Фәйзуллина Зөһрә Хәдит ҡыҙы

Педагог, журналист, шағир

Фәйзуллина Зөһрә Хәдит ҡыҙы (29 июль 1946 йыл — 27 октябрь 2020 йыл) — педагог, журналист, шағир. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар, Журналистар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы. Рамаҙан Өмөтбаев, Ким Әхмәтйәнов, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге премиялар лауреаты.

Фәйзуллина Зөһрә Хәдит ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 29 июль 1946({{padleft:1946|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})
Тыуған урыны Ҡаҙмаш, Әбйәлил районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 27 октябрь 2020({{padleft:2020|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})[1] (74 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй[1]
Һөнәр төрө яҙыусы, журналист, уҡытыусы

Биографияһы үҙгәртергә

Зөһрә Хәдит ҡыҙы Фәйзуллина 1946 йылдың 29 июлендә Башҡорт АССР-ының Әбйәлил районы Ҡаҙмаш ауылында тыуған.

Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлаған.

1969—1980 йылдарҙа Әбйәлил районы мәктәптәрендә әҙәбиәт һәм тел уҡытыусыһы булып эшләй.

1980 йылда Сибайға күсеп килә, артабан мәктәп-интернатта һәм Сибай педагогия училищеһында (колледжы) уҡыта.

1996—2001 йылдарҙа «Атайсал» төбәк-ара гәзитенең баш мөхәррире була.

2005—2012 йылдарҙа — Сибайҙағы «Сулпан» башҡорт балалар театрының әҙәби бүлеге етәксеһе булып эшләй.

Зөһрә Хәдит ҡыҙы Фәйзуллина 2020 йылдың 27 октябрендә Өфө ҡалаһында вафат булды[2].

Ижады үҙгәртергә

Балалар һәм өлкәндәр өсөн төрлө жанрҙарҙа ижад итә. Уның «Илекле ҡыр», «Мөғжизә көтәм» йырҙар йыйынтыҡтары, «Йырҙарым — йөрәгемдә» электрон йырҙар баҫмаһы, кескәйҙәр өсөн «Олатайым аманаты» шиғырҙары; «Оло Етегән» пьесалар йыйынтығы, Мәктәп сәхнәһе өсөн пьесалар (2010 йыл); «Йәйғор төҫө» шиғырҙар альманахы һәм «Беҙҙең байрамдар» сценарийҙар йыйынтығы сығарыла.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы,
  • Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге премия,
  • Ким Әхмәтйәнов исемендәге премия
  • Хөсәйен Әхмәтов исемендәге премия

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Зөһрә Фәйзуллина. Биография, шиғырҙар//Балалар әҙәбиәте антологияһы — Өфө, 2014 — 196-196-се бб.