Джомолунгма

(Эверест битенән йүнәлтелде)

Джомолу́нгма (тиб. ཇོ་མོ་གླང་མཇོ་མོ་གླང་མ, ҡыт. трад. 珠穆朗瑪峰, упр. 珠穆朗玛峰, пиньинь: Zhūmùlǎngmǎ fēng, палл.: Чжумуланма фэн), Эвере́ст (ингл. Mount EverestMount Everest), Сагарма́тха (непальск.непал सगरमाथा), Шэнмуфэн (ҡыт. трад. 聖母峰, упр. 圣母峰, пиньинь: Shèngmǔ fēng) — Ерҙең иң бейек түбәһе (диңгеҙ кимәленән 8848 м бейеклектә).

Джомолунгма
ингл. Mount Everest
непал सगरमाथा
тиб. ཇོ་མོ་གླང་མ
ҡыт. 珠穆朗瑪峰
ҡыт. 珠穆朗玛峰
ҡыт. 聖母峰
ҡыт. 圣母峰
Рәсем
Тау һырты Махалангур-Химал[d]
Яҡынса бейеклеге 8848,86 метр
Топографическая изоляция 40 008 km
Кем хөрмәтенә аталған Джордж Эверест[d][1]
Донъя ҡитғаһы Азия
Дәүләт  Непал[2]
 Ҡытай[3]
Административ-территориаль берәмек Солукхумбу[d] һәм Тибетский автономный район[d]
Сәғәт бүлкәте NPT[d] һәм CNST[d]
Находится в охранной зоне Национальный парк Сагарматха[d]
Урын Һималайҙар[3]
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан Һималайҙар[3] һәм китайско-непальская граница[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 8848,86 метр[4][5]
Әһәмиәтле урын Everest Base Camp (North, Tibet)[d], Everest Base Camp (South, Nepal)[d] һәм Base Camp II[d]
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән тау тоҡомо һәм лёд[d]
Йылына инеүселәр һаны 0, 891, 807, 648, 641, 0, 106, 658, 547, 146, 2, 4, 3 һәм 6
Урынлашыу картаһы
Рельефная позиционная карта
Вид в ночное время
Панорамный вид
Peak bagging classification восьмитысячники[d]
Диаграмма сравнения размеров
Вид из этого места
Вид с воздуха
Карта
 Джомолунгма Викимилектә

Географияһы

үҙгәртергә
 
Эыерестың Гималайҙа урынлашыуы

Гималай тауҙарының Махалангур-Химал һыртында (Кхумбу-Гимал тип аталған өлөшө) урынлашҡан. Көньяҡ түбәһе (8760 м) Непал менән Тибет автономиялы районы (Ҡытай) сигендә ята, Төньяҡ (төп) түбәһе (8848 м) Ҡытай биләмәһендә урынлашҡан.

Эверест өс ҡырлы пирамидаға оҡшаған, көньяҡ битләүе үтә текә. Көньяҡ битләүендә һәм ҡабырғаларында  ҡар һәм фирн - ҡаты ҡар ҡатламы ята алмай, шуға улар шәрә. Төньяҡ-көнсығыш яурынының бейеклеге 8393 м. Итәгенән түбәһенә тиклем бейеклеге яҡынса 3550 м. Түбәһе, нигеҙҙә, ултырма тау тоҡомдарынан тора.

Көньяҡтан Эверест Көньяҡ эйәр артылышынан (7906 м) Лхоцзе (8516 м) менән тоташа, уны ҡайһы берҙә Көньяҡ түбә тип атайҙар. Төньяҡтан Эвересты үткерләнгән кеүек осло Төньяҡ эйәр (7020 м)  Төньяҡ түбә — Чангзе (7543 м) менән тоташтыра. Көнсығышта үтеп сыҡҡҡыһыҙ Кангашунг (3350 м) көнсығыш стенаһы ҡапыл упҡын ситендә туҡтай. Тауҙан төрлө яҡҡа боҙлоҡтарҙан һыу аға, яҡынса 5 км бейеклегендә һыу ағыуы тамамлана.

Джомолунгма өлөшләтә Сагарматх милли паркы (Непал) составына инә.

Джомолунгма түбәһендә сәғәтенә 200 км тиҙлектә иҫкән көслө елдәр була. 

Ғинуарҙа уртаса айлыҡ һауа температураһы -36 °C (ҡайһы бер төндәрҙә температура -50... -60 °C тиклем төшөүе ихтимал), июлдә 0 °C самаһы.

Этимологияһы

үҙгәртергә

Тибет теленән тәржемәлә «Чомолангма» (ཇོ་མོ་གླང་མ) «Тормош энергияһының (གླང) илаһи (ཇོ་མོ)  Әсәһе (མ)» тигәнде аңлата. Бона Алиһәһе Шераб Чжамма (Sherab «аҡыллы», Cham-ma «яратыусы әсә»), (әсәләрҙең көс-ғәйрәтен кәүҙәләндереүсе[6]) хөрмәтенә тау шулай атала. Түбәнең тибетса башҡа атамаһы — «Чомогангкар» (ཇོ་མོ་གངས་དཀར): «Изге Әсә, аҡ ҡар кеүек Изге Әсә»[7].

Инглизсә «Эверест» (ингл. Mount EverestMount Everest) атамаһы сэр Джордж Эверест (ингл. George EverestGeorge Everest, 17901866), 1830- 1843 йылдарҙа британ Һиндостанының геодезия хеҙмәте етәксеһе, хөрмәтенә бирелгән. Был атаманы 1856 йылда Джорж Эверестың вариҫы Эндрю Во (ингл. Andrew WaughAndrew Waugh, 18101878) хеҙмәткәре Радханат Сикдар күрһәткән һөҙөмтәләр баҫылып сыҡҡандан һуң тәҡдим итә. Уның хеҙмәткәре 1852 йылда тәүге тапҡыр «Пик XV»  бейеклеген үлсәй һәм пиктың был төбәктә генә түгел, моғайын, бөтә донъяла иң юғары нөктә булып тороуын күрһәтә[8].

Бейеклекте үлсәү

үҙгәртергә
 
3D-анимация Джомолунгмы и окружающего ландшафта

Джомолунгманың Ерҙә иң юғары тау түбәһе булыуын һинд математигы һәм топографы Радханат Сикдар Һиндостанда Джомолунгманан 240 км алыҫлыҡта булған сағында 1852 йылда тригонометрия иҫәпләүҙәре нигеҙендә билдәләй. 

1856 йылда британ Һиндостанының геодезия хеҙмәте,  беренсе тапҡыр үлсәп, түбәнең бейеклеге — теүәл 29 000 фут (8839 м) тип билдәләй, әммә Джомолунгманың бейеклеге 29 002 фут (8840 м) тип иғлан ителә. 29 000 тулы һан булғанға үлсәүҙең теүәллегенә шик тыумаһын өсөн ирекле рәүештә 2 һаны өҫтәлә.

1950 йылдарҙа һинд топографтары, теодолиттар ярҙамында Джомолунгманың бейеклеген ҡабат үлсәп, уның диңгеҙ кимәленән 29 028 фут (8848 м) бейеклектә булыуын билдәләй.

1975 йылда ҡытай экспедицияһы түбәнең бейеклеген 8848,13 м тип аныҡлай.

1998 йылда Америка экспедицияһы GPS ярҙамында түбәнең бейеклеген 8850 м тип билдәләй, йәғни XIX быуатта инглиз топографтары һәм картографтары билдәләгәндән 11 метрға бейегерәк. Яҡынса шул уҡ ваҡытта итальян геологы Ардито Дезио, заманса радиоаппаратура ҡулланып, түбәне үҙе үлсәп ҡарағандан һуң уның бейеклеге 8872,5 метр, йәғни әлеге мәлдә иҫәпләнелгәнгә ҡарағанда[9] 25 метр самаһына бейегерәк, тип белдерә. Ләкин уның да, башҡаларҙың да һөҙөмтәләре рәсми рәүештә танылмай.

2005 йылда Ҡытайҙың геодезия һәм картография дәүләт идаралығы директоры Джомолунгманың бейеклеген үлсәүҙә яңы, теүәлерәк һөҙөмтәне баҫтырып сығара. 2005 йылдың майында Джомолунгмаға экспедиция ваҡытында Ҡытай ғалимдары үткәргән үлсәүҙәргә ярашлы тауҙың бейеклеге диңгеҙ кимәленән 8844,43 м (±21 см) тәшкил итә[10].

 2010 йылдың 8 апреленән Джомолунгманың рәсми бейеклеге диңгеҙ кимәленән 8848 м  тип билдәләнә, ә ҡаты тау тоҡомо 8844 м[11] тәшкил итә.

2015 йылда Непалдағы ер тетрәүҙән һуң коммерция менән бәйле булмаған UNAVCO геофизик тикшеренеүҙәр консорциумы мәғлүмәттәре буйынса, Джомолунгманың бейеклеге яҡынса 2,54 см-ға (1 дюйм)[12] кәмегән.

Эверест, альпинизм объекты булараҡ

үҙгәртергә
 
Кала-Патхар түбәһенән Джомолунгма күренеше  

Эверест, Ерҙең иң юғары нөктәһе булараҡ, альпинистарҙың оло иғтибарын үҙенә тарта;  даими рәүештә иң бейек түбәгә менеү ынтылыштары ла бихисап.

Түбәгә менеү яҡынса 2 ай ваҡытты ала — климатҡа күнегеү һәм лагерҙар урынлаштырыуҙы ла индереп. Менеү барышында тәндең уртаса 10-15 кг ауырлығы юғалтыла. Түбәгә менеү юлдары биләмәләрендә урынлашҡан илдәр түбәгә күтәрелеү мөмкинлеге биргән өсөн ҙур аҡса ала.[13] Күтәреү мөмкинлеге өсөн дә аҡса түләтелә[14]. Түбәгә күтәрелергә теләгән экспедициялар араһында сират  урынлаштырыла. Джомолунгмаға Тибет яғынан (КНР) күтәрелеү арзаныраҡҡа төшә.

