Ибраһимова Эльвира Винер ҡыҙы

Спортсы

Ибраһимова Эльвира Винер ҡыҙы (3 июнь 1978 йыл) — Рәсәй спортсыһы. Биатлон һәм саңғы ярышы буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2002), Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2007). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2006).

Ибраһимова Эльвира Винер ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Спортта ил өсөн сығыш яһай  Рәсәй
Тыуған көнө 3 июнь 1978({{padleft:1978|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (45 йәш)
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө биатлонист
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы 2010
Спорт төрө Биатлон
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Салауат Юлаев ордены Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры мастер спорта России международного класса

Биографияһы үҙгәртергә

Эльвира Винер ҡыҙы Ибраһимова 1978 йылдың 3 июнендә Өфө ҡалаһында тыуған. Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенең уҡытыу-производство предприятиеһы тәрбиәләнеүсеһе (Бәләбәй ҡалаһы). 1999 йылдан юғары спорт оҫталығы мәктәбе өсөн сығыш яһай (тренерҙары А. А. Ғүмәров, С. Р. Ғүмәров). Паралимпия уйындарының (2002, эстафетала) көмөш призеры, Рәсәй чемпионы (2003, 5 км-ға уҙышта), Донъя (2005, 5 һәм 10 км-ға уҙышта, эстафета) һәм Европа (2001, эстафета) чемпионаттарының көмөш призеры, саңғы ярышы буйынса донъя чемпионатының (2000, эстафета) бронза призёры. Паралимпия уйындарының (2006, спринт), биатлон буйынса донъя чемпионатының (2005, спринт һәм индивидуаль ярыш) бронза призёры. Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (2000 йылдан алып).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2002).
  • Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2007).
  • Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы (2002).
  • Салауат Юлаев ордены (2006).

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә