Матвеев Николай Васильевич
Матвеев Николай Васильевич (22 октябрь 1929 йыл — 12 август 1985 йыл) — геолог, быраулау мастеры. 1961—1985 йылдарҙа «Башкиргеология» производство берекмәһенең Баймаҡ геология разведка партияһында быраулау мастеры. СССР-ҙың дәүләт премияһы лауреаты (1980)
Матвеев Николай Васильевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 22 октябрь 1929 |
Тыуған урыны | Өфө кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 12 август 1985 (55 йәш) |
Вафат булған урыны | Баймаҡ, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | геолог |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәНиколай Васильевич Матвеев 1929 йылдың 22 октябрендә Башҡорт АССР-ының Өфө кантонының[1] 1981 йылда рәсми бөтөрөлгән Воздвиженка ауылында күп балалы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.
1950 йылда Гординская Софья Филипповна (1930 йыл тыуған) менән өйләнешәләр, уларҙың өс балалары тыуа: Василий, Сергей һәм Галина.
«Башкиргеология» производство берекмәһендә егерме йылдан ашыу быраулаусы булып эшләй, 1972 йылда Н. В. Матвеев Баймаҡ геология- разведка экспедицияһының быраулау мастеры булып китә.
Эшендә тотороҡло, юғары һөҙөмтәлелеккә скважиналарҙы быраулауҙың Н. В. Матвеев индергән юғары нәтижәле ысулын ҡулланыу (еңел иреүсән быраулау торбаларын ҡулланып, быраулау валдары әйләнешенең юғары тиҙлегендә) иҫәбенә өлгәшелә. Тоҡомдар ярыҡлы булыуы сәбәпле, скважиналар яңы участкаларҙы ҡаҙығанда алмас колонкалар менән быраулауға күсергә тура килгәс, ул гидробәргес ҡуллана һәм уңыштарға өлгәшкәс, үҙ тәжрибәһен башҡа мастерҙарға тапшыра. Һөҙөмтәлә киләһе йылда уҡ Башҡортостан берекмәһе буйынса гидробәргес быраулау менән скважиналарҙың ҡаҙып үтеүе 50%-ҡа арта.
Хеҙмәтендәге ҙур ҡаҙаныштары, геология-разведка скважиналары быраулағанда эске резервтарҙы эҙләп табыу һәм файҙаланыу нигеҙендә өлгәшелгән эшенең юғары һөҙөмтәлелеге һәм сифаты өсөн, Баймаҡ геология-разведка экспедицияһының быраулау мастеры Николай Васильевич Матвеев 1980 йылда СССР-ҙың дәүләт премияһына лайыҡ була[2][3].
Башҡорт АССР-ының Баймаҡ ҡалаһында, 1985 йылдың 12 авгусында, ҡаты ауырыуҙан һуң 56-сы йәшендә Николай Васильевич Матвеев вафат була. Үҙенең эштәрен өлкән улы Василийгә тапшыра.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- СССР-ҙың дәүләт премияһы (1980)
- «Фиҙакәр хеҙмәте өсөн. Владимир Ильич Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы» юбилей миҙалы
- «Хеҙмәт ветераны» миҙалы
- өс "Социалистик ярыш еңеүсеһе" билдәһе (1974, 1976, 1978)
- «Туғыҙынсы биш йыллыҡ ударнигы» тамғаһы (1975)
- «Унынсы биш йыллыҡ ударнигы» тамғаһы (1980)
- «Ер аҫты разведкаһы отличнигы» тамғаһы (1980)
- күп һанлы грамоталар
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Архангел районы
- ↑ Разведка и охрана недр. Госгеолтехиздат, 1981. Проверено 14 июля 2013.
- ↑ Разведчик недр // Блокнот агитатора. — 1981. — № 1. — С. 14.