 
Самолет бортынан Эверест күренеше

Муссондар булмағанлыҡтан, яҙ һәм көҙ — түбәгә менеүҙең иң ҡулай осоро. Көньяҡ һәм төньяҡ битләүҙәр буйлап яҙын күтәрелеү ҡулайыраҡ. Көҙөн тик көньяҡ битләүҙән генә күтәрелергә мөмкин.

Күтәрелеүҙәрҙең ҙур ғына өлөшөн махсуслашҡан фирмалар ойоштора һәм коммерция төркөмдәре составында башҡарыла. Был фирмалар клиенттары кәрәгенсә өйрәткән, кәрәк-яраҡтар биргән һәм  күтәрелеш ваҡытында, мөмкин булған тиклем, хәүефһеҙлек тәьмин иткән гидтарға күрһәткән хеҙмәттәре өсөн аҡса түләй. Түбәгә күтәрелеү хаҡы — 85 мең доллар (США), шуныһы иғтибарға лайыҡ: Непал хөкүмәтенә түбәгә бер тапҡыр күтәрелергә рөхсәт биргән өсөн 10 мең доллар[15] түләргә тура килә.

XXI быуатта, туристик инфраструктура үҫешеү сәбәпле, түбәгә күтәрелеүҙәр йылдан-йыл арта бара.  Мәҫәлән, 1983 йылда түбәгә 8 кеше менеп еткән булһа, 1990 йылда был һан яҡынса 40-ҡа етә, ә 2012 йылда инде Эверестҡа бер көн эсендә 234 кеше күтәрелә[16]. Күтәрелеү юлында күп сәғәтлек тығындарҙа торорға тура килә, хатта альпинистар араһында талаш-тартыштар ҙа булғылай.[17].

Белгестәр иҫәпләүенсә, экспедицияның уңышы туранан-тура һауа торошона һәм сәйәхәтселәрҙең экипировкаһына бәйле[14]. Кеше нисек кенә етди әҙерлек үтмәһен, Джомолунгмаға артылыу һәр бер кеше өсөн етди һынау булып ҡала[14]. Эверестҡа күтәрелеү алдынан ундағы климатҡа яраҡлашыу һиҙелерлек роль уйнай. Түбәгә күтәрелеүҙең тәүге ынтылышын яһағансы көньяҡтан күтәрелеүсе типик экспедиция Катмандунан 5364 м бейеклектә урынлашҡан база лагерына барып етеү өсөн ике аҙна ваҡыт сарыф итә, һәм юғарылағы климатҡа өйрәнеү өсөн бер ай тирәһе китә.

Эверестҡа артылыуҙың иң ҡатмарлы участкаһы — һуңғы 300 м, тауға үрмәләүселәр уны «ер йөҙөндәге иң оҙон ара» тип атай. Текә битләүҙәге шыма таштар ҡырпаҡ ҡар менән ҡапланған була.

Ауырлыҡтар

үҙгәртергә

Тауҙың иң юғары нөктәһенә етеү маҡсаты менән Эвересҡа күтәрелеү ифрат ҙур ауырлыҡтарға бәйле, ҡайһы берҙә күтәрелеүселәрҙең дә, шулай уҡ  йөктәрҙе күтәреп барыусы шерптарҙың дә һәләк булыуы ихтимал. Яуларға теләгән түбәләрҙең үтә бейек булыуы сәбәпле, иң тәүге сиратта насар һауа шарттары кешегә ауырлыҡ килтерә. Һауала кислород миҡдары бик түбән булыуы, һауа температураһының кинәт кенә минус 50-60 градусҡа тиклем төшөүе, даими рәүештә кинәт кенә килеп сыҡҡан дауыл елдәре, өҫтәүенә ҡояш радияцияһының көслә булыуы, әлбиттә, кеше ғүмерен үлемесле хәүеф аҫтына ҡуя. Быларҙан тыш альпинистарға «стандарт» ҡурҡыныстар ҙа янай: тау баштарынан емерелгән лайғы (лавина), текә упҡындар, тау ярыҡтарына төшөп китеү ҡурҡынысы. 

Тауға күтәрелеүҙәр тарихы

үҙгәртергә
 
Лхоцзе, Джомолунгма һәм Ама-Даблам — Тенгбоче яғынан күренеш
 
 Джомолунгма районында күккә ашҡан түбәләр

1953 йылда Эверест түбәһенә беренсе тапҡыр кеше аяғы баҫҡанға тиклем Гималай һәм Каракорумға (Джомолунгма, Чогори, Канченджанга, Нангапарбат и башҡа түбәләргә) 50-гә яҡын экспедиция ойошторола. Уларҙа ҡатнашыусылар 7 мең метр бейеклегендәге бер нисә түбәгә менеп етә, әммә һигеҙ меңлек түбә башына менергә тырышыуҙарҙың береһе лә уңыш килтермәй. 1950 йылда француздар беренсе булып һигеҙ меңлек — Аннапурнаны яулай.

Инглиз апьпинистары, кислород ҡулланып, Эвересҡа күтәрелеүҙә яҡшыраҡ һөҙөмтәләргә өлгәшә. 1921 йылғы разведка экспедицияһынан һуң 1922 йылда тағы ла экспедиция ойошторола. Джордж Финч и Джеффри Брюс, беренсе тапҡыр кислород ҡулланып, 8320 м бейеклегенә күтәрелә. 1924 йылда Нортон 8565 м, ә Джордж Мэллори һәм Эндрю Ирвин (инглиз. Noel) 8600 метрҙан юғарыраҡ күтәрелә. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса һуңғы тапҡыр уларҙы түбәнен 150 м алыҫлыҡта тере килеш күргәндәр (бинокль аша). Улар түбәнән төшкән мәлдә һәләк булған, тигән фараз бар.  Мэллориҙың кәүҙәһе 1999 йылда ғына табыла. 1933 йылда П. Вин-Харрис, Л. Уэйгер и Ф. Смит 8565 м бейеклегенә етә. 1934 йылда махсус альпинист әҙерлеге үтмәгән Морис Уилсон 7 мең метр бейеклегендә һәләк була, әммә ул 8,5 мең метр бейеклегендә палатка ҡуйған, тип раҫлаусылар ҙа бар. Артабанғы британ экспедициялары 1936 һәм 1938 йылдарҙа ойошторола. 1947 йылда канадалы Эрл Денман ике шерп менән тик 6,7 км-ға етә ала. 

1949 йылға тикдем экспедициялар планетаның иң бейек нөктәһенә тауҙың төньяғы — Тибет яғынан менергә тырыша, сөнки Непал 1948 йылға тиклем европалылар өсөн ябыҡ була[18]. Эверестҡа Непал яғынан беренсе тапҡыр 1949 йылда инглиздәр менергә тырыша. Был 1950 йылда ғәмәлдә Тибет европалылар өсөн ябыла.

 
Эдмунд Хиллари 1953 йылда

Беренсе тапҡыр иң юғары нөктәгә 1953 йылдың 29 майында уларҙан алда швейцарҙар тикшереп үткән юл буйлап шерп Тенцинг Норгей һәм Яңы Зеландиянан Эдмунд Хиллари Көньяҡ эйәр аша Эверестың иң юғары нөктәһенә менеп етә. Улар кислород приборҙарынан файҙалана. Экспедиция эшендә 30-ҙан ашыу шерп ҡатнаша[19][20].

Һуңғы йылдарҙа планетаның иң юғары нөктәһен донъяның төрлө илдәре — АҠШ, СССР, ҠХР, Һиндостан, Япония, Италияи һәм башҡа илдәр альпинистары яулай.

1963 йылдың 1 майында Джим Уиттакер (Jim Whittaker) Эверестҡа аяҡ баҫҡан тәүге американлы була. Өс аҙнанан һуң тағы ла американ экспедицияһы быға тиклем бер кем дә күтәрелмәгән Көнбайыш ҡабырғанан[21] Эвересты яулай.

1975 йылдың яҙында Эвересты яулауға тәүге тапҡыр ҡатын-ҡыҙҙар экспедицияһы сыға. Япон альпинисы Дзюнко Табэй (1976) ҡатын-ҡыҙҙарҙан беренсе булып Джомолунгманың иң бейек түбәһенә аяҡ баҫа. Европаларҙан беренсе булып поляк Ванда Руткевич (1978) түбәне яулауға өлгәшә. Екатерина Иванова (1990) иң юғары түбәгә менеп еткән беренсе совет альпинисы.

1975 йылдың 24 сентябрендә Крис Бонингтон етәкселегендәге британ экспедицияһы беренсе тапҡыр Эверестың[22] Көньяҡ-көнбайыш диуарын үтә. Түбәгә Даг Скотт һәм Дугал Хэстон менеп етә. Ике көндән, 26 сентябрҙә,  Питер Бордман һәм шерп Петемба (ингл. PertembaPertemba) уларҙың түбәгә менгән юлын ҡабатлай. Улар артынан барған Мик Берк хәбәрһеҙ юғала[23].

Артабанғы йылдарҙа түбәне тәүге яуларсыларҙың классик юлы буйлап Эвересҡа Бөйөк Британия, Непал, США, Көньяҡ Корея, Австрия и ГФР кеүек илдәр альпинистары күтәрелә, өҫтәүенә Райнхольд Месснер һәм Питер Хабелер түбәгә штурм ваҡытында бөтөнләй кислород ҡулланмай. Ошо экспедициялар составында булған ике ҡатын-ҡыҙ — полька Ванде Руткевич (1978) һәм немка Ханнелоре Шмац (төшкән ваҡытта һәләк була) — Эвересты яулауға өлгәшә. Француздар Ж. Афанасьеф менән Н. Жэжэ 8 км-нан 6,5 км-ға тиклем саңғыла төшә[18].

Анджей Завада (поляк. Andrzej Zawada) етәкселегендәге поляк экспедицияһы Беренсе булып Эвересҡа ҡышын күтәрелә. Лешеком Цихы[pl] һәм Кшиштоф Велицкий ҙа ошо батырлыҡты ҡабатлай. Улар Көньяҡ-көнсығыш һырттан һауа температураһы Цельсий буйынса илле градустан түбән булғанда күтәрелә[24][25]. Бер нисә айҙан (1980 йылдың яҙында)) А. Завада етәкселегендәге поляк экспедицияһы Эвересҡа яңы маршрут һала. Көньяҡ контрфорс буйынса Анджей Чок һәм Ежи Кукучка күтәрелә

Ҡағиҙә булараҡ, бөтә альпинистар ҙа Эвересҡа кислород маскаларында күтәрелә. Ә бына итальян Рейнхольд Месснер һәм немец Питер Хабелер в 1978 йылда түбәгә менеп еткәнсе кислород маскаһын кеймәй.

1980 йылда Рейнхольд Месснер яңғыҙы ғына муссондар ваҡытында түбәнең иң юғары нөктәһенә менеп етә. Өҫтәүенә ул 6,5 км бейеклектә урынлашҡан база лагерынан яңы юл буйлап өс көн эсендә түбәне яулауға өлгәшә.

1982 йылдың майында совет экспедицияһының 11 альпинисы Эвересты яулай, улар үтеп булмаҫлыҡ тип иҫәпләнелгән көньяҡ-көнбайыш битләүҙән күтәрелә, ике тапҡыр төнөн күтәреләләр. Экспедиция етәксеһе Евгений Тамм (күренекле физик Игорь Таммдың улы), өлкән тренер Анатолий Георгиевич Овчинников, тренер Борис Тимофеевич Романов, штурмлаусыларҙың капитандары — Валентин Иванов, Ерванд Ильинский, Эдуард Мысловский. Совет экспедицияһы түбәгә менеп еткән 25-се экспедиция була. Түбәгә беренсе булып Владимир Балыбердин һәм Эдуард Мысловский күтәрелә. Өҫтәүенә Балыбердин кислород  аппаратын ҡулланмай. Сергей Бершов 1982 йылдың 4 майында Михаил Туркевич менән бер бәйләмдә Джомолунгма түбәһенә күтәрелә. 5 майҙа Валентин Иванов менән Сергей Ефимов иң юғары нәктәгә аяҡ баҫа. 8 майҙан 9 майға ҡарай төндә түбәгә Казбек Валиев, Валерий Хрищатый, ә 9 майҙа — Валерий Хомутов, Владимир Пучков и Юрий Голодовтар менеп етә.

Түбәгә артылыу маршруты Джомолунгманы штрумлауҙағы иң ҡатмарлы көньяҡ-көнбайыш битләүе буйлап һалына[26]. Совет журналисы Юрий Рост[27] альпинистарҙың был батырлығы тураһында очерктар йыйынтығын баҫтырып сығара.

1984 йылда Эверест түбәһенә беренсе тапҡыр австралиялылар күтәрелә. Улар кислород баллондарын да ҡулланмай, шерптар ярҙамын да алмай. 1984 йылдың 3 октябрендә тау түбәһенә ике австралиялы: Тим Макартни-Снейп (Tim Macartney-Snape) һәм Грег Мортимер (Greg Mortimer) күтәрелә.

 
База лагерына алып барған һуҡмаҡтан Джомолунгманың төньяҡ диуары күренеше

1988 йылда Яңы Зеландиянан Лидия Брэйди — Эверест түбәһенә кислород приборын ҡулланмай күтәрелгән беренсе ҡатын-ҡыҙ.

1992 йылда Тольятти ҡалаһының «Лада-Эверест» альпинистар командаһы Эвересҡа төркөм менән менә һәм уның иң бейек нөктәһенә Рәсәй, «АвтоВАЗ» һәм «Автовазбанк» флагтарын ҡуя. 1992 йылдың 12 майында планетаның иң бейек түбәһендә бөтәһе 32 кеше була[28].

2004 йылда рәсәй альпинистары Эверест түбәһенә үтә ҡатмарлы маршрут буйынса — төньяҡ диуарҙар  үҙәгенән[29] күтәрелә. Рәсәй масштабынгда ифрат ҙур булған был экспедиция ватан альпинизмы тарихында ҙурлығы буйынса дүртенсе урынды алып тора — 1982 йылда Эвересҡа күтәрелеү, 1989 йылда Канченджанганың травесы [30] һәм 1990 йылда Көньяҡ Лхоцзе диуарын тәүге тапҡыр үтеүҙән һуң. Мәскәүле Виктор Козлов етәкселегендәге командаға төрлө ҡалаларҙан:  Мәскәү, Тольятти, Сочи, Красноярск, Новокузнецк, Подольск, Екатеринбург, Дондағы Ростов, Новосибирск , Кировтан 20 альпинист инә .

