Биатлон уҙыштары
Хәҙерге ваҡытта биатлон уҙыштарының бихисап төрҙәре бар. Уларҙың барыһы ла төрлө кластарға ҡараған ҡатнашыусылар араһында теге йәки был ярыштар сиктәрендә үткәрелә. Алты уҙыш (шәхси уҙыш, спринт, пасьют, масс-старт, эстафета һәм ҡатнаш эстафета) Донъя чемпионаты һәм Донъя кубогы сиктәрендә алып барыла, был ярыштар Халыҡ-ара Биатлонсылар союзының рәсми документтарында урын алған аныҡ һәм даими ҡулланылған үткәреү ҡағиҙәләренә таянып үткәрелә. Биатлон дисциплинаһының ҡалған төрҙәре әлегә юғары вәкәләтле ярыштарға индерелмәгән, сөнки уларҙы үткәреү ҡағиҙәләре лә тейешенсә эшкәртелмәгән һәм ярыштар барышында уларға төрлө үҙгәрештәр һәм төҙәтмәләрҙең индерелеүе ихтимал.
Биатлон уҙыштары | |
Спорт төрө | Биатлон |
---|
Донъя чемпионаты һәм Донъя кубогы сиктәрендә үткәрелә
үҙгәртергәШәхси уҙыш | Спринт | Эҙәрлекләү уҙышы | Масс-старт | Эстафета | Ҡатнаш эстафета | |
---|---|---|---|---|---|---|
Ир-егеттәр | 20 км | 10 км | 12,5 км | 15 км | 4×7,5 км | 2×6 км + 2×7,5 км |
Ҡатын-ҡыҙҙар | 15 км | 7,5 км | 10 км | 12,5 км | 4х6 км | |
Юниор егеттәр | 15 км | 10 км | 12,5 км | 12,5 км | 4x7.5 км | |
Юниор ҡыҙҙар | 12,5 км | 7,5 км | 10 км | 10 км | 3×6 км | |
Үҫмер егеттәр | 12,5 км | 7,5 км | 10 км | 10 км | 3×7,5 км | |
Үҫмер ҡыҙҙар | 10 км | 6 км | 7,5 км | 7,5 км | 3×6 км | |
Старт | инт. — 30 м-тан [[]] 1 мин | инт. — 30 с-тан 1 мин тиклем | инт. — по рез. СП йәки ИГ | дөйөм | дөйөм | дөйөм |
Түңәрәктәр һаны | 5 | 3 | 5 | 5 | по 3 | по 3 |
Атыу — ятып йәки тороп | Л+С+Л+С | Л+С | Л+Л+С+С | Л+Л+С+С | 1 атл. — Л+С 2 атл. — Л+С 3 атл. — Л+С 4 атл. — Л+С |
1 атл. — Л+С 2 атл. — Л+С 3 атл. — Л+С 4 атл. — Л+С |
Патрондар | 5 | 5 | 5 | 5 | 5+3 | 5+3 |
Штраф | +1 минут | +150 м | +150 м | +150 м | +150 м | +150 м |
Беренсе тапҡыр ОИ | 1960 | 1980 | 2002 | 2006 | 1968 | 2014 |
Беренсе тапҡыр ЧМ | 1958 | 1974 | 1997 | 1999 | 1966 | 2005 |
Беренсе тапҡырКМ | 1978/79 | 1978/79 | 1996/97 | 1996/97 | 1978/79 | 2002/03 |
Шәхси уҙыш
үҙгәртергәКлассик шәхси уҙыш — хәҙерге биатлондың иң тәүге дисциплинаһы. Бөгөн ул ир-егеттәр өсөн 20 километрлыҡ, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн 15 километрлыҡ һәм дүрт ут нөктәһе булған уҙыштан ғибәрәт. Спортсылар яҡынса бер үк оҙонлоҡтағы биш түңәрәкте үтергә тейеш. Улар 30 секундтан 1 минутҡа тиклемге арауыҡ аша, һәр береһе айырым, әммә бер-бер артлы старт ала. Беренсе һәм өсөнсө атыуҙы улар ергә ятҡан килеш башҡара, ә икенсеһен һәм дүртенсеһен — тороп ата. Һәр бер яҙа атыу спортсының дистанцияны үтеү ваҡытына берәр штраф минутын өҫтәй.
