Лағыр урта мәктәбе
Лағыр урта мәктәбе (тулы атамаһы — Башҡортостан Республикаһы Салауат муниципаль районының Лағыр ауылы дөйөм урта белем биреү мәктәбе дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһы) — Лағыр ауылында урынлашҡан дөйөм белем биреү учреждениеһы.
Лағыр урта мәктәбе | |
Нигеҙләү датаһы | 1848 |
---|---|
Етәксе | Ситдиҡов Ринат Даян улы |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Лағыр |
Адрес | БР, Салауат районы Лағыр ауылы, Йәштәр урамы, 18 |
Почта индексы | 452497 |
Рәсми сайт | lagerevo-school.narod.ru |
Урындағы телефон коды | 8 (34777) |
Тарихы
үҙгәртергәАуылда грамотаға эйә кешеләр электән булған. 1811 һәм 1816 йылғы рәүиз сказкаларына ярашлы, Лағыр ауылында Себер даруғаһының элекке ахуны Яңыбай Ишмөхәмәтов йәшәгән. XIX быуатта ауылда 1791 һәм 1876 йылдарҙа төҙөлгән 2 йәмиғ мәсете була, уларҙың һәр ҡайһыһының үҙ мәктәбе була. Беренсе мәктәп 1848 йылда асыла. Ошо датанан иҫәпләгәндә, Лағыр мәктәбенә 200 йыл самаһы.
Беренсе земство мәктәбе 1905 йылда асыла. Ул дүрт кластан тора һәм уҡытыу рус телендә алып барыла. Беренсе уҡытыусы 40 йәшлек Әхмәтсолтан Ғөбәйҙуллин була. Ул 1917 йылға тиклем уҡыта. 1919 йылда мәктәп 1-се баҫҡыслы Берҙәм хеҙмәт мәктәбе тип үҙгәртелә, унда 8-16 йәшлек малайҙар һәм үҫмерҙәр уҡый. Арифметика, география, физика, рус теле һәм башҡорт теленән Яуыш Мөхәмәтғәлин менән Йыһан Мөхәмәтшин белем бирә.
Революция, Граждандар һуғышы, 1921 йылғы ҡоролоҡ һәм унан һуң килгән аслыҡҡа ҡарамаҫтан, ауылда мәктәп эшен туҡтатмай. 1932 йылда мәктәп Колхоз йәштәре мәктәбе (ШКМ) тип үҙгәртелә. 1935 йылда мәктәп ете йыллыҡ тулы булмаған мәктәп статусын ала. 1961 йылда 8 йыллыҡ тулы булмаған мәктәпкә әйләнә, 1968 йылда — урта мәктәп статусына эйә була. 1972 йылда яңы типовой мәктәп төҙөлә.
2001 йылда 264 урынлыҡ яңы мәктәп ҡулланыуға тапшырыла. Балалар баҡсаһы мәктәп ҡарамағына инә һәм бер бинала урынлашҡан.
Мәктәп директорҙары
үҙгәртергә- Вахитов Заһирьян Йомаҙил улы
- Дауытов Ғилметдин (1935—1942)
- Шәйехов Зәки (1935—1942)
- Шәйехова Фәғилә (1941—1946)
- Исламғолов Нуретдин (1946—1949)
- Хәлилов Мөхибулла Зәйнулла улы (1949—1950)
- Ситдиҡов Шәмсетдин Мөхәмәтдин улы (1953—1973)
- Хөсәйенов Нурмөхәмәт Ғәйфулла улы (1973—1974)
- Шафиҡов Юлдаш Нурмөхәмәт улы (1974—1976)
- Хәмитов Тельман Вәли улы (1976—1979)
- Шамсетдинов Чингиз Юлай улы (1979—1981)
- Хәйрова Әҡлимә Хәким ҡыҙы (1981—1982)
- Байышев Зәки Әсләм улы (1982—1998)
- Исламғолова Гөлзирә Ғәлимйән ҡыҙы (1998—2001, 2004—2008)
- Хәйров Салауат Фәрит улы (2009—2010)
- Ситдиҡов Ринат Даян улы (2001—2004, 2008—2009, 2010 йылдан хәҙергә тиклем)[1].
Проекттары
үҙгәртергә- Еңеү йүгереүе
- Иң яҡшы ил һаҡсыһы
- Батыр көнө
- Ҡараһаҡал бәйгеһе