22 октябрь
көнө
(22 октября битенән йүнәлтелде)
22 октябрь — григориан стиле буйынса йылдың 295-се көнө (кәбисә йылында 296-сы). Йыл аҙағына тиклем 70 көн ҡала.
22 октябрь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
22 октябрь Викимилектә |
← октябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | |
7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 |
14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 |
21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 |
28 | 29 | 30 | 31 | |||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ер: Тотлоғоп һөйләшеүселәр көнө.
- Психофизика (Фехнер) көнө.
- Ксерокопияның тыуған көнө.
- CAPS LOCK (Caps Lock Day) клавишаһы көнө.
- АҠШ: Сәтләүек көнө.
- Гондурас: Ғәскәр көнө.
- Маршалл Утрауҙары: Дуҫлыҡ көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: «Аҡ торналар» көнө.
- Сомали: Революция көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Ҡораллы Көстәрҙең финанс-иҡтисад хеҙмәте көнө.
- 1702: Пётр I етәкселегендәге рус ғәскәрҙәре Нотебург ҡәлғәһен ала.
- 1721: Рәсәй Империя итеп иғлан ителә.
тулы исемлек
- 1730: Ладога каналы асыла.
- 1797: Француз Андре Жак Гарнерен тарихта беренсе тапҡыр парашют менән осоу аппаратынан — һауа шарынан һикерә.
- 1842: Ювелир Густав Фаберже Санкт-Петербургта зәргәр оҫтаханаһы аса.
- 1883: Нью-Йоркта Метрополитен-опера эшләй башлай.
- 1909: Элиза Дерош (Франция) ҡатын-ҡыҙҙарҙан беренсе булып самолетта яңғыҙы осош яһай.
- 1919: Петроград янында большевиктар тарафынан Юденичтың Төньяҡ-Көнбайыш армияһы ҡыйратыла.
- 1990: Ҡырғыҙстан үҙаллылыҡ иғлан итә.
- 2009: «Windows 7» системаһы ҡулланыуға тәҡдим ителә.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
үҙгәртергә0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Ғөзәйеров Морат Баҡый улы (1950), ғалим-инженер-электромеханик, юғары мәктәп һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1973 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1999 йылдан университеттың уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса проректоры, 2003—2014 йылдарҙа ректоры, бер үк ваҡытта электротехниканың теоретик нигеҙҙәре кафдраһы мөдире. Башҡортостан Республикаһының 3-сө һәм 4-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. 2003 йылдан «Вестник УГАТУ» журналының баш мөхәррире. Техник фәндәр докторы (1998), профессор (2000). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2007) һәм атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1997), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2006) һәм Рәсәй Хөкүмәтенең мәғариф өлкәһендәге премияһы лауреаты (2011).
- Ғәлимова Рәмилә Суфиян ҡыҙы (1955), Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы «Нур» балалар шифаханаһының баш табибы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы.
тулы исемлек
- Ильясова Светлана Йәүҙәт ҡыҙы (1955), Мәсетле районы Әләгәҙ участка дауаханаһы табибы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2012).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Ҡарамышев Лотфулла Ғибәҙулла улы (1916—27.03.1985), партия һәм совет органдары эшмәкәре. 1945 йылдағы совет-япон һуғышында ҡатнашыусы. 1949 йылдан КПСС-тың Күгәрсен, 1951 йылдан — Хәйбулла район комитетының икенсе секретары; 1954 йылдан хеҙмәтсәндәр депутаттарының Хәйбулла, 1959 йылдан — Учалы район Советы башҡарма комитеты рәйесе. Башҡорт АССР-ының бишенсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1957).
- Абдуллин Рәмил Рәйес улы (1961), график. 1991 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2016). Сығышы менән хәҙерге Үзбәкстандың Андижан ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Ямалов Илдар Урал улы (1961), ғалим-инженер-электрик, дәүләт хеҙмәткәре. 1984 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2014—2015 йылдарҙа дистанцион уҡытыу һәм филиалдар менән етәкселек итеү буйынса проректор вазифаһын башҡарыусы; бер үк ваҡытта 1995 йылдан хәҙерге Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының ғилми техник идаралығы начальнигы, 1998 йылдан — министр урынбаҫары; 2010 йылдан Башҡортостан Республикаһының элемтә һәм киң коммуникациялар министры урынбаҫары; 2012 йылдан Башҡортостандың Мәғлүмәт технологиялары агентлығы етәксеһе. Техник фәндәр докторы (2008). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Осинцев Михаил Александрович (1907—3.06.1968), тимер юлсы, юғары мәктәп эшмәкәре, йәмәғәтсе. СССР-ҙың төньяҡ-көнбайыш төбәктәрен хеҙмәтләндергән Октябрьский тимер юлының 1949—1961 йылдарҙағы начальнигы. 1965 йылдан Ленинград тимер юл инженерҙары институты ректоры, бер үк ваҡытта 1967 йылдан кафедра мөдире, доцент (1967). РСФСР-ҙың 4-се саҡырылыш (1955—1959) Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1959). КПСС-тың 19-сы, 20-се һәм 22-се съездары делегаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әлшәй районы Шафран ауылынан.
- Вәлиев Сәлих Шәйбәк улы (1912—12.10.1970), 1939—1940 йылдарҙағы совет‑фин һуғышында һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир. Уҡсылар полкының взвод командиры, өлкән лейтенат (1944). Советтар Союзы Геройы (1943). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Кушнаренко районы Иҫке Ғүмәр ауылынан.
тулы исемлек
- Ғәптрәүепов Фәнил Миңләхмәт улы (1952), нефтсе. 1975—2009 йылдарҙа «Саҡмағошнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығының электр һәм газ менән иретеп йәбештереүсеһе. 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1986). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Абдулла ауылынан.
- Ишморатова Рима Рафаэль ҡыҙы (1957), торлаҡ-коммуналь тармағы хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1987 йылдан Күмертау торлаҡ-коммуналь хужалығының баш инженеры, 1991 йылдан юл-йәшелләндереү предприятиеһы директоры. Ҡала Советы депутаты, Совет рәйесе урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһы хеҙмәтләндереү өлкәһенең атҡаҙанған (1999), Рәсәй Федерацияһы торлаҡ-коммуналь хужалығының почётлы хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо ҡаланан.
- Николайчук Вадим Алексеевич (1962), нефтехимик, йәмәғәтсе. 2006 йылдан «Башнефть» берекмәһе филиалы «Өфөнефтехим» йәмғиәтенең башҡарыусы, 2009 йылдан — генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының өсөнсө (2003—2008) һәм дүртенсе (2008—2013) саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Красильников Александр Фёдорович (1898—12.05.1957), металлург-инженер. 1935—1937 йылдарҙа 706-сы Белорет заводының баш инженеры, 1945—1957 йылдарҙа директор урынбаҫары, техник бүлек начальнигы. Сталин премияһы лауреаты (1952).
- Миңлебаев Ғүмәр Хажинур улы (1923—19.11.1999), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, хәрби осоусы, штурмлау авиацияһы полкының эскадрилья командиры урынбаҫары, майор. Советтар Союзы Геройы (1945). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы Урҙайбаш ауылынан.
тулы исемлек
- Гущенская Вера Михайловна (1953), педагог. 1986—2008 йылдарҙа Баймаҡ ҡалаһы Йәш натуралистар станцияһы директоры. Рәсәйҙең почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2006), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2000). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Аҡтау ауылынан.
- Мусин Зөбәир Харис улы (1953), табип-ғалим. 1988 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, 1997—2012 йылдарҙа — кафедра мөдире. Медицина фәндәре кандидаты (1989). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районының Ниғәмәт ауылынан.
- Смаков Рауил Хәлим улы (1953), сәнәғәт өлкәһе, партия һәм муниципаль органдар хеҙмәткәре. 1974 йылдан «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһенең, 1981—1991 йылдарҙа КПСС-тың Салауат ҡала комитеты инструкторы, ойоштороу бүлеге мөдире; 1996 йылдан ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары, 2009—2015 йылдарҙа территориаль һайлау комиссияһы рәйесе. «Башҡортостан Республикаһында фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн» билдәһе (2013) һәм Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы (2003) менән бүләкләнеүсе. Салауаттың почётлы гражданы (2015). Сығышы менән ошо ҡаланан.
- Сәфиуллина Хәҙисә Мозафар ҡыҙы (1953), малсы. 1977—2008 йылдарҙа Баймаҡ районы Октябрҙең 50 йыллығы исемендәге колхоздың быҙау ҡараусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2005), коммунистик хеҙмәт ударнигы (1978). Сығышы менән ошо райондың Үрге Иҙрис ауылынан.
- Хәмитова Мөнирә Мөхтәсип ҡыҙы (1963), бухгалтер. 1982 йылдан Әбйәлил район ҡулланыусылар йәмғиәте кондитеры, ревизор-бухгалтеры; 2000 йылдан — Амангилде филиалы, 2003 йылдан «Общепит» йәмғиәте директоры, 2004 йылдан — район ҡулланыусылар йәмғиәте рәйесе; 2010 йылдан Башҡортостан Республикаһының Милли банкы ашханаһы мөдире. Башҡортостан Республикаһының туҡланыу индустрияһының атҡаҙанған хеҙмәткәре (2003). Сығышы менән Әбйәлил ауылынан.
- Шиһапов Рәмил Мәхмүт улы (1963), төҙөүсе, һәүәҫкәр спортсы. «Башҡортостан Республикаһының торлаҡ төҙөлөшө фонды» дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе. 1-се дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы, Рәсәй Президентының һәм Башҡортостан Республикаһының Почёт грамоталары менән бүләкләнеүсе. Ҡырмыҫҡалы районының почётлы гражданы (2022). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Белорет районының Сермән ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Ажнакин Александр Григорьевич (1924—22.04.1999), төҙөүсе. 1964—1985 йылдарҙа 4‑се махсус төҙөлөш идаралығы начальнигы. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе (1974). СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1982). Почёт Билдәһе ордены кавалеры (1971). Сығышы менән хәҙерге Пенза өлкәһенең Мокшан районы Марфин ауылынан.
- Бикҡолова Әлмира Талха ҡыҙы (1929—22.09.2013), ғалим-химик, юғары мәктәп уҡытыусыһы, шағир һәм йәмәғәт эшмәкәре. Химия фәндәре докторы (1991), профессор (1995). Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1996—2013 йылдарҙа «Күп милләтле Санкт‑Петербург» яҙыусылар союзы рәйесе, 1995—2013 йылдарҙа Санкт-Петербургтағы Башҡорт милли-мәҙәни автономияһы рәйесе. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2009).
тулы исемлек
- Матвеев Николай Васильевич (1929—12.08.1985), быраулау мастеры. 1961—1985 йылдарҙа «Башкиргеология» производство берекмәһенең Баймаҡ геология разведка партияһында быраулау мастеры. СССР-ҙың дәүләт премияһы лауреаты (1980). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Архангел районының 1981 йылда рәсми бөтөрөлгән Воздвиженка ауылынан.
- Елохина Людмила Германовна (1959), малсы. Ҡариҙел районы «Урғыш» совхозының һауынсы-ветераны. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо райондан.
Дөйөм исемлек
үҙгәртергә- 1844: Сара Бернар, Франция актёры.
- 1870: Иван Бунин, Рәсәй империяһы яҙыусыһы һәм шағиры, әҙәбиәт буйынса Нобель премияһы лауреаты.
тулы исемлек
- 1929: Лев Яшин, СССР футболсыһы, ҡапҡасы.