Шаһаев Фәтхи Ислам улы

Шаһаев Фәтхи Ислам улы (3 июнь 1923 йыл — 30 декабрь 1996 йыл) — сәнәғәт алдынғыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. СССР Ҡара металлургия министрлығыныъң Һатҡы «Магнезит» заводы яндырыусыһы, Силәбе өлкәһе, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).

Шаһаев Фәтхи Ислам улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 3 июнь 1923({{padleft:1923|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})
Тыуған урыны Әхмөр, Стәрлетамаҡ кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 30 декабрь 1996({{padleft:1996|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (73 йәш)
Вафат булған урыны Һатҡы, Силәбе өлкәһе, Рәсәй
Ерләнгән урыны Һатҡы
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы

Биографияһы

үҙгәртергә

Фәтхи Ислам улы Шаһаев 1923 йылда Әхмәр (хәҙерге Башҡортостандың Ишембай районы) крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Милләте буйынса — башҡорт.

1940 йылда Силәбе өлкәһе Һатҡы ҡалаһының «Магнезит» комбинатына эшкә урынлаша.

1941 йылда Ҡыҙыл Армия сафына алына. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. 3-сө Белоруссия фронтының 1-се гвардия уҡсылар дивизияһында һуғыша, 1944 йылдың апрелендә ҡаты яралана. Һуңынан демобилизациялана.

Кире ҡайтҡас, комбинатта эшләй. 1971—1979 йыоларҙа ЦМП-1 сменаһы начальнигы. Рационализаторлыҡ эшендә ҡатнаша. Йәштәрҙең әүҙем остазы.

СССР Юғары Советы Президиумының 1966 йылдың 22 мартындағы указына ярашлы, ҡара металлургиялағы юғары күрһәткестәре һәм алдынғы ҡаҙаныштары өсөн Фатхи Ислам улы Шаһаевҡа «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә, Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырыла.

КПСС ағзаһы. Һатҡы ҡалаһы халыҡ депутаттары советы депутаты була. Заводтың партия һәм профсоюз комитеты ағзаһы.

Һатҡы ҡалаһында йәшәй. 1996 йылдың 30 декабрендә вафат була. Ҡала зыяратында ерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Социалистик Хеҙмәт Геройы
  • Ленин ордены
  • «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы; 22.3.1966)
  • II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (11.3.1985)
  • миҙалдар
  • Төҫлө металлургия министрлығының почетлы металлургы.
  • Челябинская область: Энциклопедия в 7 томах. — Челябинск, 2003—2007.

Һылтанмалар

үҙгәртергә