Юнысбаев Булат Хәләф улы

Юнысбаев Булат Хәләф улы (22 июнь 1953 йыл — 10 ноябрь 2016 йыл) — ғалим-педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Педагогия фәндәре кандидаты, профессор. Башҡортостан Республикаһы халыҡ мәғарифының атҡаҙанған хеҙмәткәре (2004), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән һәм мәғариф хеҙмәткәре (2012), Рәсәй Федерацияһы Тәбиғәт фәндәре академияһының маҡтаулы профессоры (2014).

Юнысбаев Булат Хәләф улы
Тыуған көнө

22 июнь 1953({{padleft:1953|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Баймаҡ районы Йомаш ауылы

Вафат көнө

10 ноябрь 2016({{padleft:2016|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (63 йәш)

Вафат урыны

Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғилми даирәһе

Биология, педагогика.

Эшләгән урыны

Башҡортостан Республикаһының мәғарифты үҫтереү институты

Альма-матер

Башҡорт дәүләт университеты (1975)

Ғилми дәрәжәһе

педагогия фәндәре кандидаты

Ғилми исеме

профессор

Биография

үҙгәртергә

Булат Хәләф улы Юнысбаев 1953 йылдың 22 июнендә Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районының Йомаш ауылында тыуған. Уҡытыусылар династияһынан.

  • Хеҙмәт биографияһын биология уҡытыусыһы булып башлай һәм 1975—1977 йылдарҙа Йомаш урта мәктәбендә эшләй.
  • 1976 йылдан уҡытыу-тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары итеп тәғәйенләнә.
  • 1978 йылда Баймаҡ районы Йәш натуралисттар станцияһында директор итеп күсерелә. Бында уның тулыһынса ойоштороу һәләте асыла.
  • 1978—1984 йылдарҙа ауыл укыусыларының етештереүсән хеҙмәте һәм тәбиғәтте һаҡлау эшмәкәрлеге йәһәтенән Баймаҡ районы республикала алдынғы региондар иҫәбендә йөрөй. Булат Хәләф улы эшләгән осорҙа райондың мәктәп яны уҡытыу-тәжрибә участкалары, мәктәп урмансылыҡ бригадалары Рәсәй Федерацияһы һәм СССР күләмендә танылыу ала.
  • 1981 йылда уҡыусыларҙың хеҙмәт һәм ял бригадаларының Бөтә союз конкурсында Баймаҡ районы еңеүсе булып сыға. ВЛКСМ Үҙәк Комитетының һәм профсоюздарҙың Бөтә союз Үҙәк советының (ВЦСПС) күсмә байрағын яулай.
  • 1984—1985 йылдарҙа КПСС райкомының пропаганда һәм агитация бүлегендә инструктор булып эшләй.
  • 1985 йылда һөнәре буйынса аспирантураға уҡырға инә. Шуға бәйле, 1985—1988 йылдарҙа ауыл уҡыусыларының етештереү-ихтисади эшен ойоштороу буйынса үҙе булдырған инновацион моделде тикшереп ҡарау һәм тормошҡа ашырыу өсөн тыуған мәктәбенә эшкә ҡайта. Был проект «Мәктәп тәжрибә хужалығы» тип атала. («Школьное опытное хозяйство»).
  • 1987 йылда Булат Хәләф улын мәктәпкә директор итеп һайлайҙар. Ул Баймаҡ районында был вазифаға һайлау буйынса тәғәйенләнгән тәүге директор. Был йылдар мәктәп өсөн ҡырҡа күтәрелеш йылдары була.

Ҡыҫҡа ғына арауыҡта мәктәптең хеҙмәт тәрбиәһе буйынса заманса материаль-техник базаһы булдырыла. Тәүге рекордлы уңыш алына. Йомаш урта мәктәбе СССР-ың ВДНХ миҙалы менән бүләкләнә. Хеҙмәт берекмәләренең Бөтә союз ярышында еңгәндәре өсөн премия сифатында автобус һәм «Беларусь» тракторы ала.