2016 йылда украиндарҙан беренсе булып Мукачево ҡалаһынан Ирина Галай Эверест түбәһенә күтәрелә.

Рекордтар

үҙгәртергә

1996 йылда шерп Анг Рита кислород баллондарын ҡулланмайынса 10 тапҡыр түбәгә күтәрелә[31]. 4 йылдан һуң шерп Аппа, түбәгә 11 тапҡыр күтәрелеп, уны үҙып китә.  Аппа Тенцинг Эверест түбәһенә 21 тапҡыр күтәрелә (2011 йылдың майына ҡарата).

1999 йылда шерп Баби Шерри түбәлә 21 сәғәт буйы була.  Ә бит 7925 м бейеклегендә үк үлемесле зона башлана, сөнки һауала кислород бик аҙ миҡдарҙа була[32].

2001 йылдың май айында[33] француз сноубордисы Марко Сиффреди[34] тәүге тапҡыр Эверест түбәһенән Нортон кулуары яғынан сноубордта шыуып төшә. База лагерында тиклем шыуып төшөү 2,5 сәғәтте ала. Бер йылдан һуң көҙөн Марко Эверестҡа икенсе тапҡыр күтәрелә һәм Хорнбайн кулуары яғынан сноубордта шыуып төшөргә ниәтләй. Түбәгә менеп еткәндән һуң яңғыҙы Хорнбайн кулуары яғынан сноубордта шыуып төшө башлай, әммә уны аҙаҡ бер кем дә күрмәй[35].

2001 йылда тома һуҡыр американ Эрик Вейхенмайер Эверест бейелеген яулай. Быға тиклем ул бөтә ҡитғаларҙың иң бейек түбәләрен яулаған була. «Ете ҡитғалағы ете иң бейек түбәләргә күтәрелеп, кешеләргә, алға теүәл маҡсат ҡуйылған осраҡта, уларҙы яулап булыуын раҫлап күрһәтергә булдым», — тип белдерә Вейхенмайер.

2014 йылдың 24 майында һинд ҡыҙы  Пурна Малаватх (13 йәш тә 11 ай) Эверест түбәһен яулай. Ул күтәрелгәндә кислород баллонын һәм шерп ярҙамын файҙалана. Пурна Эвересты яулау тарихында иң йәш ҡатын-ҡыҙ [36].

2014 йылдың 25 майында Эверест түбәһенә стандарт маршрут буйынса, төньяҡ битләүҙән, 72 йәшлек американ Билл Берк (Bill Burke) күтәрелә.  Шулай итеп, Билл Берк  — Эвересты яулаған иң оло альпинист[37].

Статистика

үҙгәртергә

Джомолунгманың иң бейек түбәһенә тәүге тапҡыр күтәрелгәндән алып (1953) хәҙерге ваҡытҡа тиклем тау битләүендә 260-тан ашыу кеше һәләк була[38][39][40]. Хатта иң ҡиммәтле һәм заманса ҡорамалдар ҙа Джомолунгмаға менеүҙең хәүефһеҙ булыуын гарантиялай алмай. Әммә йыл һайын 500-ләп кеше Эвересты буйһондорорға тырыша[сығанаҡ 3130  көн күрһәтелмәгән]. 2018 йылдың ғинуарына ҡарата мәғлүмәттәр буйынса 8306 альпинист бейеклеккә күтәрелеүгә  өлгәшкән, шуларҙың 3473-ө Эверестҡа бер тапҡыр ғына күтәрелмәгән[41]Ҡалып:Обновить данные.

Күпләп һәләк булыу осраҡтары

үҙгәртергә

1996 йылдың май айында ҡапыл башланған буран[42] ваҡытында Джомолунгманың көньяҡ битләүендә 8 кеше, шул иҫәптән экспедицияның ике етәксеһе, туңып һәләк була.

«Тауҙағы аҡылһыҙлыҡ» командаһы лидеры Скотт Фишер һәм «Мажаралар буйынса консультанттар» командаһынан япон ҡыҙы Ясуко Намбо туңып үлә, ә американ Бек Уэзерс, үлгән тип ике тапҡыр ҡар өҫтөндә ҡалдырып китеүҙәренә ҡарамаҫтан, үҙаллы база лагерына барып етеп, тере ҡала. «Мажаралар буйынса консультанттар» командаһы лидеры  Роб Холм һәм ошо уҡ команда инструкторы Энди Харрис аңын юғалтҡан американ Дуг Хансен янында ҡала. Өсөһө лә һәләк була. Харрис менән Хансендың кәүҙәләре лә табылмай.

Бик насар тәбиғәт шарттарында кешеләрҙе ҡотҡарған өсөн «Тауҙағы аҡылһыҙлыҡ» клубы инструкторҙары Нил Бейдлман һәм Анатолий Букреев Американың Альп клубынан Дэвид Соулз приздарын ала.

2014 йылдың апрелендәге шыуышма

2014 йылдың 18 апрелендә 5800 метр бейекоегендә шыуышма (лавина) төшөү сәбәпле, Джомолунгма тауында кәмендә 13 шерп-юл күрһәтеүсе һәләк була. Непал хөкүмәтенең рәсми мәғлүмәттәре буйынса был шыуышма арҡаһында 13 кеше һәләк була, өс кеше хәбәрһеҙ юғала (улар ҙа һәләк булған, тип иҫәпләнелә)[43][44][45].

Тау саңғыһы менән шыуып төшөү

үҙгәртергә
  • Тау түбәһенән тау саңғыһы менән шыуып төшөү ынтылышын 1969 йылда япон Миура ойоштора, әммә ул мөғжизә арҡаһында ғына тере ҡала.
  • 1992 йылда Эверестың 8571 бейеклегенән  француз саңғысыһы Пьер Тардевель саңғыла шыуып төшә, 3 км араны ул 3 сәғәттә үтә. 4 йылдан һуң итальян саңғысыһы Ханс Каммерландер төньяҡ битләүҙән 6400 бейеклектән саңғы менән шыуа. Ул «Донъя ҡыйығы» итәгенә 17 сәғәтттән һуң килеп етә.
  • 1998 йылда француз Кирилл Десремо беренсе тапҡыр түбәнән сноубордта шыуып төшә.
  • 2000 йылда Словениянан Даво Карничар тау саңғыһында Джомолунгманан 
  • шыуып төшә.
  • 2001 йылда француз сноубордист Марко Сиффреди тау түбәһенән Нортон кулуары буйлап шыуа. Икенсе йылына ул Хорнбейн кулуары буйлап төшкәндә хәбәрһеҙ юғала.

Сәнғәттә

үҙгәртергә
Фильмдар
  • Крылья над Эверестом[en] — «Оскар» премияһы (1936), иң яҡшы ҡыҫҡа метражлы уйын фильмы өсөн
  • Человек, который спустился на лыжах с Эвереста[en] — «Оскар» премияһы (1976), иң яҡшы документаль тулы метражлы фильм өсөн 
  • Самая дикая мечта[en] —  Иң яҡшы мажаралы фильм өсөн премияһы  Boulder International Film Festival
  • Эверест (2015) —исланд режиссёры Балтазар Кормакур фильмы. Фильм нигеҙендә реаль ваҡиғалар ята. Оператор эше, визуаль эффекттар һәм каскадерҙар эше номинацияларында билдәләнгән.