Спринт
үҙгәртергәСпринт уҙышы — интервал менән старт бирелгән, ир-егеттәргә 10 км һәм ҡатын-ҡыҙҙарға 7,5 км һәм ике ут нөктәһе булған уҙыш. Спортсылар яҡынса бер оҙонлоҡтағы өс түңәрәкте үтә. Улар 30 секундтан 1 минутҡа тиклемге арауыҡ аша, һәр береһе айырым, әммә бер-бер артлы старт ала. Беренсе атыуҙы улар ергә ятҡан килеш башҡара, ә икенсеһен — тороп. Һәр бер яҙа атыу өсөн спортсы оҙонлоғо 150 метрға тиң булған өҫтәмә штраф түңәрәген үтергә тейеш була.
Эҙәрлекләү уҙышы
үҙгәртергәПасьют (икенсе исеме эҙәрлекләү уҙышы) — ир-егеттәр өсөн 12,5 км һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн 10 км һәм дүрт ут нөктәһе булған уҙыш. Спортсылар яҡынса бер оҙонлоҡтағы биш түңәрәкте үтә. Улар айырым, бер-бер артлы, бынан алдағы квалификация уҙыштарында — спринт, шәхси уҙыш йәки масс-стартта еңеүсенән артта ҡалыуына ярашлы, гандикап менән старт ала. Квалификация уҙышы йомғаҡтары буйынса иң яҡшы тип танылған 60 спортсы был ярашта ҡатнашыу хоҡуғына эйә. Тәүге ике атыу ятып, ҡалған икеһе тороп башҡарыла. Һәр бер яҙа атыу өсөн спортсыға оҙонлоғо 150 метрға тиң булған өҫтәмә штраф түңәрәген үтеү ҡаралған.
Масс-старт
үҙгәртергәДөйөм старттан уҙыш — биатлон ярыштарының иң матур тамашаларының береһе. Ир-егеттәр өсөн 12,5 км һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн 10 км һәм дүрт ут нөктәһе булған уҙыш. Спортсылар яҡынса бер оҙонлоҡтағы биш түңәрәкте үтә. Масс-стартта теге йәки был ярыштар йомғаҡтары буйынса иң яҡшы тип танылған 30 спортсы ғына ҡатнаша ала. Улар, ҡағиҙә булараҡ, унарлап, өс рәткә теҙелеп, бер юлы старт ала. Тәүге ике атыу ятып, ҡалған икеһе тороп башҡарыла. Һәр яҙа атҡан өсөн спортсы оҙонлоғо 150 метрға тиң булған өҫтәмә штраф түңәрәген үтергә тейеш.
Эстафета
үҙгәртергәЭстафета уҙышы — ярыштарҙың команда төрө, ул дүрт (ир-егеттәрҙә, ҡатын-ҡыҙҙарҙа һәм юниорҙарҙа) йәки өс (юниор ҡыҙҙарҙа, үҫмер егеттәрҙә һәм үҫмер ҡыҙҙарҙа) этаптан тора. Командаларҙың беренсе булып ҡатнашыусылары стартты бер юлы ала. Һәр этапта бер генә спортсы йүгерә, шунан һуң ул эстафетаны артабанғы этапта йүгереүсе спортсыға тапшыра (һуңғы этапта йүгереүсе финишҡа килә). Һәр этап (әлеге ваҡытта ир-егеттәрҙә 7,5 км һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙа 6 км) дистанцияның өс түңәрәгенән һәм ике ут нөктәһенән ғибәрәт (беренсеһе ятып, икенсеһе тороп башҡарыла). Әгәр тәүге биш патронды атҡандан һуң ябылмаған сәптәр ҡалһа, спортсыға үҙенә өҫтәмә патрондарҙы мылтыҡҡа ҡуйырға тура килә (һәр ут нөктәһендә өстән артыҡ өҫтәмә патрон ҡуйырға ярамай). Әгәр спортсы 8 патрон менән 5 сәпте яба алмаһа, ябылмаған һәр сәп өсөн спортсы 150 метр штраф дистанцияһын үтергә тейеш.