Мәктәп базаһында республика һәм зона кимәлендә семинарҙар һәм кәңәшмәләр үтә.

  • 1988 йылда Булат Хәләф улын Башҡортостан уҡытыусылар белемен камиллаштырыу институтына (хәҙер Республика мәғарифын үҫтереү институты) методист итеп эшкә күсерәләр.
  • 1991 йылдан тәбиғәт-математика фәндәре кафедраһы мөдире итеп билдәләнә. Районда башлаған эшен Булат Хәләф улы «Мәктәп тәжрибә хужалығы» формаһында тормошҡа ашыра һәм тикшеренеүҙәре һөҙөмтәһен диссертация эше итеп яҡлауға өлгәшә.
  • 2003 йылда тәбиғәт-география фәндәре кафедраһы мөдире итеп тәғәйенләнә.

Фәнни эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Юнусбаев Б. Х. тарафынан 4 монография, алтмыштан ашыу фәнни публикация баҫтырылған. Шулай уҡ, утыҙҙан ашыу уҡытыу-методик әсбап төҙөлгән.

Б. Х. Юнысбаев юғары эффектлы, үҫтереүсе, һаулыҡты һаҡлаусы технологияларҙың йөкмәткеһен яңыртыу өҫтөндә бер нисә йүнәлештә фәнни-тикшеренеү эшен дауам итә. Уҡытыу планына «Башҡортостан экологияһы» предметын индереүҙә инициатор булып сығыш яһай. Был үҙ сиратында тәжрибәне Рәсәй күләменә сығарырға ярҙам итә. Әлеге ваҡытта уҡыусыларға экологик белем биреүҙең күп предметтар ҡушылған моделе эшләнгән.

Булат Хәләф улы тәбиғәт циклы предметтарын регионлаштырыу концепцияһын, уҡытыу программаһын һәм «БР милли-региональ биологик белем биреү компоненты» методик әсбабын төҙөүгә күп көс һала, уның электрон вариантын эшләй.

Б. Х. Юнысбаев етәкселегендә республиканың ундан ашыу белем биреү учреждениеһында тәжрибә-эксперименталь майҙансыҡ эшләй. Һөҙөмтәлә Күмертау майҙансығы, Мәскәүҙә үткән VI Халыҡ-ара күргәҙмәлә лауреат исеме, Бөтә Рәсәй мәғариф форумында I урын алыуға өлгәшә.

Булат Халәф улы РОСТ технологияһының (Рефлексивно-оценочная саморазвивающая технология) авторы һәм тормошҡа ашырыусыһы. Уның етәкселегендә был технология региональ һәм федераль эксперименталь майҙансыҡтар базаһында күп йыллыҡ фәнни һынау үтә һәм ыңғай һөҙөмтәләр күрһәтә.

Был технология буйынса 2 монография, 50 уҡытыу-методик ҡулланма, 150 фәнни мәҡәлә баҫтырып сығара. Патент алына. 2015 йылда РОСТ технологияһы Париждағы халыҡ-ара китап күргәҙмәһендә алтын миҙалға лайыҡ була.

Маҡтаулы исемдәре

үҙгәртергә
  • «Школа 2002» VI Мәскәү Халыҡ-ара форум-күргәҙмә лауреаты;
  • 2008 йылдағы Рәсәй белем биреү форумында РОСТ инновацион технологияһы өсөн «Жемчужина России» махсус призы эйәһе һәм лауреаты;
  • Рәсәй белем биреү форумының лауреаты(2003, 2009 йй.);
  • Рәсәй белем биреү форумының дипломанты (2004,2006, 2007, 2009, 2010 йй.);
  • Башҡортостан Республикаһы халыҡ мәғарифының атҡаҙанған хеҙмәткәре (2004);
  • М.Кәрим исемендәге иҫтәлекле миҙал менән бүләкләнә (Өфө 2009);
  • Педагогия фәндәре өлкәһендәге уңыштары өсөн Ушинский исемендәге миҙал менән бүләкләнә (2009, № 1707);
  • В,А.Сухомлинский исемендәге миҙал менән бүләкләнә (2011, № 1-2011);
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән һәм мәғариф хеҙмәткәре (2012, № 01356);
  • Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Тәбиғәт фәндәре академияһының маҡтаулы профессоры (2014).
  • Париждағы халыҡ-ара китап күргәҙмәһенең алтын миҙалына лайыҡ була (2015)

