Ибраһимов Илдус Ғамир улы

Ибраһимов Илдус Ғамир улы (17 октябрь 1957 йыл) — ғалим-инженер-механик, юғары мәктәп эшмәкәре. Техник фәндәр докторы (1997), профессор (2000). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2003), Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2009).

Ибраһимов Илдус Ғамир улы
Тыуған көнө

17 октябрь 1957({{padleft:1957|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (67 йәш)

Тыуған урыны

БАССР, Көйөргәҙе районы, Таймаҫ ауыл

Ил

СССР, Россия

Альма-матер

Өфө нефть институты (1979)

Ғилми дәрәжәһе

техник фәндәр докторы (1997)

Ғилми исеме

профессор (2000)

Биографияһы

үҙгәртергә

Илдус Ғамир улы Ибраһимов 1957 йылдың 17 октябрендә Башҡорт АССР-ының Көйөргәҙе районы Таймаҫ ауылынды тыуған.

1979 йылда Өфө нефть институтын тамамлағандан һуң Өфөнөң Резина-техник изделиелар заводында эшләй[1].

1980 йылдан Бөтә Союз нефтте һәм нефть продукттарын йыйыу, әҙерләү һәм ташыу ғилми-тикшеренеү институтында, 1982 йылдан — Өфө нефть институтында һәм артабан Өфө дәүләт нефть техник университетында: 1986—1992 йылдарҙа лаборатория мөдире, 2000 йылдан — нефть аппараттары технологияһы кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 2001 йылдан — механика факультеты деканы; 2004 йылдан — уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса проректор;

1992—194 йылдарҙа — Башҡортостан Фәндәр Академияһының Физика-математика һәм техник фәндәр бүлегенең ғилми секретары.

Фәнни эшмәкәрлеге нефть-газ комплексының айырыуса ҡатмарлы объекттары хәүефһеҙлеген тәьмин итеү проблемаларына, нефтехимия аппараттарын эшләүгә һәм яңыртыуға бәйле.

Ибраһимов Илдус Ғамир улы ҡатнашлығында, мәғлүмәт технологияларын файҙаланып, ҡорамалдарға техник диагностика үткәреүҙең комплекслы системалары, вакуумлы колонналар өсөн айыртыу ҡоролмалары, нефть һәм нефть продукттарын йылытыу өсөн торба мейестәр эшләнә, улар Башҡортостан Республикаһының, Рәсәй Федерацияһының башҡа төбәктәренең һәм БДБ илдәренең нефть эшкәртеү һәм нефтехимия пр тиеларында индерелә. 140-н ашыу фәнни хеҙмәт һәм 10 уйлап табыу авторы.

Хеҙмәттәре

үҙгәртергә
  • Работоспособность сварного оборудования из жаропрочных хромистых сталей. — СПб., 2008 (авторҙаш);
  • Ресурс стальных резервуаров. — СПб., 2008 (авторҙаш);
  • Коррозия и защита нефтезаводского и нефтехимического оборудования. — М., 2010 (авторҙаш).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә