Варшавская Хана Леопольдовна
Варшавская Хана Леопольдовна (11 июнь 1921 йыл — 5 сентябрь 2006 йыл) — театр актёры, 1965—1985 йылдарҙа Республика рус драма театры актрисаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1950 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1981). 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм «Почёт Билдәһе» (1975) ордендары кавалеры. СССР-ҙа ГДР драма сәнғәте фестивале дипломанты (Мәскәү, 1975).
Варшавская Хана Леопольдовна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 11 июнь 1921 |
Тыуған урыны | Днепр, Украина Совет Социалистик Республикаһы |
Вафат булған көнө | 5 сентябрь 2006 (85 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө |
Һөнәр төрө | актёр |
Уҡыу йорто | Өфө сәнғәт училищеһы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биография
үҙгәртергәХана Леопольдовна (Юдит-Липовна) Варшавская 1921 йылдың 11 июнендә Екатеринослав (Днепропетровск , Украина) ҡалаһында икмәк бешереүсе ғаиләһендә тыуған. Хана Варшавская Днепропетровск театр училищеһында уҡый, ләкин Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, эвакуацияға китә. 1942 йылдың апрелендә хәрби хеҙмәткә алына, фронтта телефонист булып хеҙмәт итә. Һуғыш ваҡытында буласаҡ тормош иптәше Леонид Владимирович Левитин менән фронтта осраҡлы ғына фронтҡа китеп барған ике эшелон туҡтап торғанда таныша. 1947 йылда Леонид Левитинды армиянан демобилизациялайҙар. Йәштәр Башҡорт театр-художество училищеһына уҡырға инә. 1948 йылда Х.Варшавская А. П. Новоскольцев курсын тамамлай. Варшавская менән Левитин Златоуст, Сызрань, Архангельск ҡалалары театрҙарында, 1965—1985 йылдарҙа Өфө ҡалаһында Республика рус драма театрында эшләй. Леонид Левитин Республика рус драма теарының баш режиссеры була.
Артистка сәхнәлә бирелеп уйнай, тамашасылар уны һәр саҡ көтөп ала. Хана Варшавская йөҙҙән артыҡ роль башҡара: Дульская («Мораль пани Дульской», авторы Г.Запольская), Надежда Коломийцева («Последние», М.Горький), Бернарда Альба («Дом Бернарды Альбы», Ф.Гарсия Лорка) һәм башҡалар. уның башҡарыуында төрлө пландағы, төрлө характерҙағы ролдәр тыуа. Ул тәрән кисерештәргә һәләтле, яҡындары, яратҡан кешеләре өсөн йәнен фиҙа ҡылырға әҙер геройҙарҙы уйнай: Амалия («Разбойники», Ф.Шиллер), Аннушка («На бойком месте», А. Н. Островский), Зөмрәт («Изгнанная», Илшат Йомағоловтың «Нәркәс» драмаһы буйынса). Уға бигерәк тә көслө характерлы, ҡайһы ваҡытта ауыр һайлау алдында торған геройҙар ролен ышанып тапшыралар: Василиса Волохова («Царь Фёдор Иоаннович», А. К. Толстой), Анна Фирлинг («Мамаша Кураж и её дети», Б.Брехт) һәм башҡа.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985).
- Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1981).
- Почёт Билдәһе ордены (1975).
- СССР-ҙа үткән ГДР драма сәнғәте фестивале дипломанты (Мәскәү, 1975).
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1971).
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Варшавская Хана Леопольдовна // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 8 июнь 2021)