Китаптары һәм ғилми хеҙмәттәре

үҙгәртергә

Монографиялар

үҙгәртергә
  1. Миркин Б. М., Наумова Л. Г., Юнусбаев Б. Х. Методология и содержание экологического образования в школах Башкортостана: Коллективная монография. — Уфа: БИРО, 2004. — С. 10-33.
  2. Сатбалдина СТ., Сухов В. П., Юнусбаев Б. Х. Системно- деятельностный подход в обучении предметам естественного цикла: Монография. — Уфа: БИРО, 2007. — С. 97-127.
  3. Юнусбаев Б. Х. Экономическое образование в процессе обучения биологин в сельской школе: Монография. — Уфа: БИРО, 2007. −53 с.
  4. Рахимов А. З., Сатбалдина СТ., Сухов В. П., Мазитов Р. Г., Юнусбаев Б. Х. Методология и технология системно-деятельностного подхода в обучении: Коллективная монография. — Уфа: ИРО РБ, 2013.-С. 116—151.

Фәнни-методик хеҙмәттәре

үҙгәртергә
  1. Миркин Б. М., Наумова Л. Г., Юнусбаев Б. Х. Хрестоматия поэкологии (книга для учителя), — Уфа: Уральский научный центр РАН, 1994. — 122 с.
  2. Юнусбаев Б. Х., Юнусбаев У. Б. Биология. Раздаточный дидактический материал для оперативного контроля качества усвоения разделов:
  3. Юнусбаев Б. Х., Юнусбаев У. Б. Биология. Раздаточный дидактический материал для оперативного контроля качества усвоения раздела: Животные. — Уфа: БИРО, 1998. — 61 с, Приложение с ответами — 1 с.
  4. Юнусбаев Б. Х. Биология. Раздаточный дидактический материал для оперативного контроля качества усвоения раздела: Человек и его здоровье. — Уфа: БИРО, 1999. — 59 с. + 1 с.
  5. Юнусбаев Б. Х. Биология. Раздаточный дидактический материал для оперативного контроля качества усвоения раздела: Общая биология. — Уфа: БИРО, 2001. — 51с.
  6. Валеев Р. Р., Юнусбаев Б. Х. Сборник задач по генетике. -Уфа: БИРО, 1997. — 85 с.
  7. Валеев Р. Р., Юнусбаев Б. Х. Сборник задач по генетике: Пособие для учителей, студентов и абитуриентов. Дополненное 2-е издание. — Уфа, 1999. — 97 с.
  8. Сивоглазов В. И., Сумотохин СВ., Юнусбаев Б. Х. Биология: Растения, Бактерии, Грибы, Лишайники: Дидактические карточки:6 класс. — М.: Гуманит. Изд. Центр ВЛАДОС, 2001. — 176 с.
  9. Юнусбаев Б. Х. Биология. Тесты: Растения. Бактерии. Грибы. Лишайники. / Под ред. В. И. Сивоглазова. — М.: Аркти, 2001. — 54с.
  10. Юнусбаев Б. Х. Биология. Тесты: Животные. /Под ред. В. И. Сивоглазова. — М.: Аркти, 2001. — 63 с. Биология. Тесты: Человек и его здоровье. /Под ред. В. И. Сивоглазова. — М.: Аркти, 2001. — 64 с.
  11. Биология. Тесты: Общая биологии. / Под ред. В. И. Сивоглазова. — М.: Аркти, 2001. — 64 с.
  12. Миркин Б. М., Наумова Л. Г., Юнусбаев Б. Х. Биосфера и устойчивое развитие общества: Пособие для учителя. — Уфа: БИРО, 2003. — 70 с.
  13. Миркин Б. М., Наумова Л. Г., Юнусбаев Б. Х. Экология на уроках биологии: Учебно-методическое пособие для учителей. —Уфа: Информреклама, 2004. — 100 с.
  14. Миркин Б. М., Наумова Л. Г., Юнусбаев Б. Х. Экологические исследования в сельской школе: изучение биологического разнообразия (тематика, методы, правила оформления экологических проектов): Учебно-методическое пособие. — Уфа: БИРО, 2004. — 79 с.
  15. Юнусбаев Б. Х., Юнусбаева Н. Р. Биология. Технология системной диагностики и мониторинга качества обучения. Раздел «Человек и его здоровье»: Учебно-методическое пособие. — Уфа: БИРО, 2004. — 79 с.
  16. Юнусбаев Б. Х., Юнусбаева Н. Р. Биология. Технология системной диагностики и мониторинга качества обучения. Раздел «Общая биология»: Учебно -методическое пособие. — Уфа: БИРО, 2004.-81 с.
  17. Юнусбаев Б. Х. Биология. Технология системной диагно-стики и мониторинга качества обучения. Раздел «Растения, бактерии, грибы, лишайники»: Учебно-методическое пособие. — Уфа: БИРО, 2005. — 70 с.
  18. Юнусбаев Б. Х., Юнусбаева Н. Р. Биология. Технология системной диагностики и мониторинга качества обучения. Раздел «Животные»: Учебно-методическое пособие. — Уфа: БИРО, 2005. — 75 с.
  19. Наумова Л. Г., Юнусбаев Б. Х. Биология. Пособие для подготовки школьной биологической олимпиаде. Часть I. — Уфа: БИРО, 2005. — 104 с.
  20. Валеев Р. Р., Кот Н. А., Юнусбаев Б. Х. Биология. Пособие для подготовки к школьной биологической олимпиаде. Часть II. -Уфа: БИРО, 2005. — 88 с.
  21. Юнусбаев Б. Х. Рефлексивно-Оценочная Саморазвивающая Технология (РОСТ): Учебно-методическое пособие. — Уфа: БИРО, 2007.-108 с.
  22. Юнусбаев Б. Х. БИОЛОГИЯ. Раздел «Растения, грибы, лишайники». Инновационная технология РОСТ (Рефлексивно-Оценочная Саморазвивающая Технология): Учебно-методическое пособие. — Уфа: БИРО,2005.-70с.
  23. Юнусбаев Б. Х., Юнусбаева Н. Р. БИОЛОГИЯ. Раздел «Животные». Инновационная технология РОСТ (Рефлексивно-Оценочная Саморазвивающая Технология): Учебно-методическое пособие. Уфа: БИРО, 2006.
  24. Юнусбаев Б. Х., Юнусбаева Н. Р. БИОЛОГИЯ. Раздел «Человек». Инновационная технология РОСТ (Рефлексивно-Оценочная Саморазвивающая Технология): Учебно-методическое пособие. — Уфа: БИРО,2004. — 84 с.
  25. Юнусбаев Б. Х. БИОЛОГИЯ. Раздел «Общая биология». Инновационная технология РОСТ (Рефлексивно-Оценочная Саморазвивающая Технология): Учебно-методическое пособие. — Уфа: БИРО, 2005. −71 с.
  26. Инновационная технология РОСТ (Рефлексивно-Оценочная Саморазвивающаяся технология): Учебно-методический комплект дистанционного обучения. Рекомендовано МО Республики Башкортостан. Электронное пособие.
  27. Юнусбаев Б. Х., Рамазанова Г. М. Химия. 9 класс. Технология РОСТ. — Уфа: БИРО, 2009. — 53 с.
  28. Юнусова Р. А., Юнусбаев Б. Х. Математика. 10 класс. Технология РОСТ. — Уфа: БИРО, 2010. — 57 с.
  29. Юнусбаев Б. Х., Фазлыгаянова Д. К. Сборник задач по разделу «Общая биология». Основы генетики: Учебно-методическое пособие. — Уфа: ИРО РБ, 2011. — 46 с.
  30. Юнусбаев Б. Х., Юнусбаев У. Б. Рефлексивно-оценочная саморазвивающаяся технология: Учебно-методическое пособие. -Уфа: ИРО РБ, 2013. — 113 с.
  31. Юнусбаев Б. Х. Примерная программа по предмету «Биология» для общеобразовательных учреждений Республики Башкортостан (региональный компонент). 5-11 классы. — Уфа: Китап, 2013. — 24 с.