Ҡатнаш эстафета
үҙгәртергәБыл эстафетала ир-егеттәр ҙә, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ҡатнаша. Беренсе һәи икенсе этаптарҙы (6-шар км) ҡатын-ҙыҙҙар үтә, өсөнсө һәм дүртенсе этаптарҙы (7,5-әр км) — ир-егеттәр. Артабан ҡатнаш эстафетаны үткәреү ҡағиҙәләре «классик» эстафеталағы кеүек. Ҡатнаш эстафета — халыҡ-ара кимәлдә үткәрелгән биатлон ярыштарының иң йәш төрө. 2014 йылда Сочила булып үткән Ҡышҡы Олимпия уйындары программаһына индерелгәйне.
Башҡа ярыштар сиктәрендә үткәрелгәндәре
үҙгәртергәСуперспринт | Суперпасьют | Марафон | Командалар уҙышы | ||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Квалиф. | Финал | Квалиф. | Финал | Командалар спринты | Командалар уҙышы | Патрулдәр уҙышы[1] | Патрулдәр уҙышы[2] | ||
Ир-егеттәр | 3,6 км | 6 км | 4,5 км | 7,5 км | 40 км | 10 км | 20 км | 25 км | 25 км |
Ҡатын-ҡыҙҙар | 2,4 км | 4 км | 3,6 км | 6 км | 30 км | 7,5 км | 15 км | 15 км | 20 км |
Юниор малайҙар | 2,4 км | 6 км | 4,5 км | 7,5 км | — | 10 км | — | — | 20 км |
Юниор ҡыҙҙар | 2,4 км | 4 км | 3,6 км | 6 км | — | 7,5 км | — | — | 15 км |
Үҫмер егеттәр | 2,4 км | 4 км | — | — | — | — | — | — | — |
Үҫмер ҡыҙҙар | 2,4 км | 4 км | — | — | — | — | — | — | — |
Старт — интерваллы йәки дөйөм | инт. — 15 сек. | общий | инт. — 15 сек. | инт. — по рез. квал. | дөйөм | инт. — 1 мин. | инт. | инт. | инт. — 2 йәки 3 мин. |
Түңәрәктәр һаны | 3 | 5 | 3 | 5 | 17 | 3 | 5 | 1 | 3 |
Атыу — ятып йәки тороп | Л+С | Л+Л+С+С | Л+С | Л+Л+С+С | Л+Л+Л+Л+ С+С+С+С |
1, 2 атл. — Л 3, 4 атл. — С |
1 атл. — Л 2 атл. — С 3 атл. — Л 4 атл. — С |
1-3 атл. — Л | 1-5 атл. — Л 1-5 атл. — С[3] |
Патрондар | 5+3 | 5+3 или 5[4] | 5+3 | 5 | 5 | 5 | 5 | 5 | 5 |
Штраф | квалификацияһы алына | дск или +100 м[4] | квалификацияһы алына | +100м | +100 м | +150 м | +150 м | +1 минут | +150 м |
Беренсе тапҡыр ОИ | — | — | — | — | — | — | — | ||
Беренсе тапҡыр ЧМ | — | — | — | 1989[5] | — | — | — | ||
Беренсе тапҡыр КМ | — | — | — | 1996/97[6] | — | — | — |
Суперспринт
үҙгәртергәБиатлон ярыштарының был төрө ике үҙаллы старттан — квалификация и финал ярыштарынан тора, улар бер үк көндә үткәрелә. Квалификация ярышы спринт уҙышына оҡшаш: спортсылар, бер-береһенән 15 секундҡа ҡалышып, старт ала һәм өс түңәрәктән торған дистанцияны үтә (ир-егеттәр 3,6 км, ҡатын-ҡыҙҙар 2,4 км), ике тапҡыр ата (тәүҙә ятып, шунан тороп). Һәр атыу өсөн спортсыға биш патрондан торған обойма һәм өс өҫтәлмә патрон бирелә. Әгәр спортсы өҫтәлмә патрондарҙы атҡандан һуң да сәптәрҙе тулыһынса яба алмаһа, ул квалификацияһынан мәхрүм ителә һәм финал ярыштарына үткәрелмәй. Квалификация һөҙөмтәләре буйынса иң яҡшы 30 спортсы финал ярыштарына үткәрелә (улар масс-стартҡа оҡшаш). Өсәрләп теҙелгән спортсыларға старт бирелә. Ир-егеттәрҙә дистанцияның оҙонлоғо 6 км, ҡатын-ҡыҙҙарҙа — 4 км. Спортсылар биш түңәрәк үтә һәм дүрт тапҡыр атыу урынына инә, тәүҙә ике тапҡыр ятып ата, шунан ике тапҡыр — тороп. Квалификация ярыштарындағы кеүек һәр атыу өсөн спортсыға биш патрондан торған обойма һәм өс өҫтәлмә патрон бирелә. Әгәр спортсы өҫтәлмә патрондарҙы атҡандан һуң да сәптәрҙе тулыһынса яба алмаһа, ул квалификацияһынан мәхрүм ителә. Биатлон буйынса Рәсәй чемпионатында суперспринт финалында атыу ҡағиҙәләре Халыҡ-ара Биатлонсылар союзында ҡулланылған ҡағиҙәләрҙән бер ни тиклем айырыла: спортсыға һәр атыуға биш патрон бирелә һәм ул ябылмаған һәр сәп өсөн 100 метр оҙонлоғондағы штраф түңәрәген йүгереп үтергә тейеш була. Финал ярыштарында финишҡа беренсе булып килгән биатлонсы суперспринтта еңеүсе тип таныла.
Суперпасьют
үҙгәртергәБиатлон ярыштарының был төрө лә, суперспринт кеүек, ике үҙаллы старттан — квалификация һәм финал ярыштарынан тора. Ике ярыш та бер көндә үткәрелә. Квалификация ярыштары классик спринт уҙышын хәтерләтә: һәр спортсыға айырым старт бирелә, ир-егеттәр 4,5 км, ҡатын-ҡыҙҙар 3,6 км араны үтә, ике тапҡыр мылтыҡтан ата (тәүҙә ятып, аҙаҡ — тороп). Спортсыға һәр атыу өсөн биш патрондан торған обойма һәм өс өҫтәлмә патрон бирелә. Әгәр спортсы өҫтәлмә патрондарҙы атҡандан һуң да сәптәрҙе тулыһынса яба алмаһа, ул квалификацияһынан мәхрүм ителә һәм финал ярыштарына үткәрелмәй. Квалификация һөҙөмтәләре буйынса финал ярыштарында ҡатнашасаҡ спортсыларҙың исемлеге төҙөлә, был ярыштар классик эҙәрлекләү уҙышына оҡшаш. Спортсыларға квалификация һөҙөмтәләренә ярышлы һәм, быға тиклемге артта ҡалыуҙарын иҫәпкә алып, старт бирелә. Дистанцияның оҙонлоғо — ир-егеттәрҙә 7,5 км һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙа 6 км-ға тигеҙ. Спортсылар биш түңәрәк үтә һәм дүрт тапҡыр атыу урынына инә, тәүҙә ике тапҡыр ятып ата, шунан ике тапҡыр — тороп. Һәр атыу өсөн спортсыға биш патрон бирелә. Һәр сәптән яҙа атыу өсөн 100 метр оҙонлоғондағы штраф дистаницияһын үтеү ҡаралған. Финал ярыштарында финишҡа беренсе булып килгән биатлонсы суперпасьютта еңеүсе тип таныла.
Марафон
үҙгәртергәМарафон (шулай уҡ супермарафон) — ир-егеттәр өсөн 40 км-ға, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн 30 км-ға тигеҙ һәм һигеҙ ут нөктәһе булған уҙыш. Бөгөнгө көнгә был ярыштарҙы үткәреү өсөн берҙәм ҡағиҙәләр әлегә юҡ. Әйтәйек, төрлө ярыштарҙа уҙыш дистанцияһының төрлөсә үҙгәреүе ихтимал.[7]. Марафон дөйөм старт менән башлана, тәүге дүрт атыу ятҡан килеш, ҡалған дүртеһе — тороп башҡарыла. Беренсе түңәрәкте үткән 30 биатлонсы атыу өсөн туҡтала, ҡалғандары уҙышты дауам итә. Икенсе түңәрәкте үткәс, ҡалған биатлонсылар атыу өсөн туҡтала, ә беренсе түңәрәктән һуң атҡандар уҙышты дауам итә. Уҙыш барышында ошондай цикл ҡабатланып тора: старт-листағы тәүге 30 спортсы дистанцияның таҡ түңәрәктәрен үткәндә, ҡалғандары йоп түңәрәктәрен үткәндә ут нөктәһендә була. Сәпкә яҙа атыу 100 метрлыҡ штраф түңәрәген үтеүҙе күҙаллай.
