Белорет заводы
Белорет заводы — Ырымбур губернаһының Верхнеурал өйәҙендә, Верхнеуральскиҙан 60 саҡрым көнбайышҡа табан, Ағиҙел йылғаһы буйында, Нура йылғаһы тамағына яҡын, 1628 фут абсолют бейеклектә, 53°58' төньяҡ киңлектә һәм 53°49' көнсығыш оҙонлоҡта урынлашҡан суйын иретеү һәм тимер эшләү заводы.
Белорет заводы | |
Нигеҙләү датаһы | 1762 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Белорет |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | Верхнеурал өйәҙе, Рәсәй империяһы |
Хеҙмәткәрҙәр | 3721 кеше (1805) |
Продукция | Суйын[d] һәм тимер |
Мираҫ статусы | объект культурного наследия России федерального значения[d] |
Белорет заводы Викимилектә |
Твердышев һәм Мясников тарафынан Бала Ҡатай улусы башҡорттарынан һатып алынған ерҙә 1762 йылда нигеҙ һалынған, хәҙер Тирлән заводы менән бергә Белорет заводтары йәмғиәтенә ҡарай. Заводҡа бирелгән башҡорт аҫаба дайсалары 170041 дисәтинә, шуның 152020 дисәтинәһе ҡарағай, пихта, шыршы һәм һирәгерәк уҫаҡ һәм ҡайындан торған урман. Таулы ер; үҙәндәре уңдырышлы һәм балсыҡлы тупраҡлы. Рудниктары заводтан 90 саҡрым алыҫлыҡта һәм Урал йылғаһы аръяғында, Ҡырғыҙ далаларында, Атач тауында урынлашҡан. Домнала иретеү, металл ҡойоу, тимер эшләү һәм сым етештереү производствоһы. Унда 20 һыу менән хәрәкәтләндереү тәгәрмәсе, 6 турбина, 6 пар машинаһы һәм локомобиль (көстәрҙең дөйөм иҫәбе 1232) бар. 1888 йылда 728453 бот суйын иретелгән, 419906 бот тимер һәм 11081 бот тимер изделиелары эшләнгән.
Инфраструктураһы
үҙгәртергәБелорет тау округына ингән. 1767 йылда эшләй башлаған, домна мейесе, 14 сүкеү машинаһы булған. XVIII быуат аҙағында завод ҡарамағында 2 домна мейесе, 10 горн, 13 сүкеп йәйеү, якорь, йәйпәкләү һәм киҫеү сүкештәре булған инде. 1894 йылда мартен производствоһы индерелә.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Белорецкий завод // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)(рус.)
- З. И. Гудкова, А. И. Лебедев Белорецкий завод 2016 йыл 9 апрель архивланған.