Дипломдары, авторлыҡ программалары

үҙгәртергә
  1. Инструментарий (контрольно-измерительный материал) инновационной авторской технологии ДКТ (Диагностико-Коррекционная Технология) Лауреат VI Международной выставки-форума «Школа 2002»;
  2. Авторский проект «Диагностико-коррекционная система обучения одаренных детей» Финалист Всероссийского конкурса инновационных разработок — Дипломант Российского образовательного Форума-2003. — Лауреат Российского образовательного форума «Школа 2003»;
  3. Авторский проект «Системно-деятельностная форма организации диагностики и мониторинга качества обучения» — Финалист-Дипломант Всероссийского конкурса инновационных разработок Российского образовательного Форума-2004;
  4. Авторский проект инновационной технологии РОСА (Реф¬лексивно-оценочная система аттестации учителя и обучаемого) —Финалист — Дипломант Всероссийского конкурса инновационных разработок Российского образовательного Форума-2006;
  5. Авторская инновационная технология управления качеством предметного обучения РОСТ (Рефлексивно Оценочная Саморазвивающаяся Технология) — Дипломант Всероссийского профессионального конкурса «Инноватика в образовании». Сертификат качества инновации № 5, выдан решением экспертной комиссии от 27.04.2007 г.;
  6. Электронно-сетевая система управления качеством предметного обучения МАРС (Многоуровневая Автоматизированная Рефлексивная Система) — Лауреат Всероссийского профессионального конкурса «Инноватика в образовании». Сертификат качества инновации № 25, выдан решением экспертной комиссии от 25.04.2008 г. Обладатель специального приза «Жемчужина России»;
  7. Дистанционное системно-деятельностное управление качеством обучения и подготовка к ЕГЭ сельских школьников и детей с ограниченными возможностями — Лауреат Всероссийского профессионального конкурса «Инноватика в образовании». Сертификат качества инновации № 42, выдан решением экспертной комиссии от 23.04.2009 г.
  8. Системно-деятельностная информационно-коммуникациионная технология управления качеством предметного обучения «РОСТ опНпе» — Дишюмант Всероссийского профессионального конкурса «Инноватика в образовании» 2011 г.

Ғилми хеҙмәттәре

үҙгәртергә
  1. Фазлыгаянова Д. К. Сборник задач по разделу «Общая биология»: Основы генетики генетике. Учебно — методическое пособие. — Уфа: Изд. ИРО РБ, — 2011. −46с.
  2. Биология. Технология системной диагностики и мониторинга качества обучения. Раздел «Человек и его здоровье» / Юнусбаев Б. Х., Юнусбаева Н. Р. ; Башк. ин-т развития образования. — Уфа : Изд-во БИРО, 2004 (Ризограф Изд-ва Башк. ин-та развития образования). — 77, [1] с. : табл.; 20 см; ISBN 5-7159-0473-0 (в обл.)

Һылтанмалар

үҙгәртергә