Шәрәфетдинов Виктор Хөсәйен улы
Шәрәфетдинов Виктор Хөсәйен улы (11 июнь 1944 йыл) — рәссам-монументалист, юғары мәктәп уҡытыусыһы, доцент. 1987 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рәссамы (1988).
Шәрәфетдинов Виктор Хөсәйен улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 11 июнь 1944 (80 йәш) |
Тыуған урыны | Силәбе, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | рәссам |
Биографияһы
үҙгәртергәВиктор Хөсәйен улы Шәрәфетдинов 1944 йылдың 11 июнендә Силәбе ҡалаһында тыуған.
1971 йылда М. Г. Строганов исемендәге Мәскәү дәүләт художество-сәнәғәт академияһының монументаль һәм декоратив-ғәмәли факультетының монументаль һынлы сәнғәт бүлексәһен тамамлай
Өфө ҡалаһында йәшәй. Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында 2001 йылдан эшләй. 2008 йылдан — һүрәт кафедраһы мөдире, доцент.
Эштәре
үҙгәртергә- Гобелен «Урыҫ ҡунаҡсыллығы» (Орел ҡалаһы, «Шипка» мотеле, 1971—1973)
- Биҙәү «Һабантуй» (Алабуға, «Прикамнефть» Мәҙәниәт һарайы, 1974—1975); «Акбуҙат, Урал-Батыр» (Лағыр ҡасабаһы, Салауат районы, 2000—2001)
- Мозаикалы панно: «Урал-Батыр» (Баймаҡ ҡалаһы Мәҙәниәт һарайы, 1987); «Медицина» (Сибай, 1992); «Акбуҙат» (Баймаҡ ҡалаһы Мәҙәниәт һарайы, 1993)
- Горельефтар: «Төҙөүсе» (Өфө, Өфө нефть институты факультеты, 1980—1981); «Космосты еңеүселәр» (УДАТУ, 1980—1981); «Музыка, театр, әҙәбиәт», «Искусство» (Өфө ҡалаһы «Синтезспирт» Мәҙәниәт һарайы, 1982)
- Витраждар: «Таш сәскә» (Сибай, 1982); «Ат баштары» (Өфө, ипподром, 1982)
- Металдан эшләнгән композициялар: «Музалар» (Межгорье, 1995); «Сәнғәт» (Красноусольск, 2000—2001); «Сәнғәт» (Өфө сәнғәт училищеһы, 2000—2001); «Ҡурай йыры» (Күгәрсен районы, Мораҡ, 2001—2002); «Ҡурай» (Юғары Ҡыйғы, Ҡыйғы районы , 2003); «Ҡурай моңо» (Шишмә, 2003); «Нур» театры (2004)
- 1941-1945 йылдарҙағы яуҙарҙа һәләк булған яугирҙәргә (Тәүәкән ауылы, Күгәрсен районы, 2002).
Күргәҙмәләре
үҙгәртергәВиктор Хөсәйен улы Шәрәфетдинов — республика һәм бөтә Рәсәй күргәҙмәләрендә 1985 йылдан алып ҡатнаша.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- БАССР-ҙың атҡаҙанған рәссамы (1988).