Назаров Вячеслав Сергеевич

Назаров Вячеслав Сергеевич (3 июнь 1952 йыл — 2 ғинуар 1996 йыл) — джаз тромбонисы, пианист һәм вокалист[1].

Назаров Вячеслав Сергеевич
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 3 июнь 1952({{padleft:1952|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})
Тыуған урыны Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 2 ғинуар 1996({{padleft:1996|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (43 йәш)
Вафат булған урыны Денвер[d], Колорадо, Америка Ҡушма Штаттары
Үлем төрө смерть от несчастного случая[d]
Үлем сәбәбе авария[d]
Һөнәр төрө джазмен, пианист
Музыка ҡоралы тромбон[d]
Жанр Джаз

Биографияһы

үҙгәртергә

Вячеслав Сергеевич Наза́ров1952 йылдың 3 июнендә Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә тыуған, музыка тәрбиәләнеүселәр мәктәбен (Суворов училищеһының уҡыу-уҡытыу структураһына оҡшаған) һәм Өфө сәнғәт училищеһын тамамлай.

Ун алты йәшенән Советтар Союзының төрлө музыкаль коллективтарында профессиональ кимәлдә сығыш яһай башлай. Герман Лукьяновтың «Каданс» ансамблендә уйнай, 19771983 йылдарҙа Олег Лундстремдың оркестрында төп солист була, 1983—1989 йылдарҙа — «Аллегро» ансамблендә, 1989—1990 йылдарҙа «Мелодия» ансамблендә эшләй.

Был оркестрҙар менән бөтә илде гиҙеп сыға һәм сит ил фестивалдәрендә һәм конкурстарында сығыш яһай. 1990 йылда Вячеслав Преображенский менән бергә квинтет ойоштора һәм ике диск яҙа. Джаз тәнҡитселәренең һорау алыуы буйынса Вячеслав Назаров 8 йыл дауамында Советтар Союзының иң яҡшы тромбонисы булып һанала.

1990 йылда АҠШ-ҡа күсеп китә. Нью-Йоркта һәм Денверҙа үҙен төрлө составтар менән һынап ҡарай, шул иҫәптән америка джаз йондоҙҙары Лю Табакин Лю Бен Голсон, Валерий Пономарев, Карл Фонтана, Фредди Коул һ. б. менән сығыш яһай.

1995 йылда «Аллегроның» яңыртылған составында Нью-Йорктың Эйвери Фишер Холлында JVC фестивалендә ҡатнаша.

1996 йылдың 2 ғинуарында Коннектикут штатынан Яңы йыл һәм Раштыуа концерттарынан өйөнә ҡайтышлай Денверға килеп ингән ерҙә, Колорадо штаты, автомобиль аварияһына осрап, һәләк була.

Дискографияһы

үҙгәртергә
  • Максим Дунаевский. «Три мушкетёра», мюзикл. Атос — В. Назаров (1981, «Мелодия»)
  • Джаз-82. VIII Джаз музыкаһының Мәскәү фестивале (пластинка 1). Олег Лундстрем оркестрының составында (1983, «Мелодия»)
  • Олег Лундстрем оркестры. «В сочных тонах» (1982, «Мелодия»)
  • Олег Лундстрем оркестры. «В наше время» (1982, «Мелодия»)
  • Көҙгө ритмдар-84. Джаз музыкаһының Ленинград фестивале концерттарынан. «Каданс» ансамбле составында (1985, «Мелодия»)
  • Көҙгө ритмдар-85. Джаз музыкаһының Ленинград фестивале концерттарынан (пластинка 1). Вячеслав Назаровтың триоһы (1985, «Мелодия»)
  • «Аллегро» джаз-ансамбле. «Золотая середина» (1985, «Мелодия»)
  • «Аллегро» джаз-ансамбле «Сфинкс» (1986, «Мелодия»)
  • Сергей Гурбелошвили. «Простое и сложное» (1986, «Мелодия»)
  • Көҙгө ритмдар-87. Джаз музыкаһының Ленинград фестивале концерттарынан (пластинка 1). Вячеслав Назаровтың джаз-квартеты (1988, «Мелодия»)
  • Сергей Гурбелошвили. «Бриз». Бөтә аранжировкалар Вячеслав Назаровтыҡы (1989, «Мелодия»)[2]
  • Николай Левиновский. «Пять Новелл» (1989, «Мелодия»)
  • Вячеслав Назаровтың һәм Вячеслав Преображенскийҙың джаз-квинтеты. «Обратный Адрес» (1990, «Мелодия»)
  • Вячеслав Преображенский. «Ещё вчера…» (1991, «Мелодия»)
  • Джазность: Мәскәү — Вашингтон. Юғары кимәлдә осрашыу (1991, «Элефант Рекордс»)
  • Вячеслав Назаров иҫтәлегенә (1999, IBM Music; альбом сыҡмай).

Ҡыҙыҡлы факттар

үҙгәртергә
  • Вячеслав Назаров «Д’Артаньян һәм өс мушкетер» фильмында Атостың «Есть в графском парке черный пруд» данлыҡлы йырын башҡара — Вениамин Смеховтың үҙ версияһы башҡарыуҙа яһалмалылығы менән композитор Максим Дунаевскийҙы ҡәнәғәтләндермәй[3]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Trombone Page of the World — Index N
  2. Также выступил в качестве автора одной из пьес.
  3. Георгий и Наталия Юнгвальд-Хилькевич. За кадром. — М.: Центрполиграф, 2000. — (Наше кино). — ISBN 5-227-00627-X.
  • Советский джаз. Проблемы. События. Мастера. Сборник статей. — М.: Советский композитор, 1987. — 592 с.
  • Фейертаг В. Б. Джаз. XX век. Энциклопедический справочник. — СПб.: «Скифия», 2001. — С. 101. — ISBN 5-94063-018-9.
  • Николай Левиновский. Держи квадрат, чувак!. — NY: Liberty Press, 2007. — 343 с. — ISBN 1-932686-20-7.

Һылтанмалар

үҙгәртергә