Шулай уҡ ҡара

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Bryson B. (unspecified title) (ингл.)Doubleday, 2015.
  2. Mount Everest (ингл.) // Peakware — 1998.
  3. 3,0 3,1 3,2 Mount Everest (ингл.) // Peakware — 1998.
  4. Mount Everest ist jetzt 86 Zentimeter höherDer Spiegel (online), 2020.
  5. Khadka N. S. Mt Everest grows by nearly a metre to new heightБи-би-си, 2020.
  6. Shams-i-bala and The Historical Shambhala Kingdom: Sherab Chamma …Satrig Ersang …Ardvishura Anahita
  7. བདེན་པའི་སྐྱ་རེངས། Denpai Kyareng: Jomolungma; the Mount Everest
  8. Как был обнаружен Эверест
  9. Рекорды в мире природы
  10. Китайцы укоротили Эверест на 4 метра 2007 йыл 27 август архивланған. 10 октября 2005
  11. Китай согласился «приподнять» Эверест на 4 метра — Китай и Непал разрешили затянувшийся спор о пике Эверест, сайт bbc, 8 апреля 2010 г.
  12. Nepal’s Earthquake Made Mount Everest A Little Bit Shorter, Scientists Say
  13. Гималайский сезон 2001. Сколько это стоит / Mountain.RU
  14. 14,0 14,1 14,2 История покорения Эвереста. Справка. РИА Новости (29 май 2008). Дата обращения: 13 август 2010. Архивировано 22 август 2011 года.
  15. Сколько стоит восхождение на Эверест (в ценах на 2014 год)
  16. Толпы на Эвересте: самая высокогорная пробка в мире. Дата обращения: 30 май 2013. Архивировано 30 май 2013 года.
  17. Проводники напали на европейских альпинистов на Эвересте. Дата обращения: 30 май 2013. Архивировано 30 май 2013 года.
  18. 18,0 18,1 Борьба за Эверест / Эверест, юго-западная стена
  19. Кравчук П. А. Географический калейдоскоп. — К.: Радянська школа, 1988. — 144 с. — (Научно-популярное издание). — 130 000 экз. — ISBN 5-330-00384-9.. - Покорители вершин и глубин. — с. 33.
  20. Кравчук П. А. Рекорды природы. — Л.: Эрудит, 1993. — 216 с. — 60 000 экз. — ISBN 5-7707-2044-1.
  21. Затерянные на Эвересте
  22. Этот день в истории: 40 лет тому назад впервые была пройдена Юго-Западная стена Эвереста - 4sport.ua. 4sport.ua. Дата обращения: 24 сентябрь 2015.
  23. Doug Scott EVEREST SOUTH-WEST FACE CLIMBED // The Himalayan Journal / Soli S. Mehta. — 1976. — Vol. 34.
  24. Елена Дмитренко. Польские зимы. РИСК онсайт № 56 (22 март 2015). Дата обращения: 28 февраль 2017.
  25. Isserman, 2008, p. 406
  26. Эверест, юго-западная стена : Первая сов. экспедиция на Джомолунгму - 8848 м., Гималаи-82 / Сост. Л.М. Замятнин. — Л.: Лениздат, 1984. — 222 с. (альтернативная ссылка)
  27. Ю. М. Рост. Эверест 82. Восхождение советских альпинистов на высочайшую вершину мира. — Физкультура и спорт, 1984.
  28. «У каждого свой Эверест» : иллюстрированный альбом / Лит. ред. Л.Плешанова. — Тольятти: АвтоВАЗбанк. — 144 с.
  29. Россияне проложили самый сложный маршрут к вершине Эвереста. NEWSru (31 май 2004). Дата обращения: 13 август 2010. Архивировано 22 август 2011 года.
  30. Стартовала экспедиция на Северную стену Эвереста. NEWSru (25 февраль 2004). Дата обращения: 13 август 2010. Архивировано 22 август 2011 года.
  31. Судьбы Эвереста: покорители и жертвы высочайшей горы мира 2010 йыл 23 ноябрь архивланған. // Новости Online.ua
  32. История покорения Эвереста. Справка. РИА Новости (29 май 2008). Дата обращения: 13 август 2010. Архивировано 22 август 2011 года.
  33. Marco Siffredi First Ever to Board Everest ! www.everestnews.com. Дата обращения: 24 октябрь 2015.
  34. Marco Siffredi First Ever to Board Everest ! www.everestnews.com. Дата обращения: 24 октябрь 2015.
  35. Marco Siffredi (инг.) // Wikipedia, the free encyclopedia.
  36. Рекорд на Эвересте: 13-летняя девочка покорила вершину мира!
  37. На вершину Эвереста в 72 года!
  38. Смерть на Эвересте 2012 йыл 16 май архивланған.
  39. Плата за Эверест 2010 йыл 23 сентябрь архивланған.
  40. 2006 год — рекордный по количеству погибших на Эвересте
  41. [сығанаҡ 3130  көн күрһәтелмәгән]
  42. Интересные факты, 29 мая 1953 года впервые покорен Эверест, basik.ru 2019 йыл 7 февраль архивланған.
  43. Джон Кракер. Death and Anger on Everest (инг.)(инг.) на сайте newyorker.com, 21 апреля 2014
  44. 4sport.ua — Профессионально о спорте
  45. 4sport.ua — Профессионально о спорте
  • Ионгхезбенд Фрэнсис. «Борьба за Эверест». М-Л., Госиздат, 1930.
  • Джон Хант. «Восхождение на Эверест» (журнальный вариант), 1956. (Об экспедиции Хиллари 1953 года).
  • Уилфрид Нойс. «Южное седло (Эверест)». М., Мысль, 1975.
  • Фриц Рудольф. «Джомолунгма и её дети». М., Радуга, 1983. (Об Эвересте и доброй сотне вершин Гималаев).
  • Reinhold Messner. «Everest: Expedition to the Ultimate» («Эверест: экспедиция к пределу»). New York/London, 1979.
  • Reinhold Messner. «Everest Solo» (англ. издание «The Crystal Horizon: Everest — The First Solo Ascent»), 1980.
  • Месснер, Райнхольд. «Хрустальный горизонт». М., 1990. (О первом одиночном восхождении на Эверест без кислорода и в период муссонов).
  • «Эверест-82». М., 1983 (материалы первой советской экспедиции).[1]
  • «Эверест, юго-западная стена». Ленинград, 1983 (о первой советской экспедиции).[2]
  • Эверест '82 : Восхождение сов. альпинистов на высочайшую вершину мира / Сост. П.П. Захаров. — М.: Физкультура и спорт, 1984. — 368 с.
  • Кононов Ю.В. Победа над Эверестом : Первая советская экспедиция на Эверест (8848 м) «Гималаи '82». — К.: Здоров'я, 1985. — 103 с.
  • Isserman, Maurice; Weaver, Stewart. Fallen Giants: A History of Himalayan Mountaineering from the Age of Empire to the Age of Extremes. — New Haven: Yale University Press, 2008. — ISBN 978-0-300-11501-7.
  • «У каждого свой Эверест». Тольятти, АвтоВАЗбанк. (Иллюстрированный альбом о восхождении команды Волжского автозавода в 1992 году).
  • Kielkowski Jan. «Mount Everest massif». EXPLO, 2000. («Окрестности Эвереста»).
  • Поппи Брайт. «Сбой системы» («System Freeze»), сборник «The Devil You Know», 2003.

Топографик карта

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә