәренән һайланырға тейеш[2]
БМО регион төркөмө | Генераль секретарҙар | Вәкәләттәр мөҙҙәте |
---|---|---|
Көнбайыш Европа һ.б. илдәр | 4 | 5 |
Көнсығыш Европа төркөмө | 0 | 0 |
Латин Америкаһы һәм Кариб утрауҙары төркөмө | 1 | 2 |
Азия төркөмө | 2 | 3 |
Африка төркөмө | 2 | 3 |
Генераль секретарҙарҮҙгәртергә
СығанаҡтарҮҙгәртергә
- Большая российская энциклопедия. В 35 томах. Том 6 (Во-Ге). М.: НИ БРЭ, 2006. ISBN 978-5-85270-335-4
ҺылтанмаларҮҙгәртергә
Ошоно ла ҡараҮҙгәртергә
ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә
- ↑ António Guterres appointed next UN Secretary-General by acclamation (ингл.) — UNO, 2016.
- ↑ Выборы генерального секретаря ООН. РИА Новости, 25.09.2006
- ↑ David Stout. Lord Gladwyn Is Dead at 96; Briton Helped Found the U.N. («Лорд Глэдвин скончался в возрасте 96 лет; англичанин, который помог основать ООН») . The New York Times (26 октябрь 1996). Дата обращения: 18 март 2014. Архивировано 25 август 2011 года.
- ↑ ООН: Трюгве Хальвдан Ли (Норвегия)
- ↑ 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 5,5 5,6 Краткий исторический обзор о выборах Генеральных секретарей ООН (недоступная ссылка). UNA-USA. Дата обращения: 30 сентябрь 2007. Архивировано 25 октябрь 2007 года. 2007 йылдың 25 октябрь көнөндә архивланған.
- ↑ ООН: Даг һаммаршөлд (Швеция) 2014 йылдың 20 сентябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Линнер С. (2007). Даг Хаммаршёльд и кризис в Конго, 1960-61 2012 йылдың 5 апрель көнөндә архивланған.. Страница 28. Университет Уппсала. (2008-07-22).
- ↑ ООН: У Тан (Мьянма)
- ↑ ООН: Курт Вальдхһайм (Австрия)
- ↑ ООН: Хавьер Перес де Куэльяр (Перу)
- ↑ ООН: Бутрос Бутрос-Ғәли (Египет)
- ↑ ООН: Биография Кофи А. Аннана
- ↑ Пан Ги Мун принял присягу, как следующий Генеральный секретарь ООН
- ↑ В ООН выбрали нового Генерального секретаря. РБК