Төп менюны асырға

Мушников Георгий Иустинович

хәрби осоусы

Мушников Георгий Иустинович (7 декабрь 1923 йыл — 3 февраль 1983 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, осоусыһы, гвардия подполковнигы (1958). Советтар Союзы Геройы (1945).

Мушников Георгий Иустинович
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Тыуған көнө 7 декабрь 1923({{padleft:1923|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Бөрө кантоны, Айбаш ауылы
Вафат булыу көнө 3 февраль 1983({{padleft:1983|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})[1] (59 йәш)
Вафат булған урыны СССР, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, Өфө
Ерләнгән урыны Өфө Көньяҡ зыяраты[d]
Һөнәр төрө Офицер
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре
Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Советтар Союзы Геройы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены Александр Невский ордены
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы[d]
Хәрби звание подполковник[d]

Йөкмәткеһе

БиографияһыҮҙгәртергә

Георгий Иустинович Мушников 1923 йылдың 7 декабрендә Башҡорт АССР-ы Бөрө кантонының[2] Айбаш ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

1941 йылда урта мәктәптә уҡыуынан айырылмай Өфө аэроклубын тамамлай. Аэроклубты тамамлағандан һуң үҙ теләге менән Пермь авиация летчиктар училищеһына уҡырға инә.

Училищены тамамлағандан һуң, хәрәкәт итеүсе армияға фронтҡа ебәрелә. Воронеж, Дала, 1-се Украина, 2-се Украина фронттары ғәскәрҙәре составында немец-фашист илбаҫарҙары менән һуғышта осоусы-штурмовик, звено командиры, эскадрилья командиры урынбаҫары, эскадрилья командиры сифатында ҡатнаша.

Бөйөк Ватан һуғышы осоронда «Ил-2» самолет-штурмовигында 185 хәрби осош яһай. Белгород, Курск, Харьков, Кировоград, Львов, Краков, Сандомир, Корсунь-Шевченко, Прага, Берлин һәм башҡа ҡалаларҙы азат итеүҙә ҡатнаша. 1944 йылдан ВКП(б)/КПСС ағзаһы.

111 хәрби осош осоронда шәхсән дошмандың күп тере көстәрен һәм хәрби техникаһын юҡ иткәне өсөн Мушников Георгийға Ленин ордены менән Алтын Йондоҙ миҙалы тапшырылып, «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә.

Бөйөк Ватан һуғышы тамамлағандан һуң 1958 йылдың апреленә тиклем СССР-ҙың Хәрби Һауа көстәрендә хеҙмәтен дауам итә. Совет Армияһының Хәрби Һауа көстәрендә хеҙмәт итеү осоронда 16 типтағы самолеттарҙа, шул иҫәптән реактив самолет-истребителдәрҙә оса, йәш осоусыларҙы өйрәтә.

1958 йылда, армия ҡыҫҡартылғас, подполковник дәрәжәһендә запасҡа китә. Запасҡа киткәндән һуң 20 йыл Өфө машиналар эшләү заводында контролер, технолог, инженер вазифаһында эшләй, шуларҙан 13 йыл техник контроль бүлегенең партбюро секретары була.

1984 йылдың 3 февралендә вафат була, Өфө ҡалаһының Көньяҡ зыяратында ерләнгән.

ХәтерҮҙгәртергә

  • Өфө ҡалаһы Калинин районының Инорс биҫтәһендәге урамға Георгий Мушников исеме бирелгән.
  • Уның исемен Бөрө ҡалаһы мәктәбенең пионер дружинаһы йөрөтә.
  • 2001 йылда Өфөнөң 74-се урта мәктәбендә Бөйөк Ватан һуғышына арналған музей асыла. Ул Советтар Союзы Геройы Г. И. Мушников исемен йөрөтә.
  • 2006 йылда Өфөнөң 74-се урта мәктәбенә патриотик тәрбиә биреүҙә уңыштары өсөн Советтар Союзы Геройы Г. И. Мушниковтың исеме бирелә.
  • Советтар Союзы Геройы Г. И. Мушниковҡа Өфөлә мемориаль таҡтаташ асыла[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәреҮҙгәртергә

  • СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 10 апрелендәге указы менән немец-фашист илбаҫарҙары менән һуғышта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн гвардия өлкән лейтенанты Георгий Иустинович Мушниковҡа Ленин ордены менән «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 6074) тапшырылып, «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә[4][5].
  • Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында командование заданиеларын уңышлы үтәгәне өсөн ике Ҡыҙыл Байраҡ ордены, Александр Невский ордены, 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены, ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм күп миҙалдар менән бүләкләнә.

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. Башкирская энциклопедияБашкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
  2. хәҙер Башҡортостан Республикаһының Бөрө районы
  3. http://www.bashinform.ru/news/731223-v-ufe-otkryli-memorialnuyu-dosku-geroyu-sovetskogo-soyuza-georgiyu-mushnikovu/
  4. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 32, л. 535—538)
  5. Указ Президиума Верховного Совета СССР «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686046, д. 35, л. 10).

ҺылтанмаларҮҙгәртергә