Буранғолова Ғәрифә Фәттәхетдин ҡыҙы

хәрби табип, медицина фәндәре докторы

Буранғолова Ғәрифә Фәттәхетдин ҡыҙы (рус. Бурангулова Гарифа Фаттахутдинва; 7 декабрь 1918 йыл14 ноябрь 2002 йыл) — табип-нейрохирург-ғалим. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, медицина хеҙмәте подполковнигы. Медицина фәндәре докторы. 1-се (1985) һәм 2-се (1944) дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры.

Буранғолова Ғәрифә Фәттәхетдин ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  РСФСР
 Рәсәй
Тыуған көнө 7 декабрь 1918({{padleft:1918|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})
Тыуған урыны Иҫке Турай, Йәрмәкәй районы, СССР
Вафат булған көнө 14 ноябрь 2002({{padleft:2002|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (83 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Һөнәр төрө табип
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]
Хәрби звание подполковник[d]
Һуғыш/алыш Икенсе бөтә донъя һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
I дәрәжә Ватан һуғышы ордены Ватан һуғышы ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Ғәрифә Фәттәхетдин ҡыҙы Буранғолова 1918 йылдың 7 декабрендә хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Йәрмәкәй районының Иҫке Турай ауылында тыуған. Сәмәрҡәнд педагогия академияһын, Мәскәү медицина институтын тамамлағандан һуң ике йыл Учалы ҡала дауаханаһының баш табибы булып эшләй. 1941 йылда Ғәриф Буранғолов маршал Толбухин Фёдор Иванович етәкселегендәге армия ҡарамағындағы хәрби госпиталдең өлкән нейрохирургы итеп тәғәйенләнә, Сталинград окоптарынан алып Европаның алыҫ сиктәренә тиклем армия ғәскәрҙәре менән яу юлы үтә: Румыния, Болгария, Югославия, Венгрия һәм Австрия ерҙәрен нацистарҙан азат итеүҙә ҡатнаша.

Һуғыш йылдарында Ғарифә Буранғолова биш меңдән ашыу ҡатмарлы операциялар башҡара. Һуғыштан һуң академик Николай Бурденко исемендәге Баш хәрби госпиталдә эшләй. 1956 йылда РСФСР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының санитар авиация табибы булып эшкә күсә. 1958 йылда ул авиаһәләкәттә осрай, клиник үлем кисерә. Ун йыл дауамындағы инвалидлыҡтан һуң, яңынан эшкә ҡайта. Педагогия фәндәре академияһының киске психология факультетын тамамлап, нейропсихолог һөнәрен ала. Ғарифә Буранғолова 2002 йылдың 14 ноябрендә вафат була һәм Мәскәүҙә ерләнә.[1]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Историко-краеведческий музей Белебеевского района. Бурангулова Гарифа Фаттахутдинова.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә