Воронинский Сергей Сергеевич

Воронинский Сергей Сергеевич (11 июнь 1919 йыл3 июнь 2006 йыл) — совет хужалыҡ, дәүләт һәм партия эшмәкәре. 1961—1969 йылдарҙа халыҡ депутаттарының Өфө ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесе, 1969—1975 йылдарҙа КПСС-тың Өфө ҡала комитетының 1-се секретары. РСФСР-ҙың 6-сы, 7-се, 8-се һәм 9-сы саҡырылыш Юғары Советы, Башҡорт АССР-ының 5-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. КПСС-тың XXII, XXIII һәм XXIV съездары делегаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм ике «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Өфө ҡалаһының Почётлы гражданы (1999).

Воронинский Сергей Сергеевич
Зат ир-ат
Тыуған көнө 11 июнь 1919({{padleft:1919|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})
Тыуған урыны Орехово-Зуевский район[d], Мәскәү өлкәһе
Вафат булған көнө 3 июнь 2006({{padleft:2006|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (86 йәш)
Уҡыу йорто Өфө дәүләт авиация техник университеты
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ҡатнашыусы КПСС-тың XXII съезы[d], XXIII съезд КПСС[d] һәм XXIV съезд КПСС[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Почёт Билдәһе» ордены «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы

Биографияһы

үҙгәртергә

Сергей Сергеевич Воронинский 1919 йылдың 11 июнендә Мәскәү губернаһының Орехово-Зуево өйәҙе Покровское ауылында тыуған.

1937 йылдан — сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1938 йылда Рыбинск авиация институтына уҡырға инә. 1941 йылда, Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән, уҡыу өҙөлә, студенттарҙы Рыбинск 26-сы моторҙар заводына эшкә ебәрәләр. 1942 йылда тотош заводты һәм завод эшселәрен Өфөгә, Өфө моторҙар эшләү заводына эвакуациялайҙар.

1941—1956 йылдарҙа ике Ленин һәм Ҡыҙыл Байраҡ орденлы Өфө моторҙар эшләү заводында технолог, цех начальнигы, партком секретары урынбаҫары булып эшләй. Производствонан айырылмай Өфө авиация институтын тамамлай.

1937-1975 йылдарҙа — Рыбинск горкомхозы геология-разведка партияһы коллекторы, Өфө моторҙар эшләү заводында технолог, цех начальнигы, партком секретары урынбаҫары, КПСС-тың Өфө ҡала комитетының сәнәғәт-транспорт бүлеге мөдире, икенсе секретары, халыҡ депутаттарының Өфө ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесе, КПСС-тың Өфө ҡала комитетының беренсе секретары.

РСФСР-ҙың 6-сы, 7-се, 8-се һәм 9-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты, Башҡорт АССР-ының 5-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайлана.

КПСС-тың XXII, XXIII һәм XXIV съездары делегаты була.

2006 йылдың 3 июнендә, үҙенең 87 йәшенә тиклем әҙ генә етмәй, вафат була.

Өфөлә ерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены,
  • ике «Почёт Билдәһе» ордены
  • «Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы ?әм башҡа миҙалдар
  • Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы (1969)
  • Өфө ҡала Советының Почёт грамотаһы (2004)
  • «Өфө ҡалаһының Почётлы гражданы» исеме (1999 йылдың июнене)

Һылтанмалар

үҙгәртергә