Командалар уҙышы
үҙгәртергәКомандалар уҙышы — интервал аша старт бирелгән уҙыш ул, унда ниндәйҙер команданың бер генә спортсыһы түгел, ә дүрт спортсынан торған команда (патруль уҙышында команда биш спортсынан тора) стартҡа баҫа. Трассаны үткәндә команданың тәүге һәм һуңғы ағазаһы араһындағы айырма 15 секундтан йәки 50 метрҙан (ярыштар регламентына ярашлы) артмаҫҡа тейеш. Сәпкә яҙа атыу 150 метрлыҡ штраф түңәрәген үтеүҙе күҙаллай (патрулдәр уҙышынан башҡа, сөнки ул төр ярышта дистанцияны үтеүҙең дөйөм ваҡытына штраф минуты өҫтәлә). Команданың һуңғы ағзаһының финишҡа инеүе менән йомғаҡлау ваҡыты иҫәпләнелә. Уҙыштар бер нисә төргә бүленә:
- команда спринты: дистанция 10 км ир-егеттәрҙә һәм 7,5 км ҡатын-ҡыҙҙарҙа; ике ут нөктәһе, унда команданың икешәр ағзаһы ата — беренсе нөктәлә ятып, икенселә тороп;
- ысын мәғәнәһендә командалар уҙышы: дистанция 20 км ир-егеттәрҙә һәм 15 км ҡатын-ҡыҙҙарҙа; дүрт ут нөктәһе — уларҙың һәр береһендә бер спортсы ата;
- патрулдәр уҙышы — хәрби патрулдәр ярышының заманса төрө (биатлон ярыштарын башлап ебәреүсе булған уҙыштар). Хәрбиҙәр араһындағы төрлө ярыштар сиктәрендә үткәрелә һәм биатлон уҙышы тип түгел, ә ярыштарҙың айырым төрө булараҡ билдәләнелә. Әммә был ярыштарҙы үткәреү ҡағиҙәләре Халыҡ-ара Биатлонсылар союзы менән яраштырыла. Ул ир-егеттәрҙә 25 км һәм ҡатын ҡыҙҙарҙа 15 км-ға тигеҙ. Команда дүрт спортсынан тора: патруль лидерынан һәм патруль ағзаларынан, һуңғылары мылтыҡтан ата (ятҡан килеш бер атыу күҙаллана);
- патруль уҙышы — Биатлон буйынса Рәсәй чемпионаты сиктәрендә үткәрелеүсе патрулдәр уҙышына оҡшаш ярыш. Ир-егеттәрҙә 25 км-лыҡ һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙа 20 км-лыҡ дистанцияла уҙыш. Команда биш спортсынан тора, улар ике тапҡыр мылтыҡтан ата — тәүҙә ятып, шунан тороп (шуныһы иғтибарға лайыҡ, һәр спортсы үҙ ҡоролмаһындағы үҙәк сәпкә бер генә тапҡыр ата).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Патрулдәр уҙышы төрлө кимәлдәге хәрбиҙәр араһындағы ярыштарҙа үткәрелә, унда был ярыш биатлон уҙышы төрө булараҡ баһаланмай, ә айырым ярыш төрө, тип билдәләнелә, әммә уларҙы үткәреү ҡағиҙәләре Халыҡ-ара Биатлонсылар союзы менән яраҡлаштырыла.
- ↑ Патрулдәр уҙышы биатлон буйынса Рәсәй чемпионаты сиктәрендә үткәрелә, һәм уның командалар уҙыштарының башҡа төрҙәре менән сағыштырғанда билдәле бер айырмалары бар.
- ↑ Команданың биш ағзаһының һәр береһе сәпкә бер тапҡыр атырға һәм үҙ ҡоролмаһындағы үҙәк сәпте ябырға бурыслы.
- ↑ 4,0 4,1 IBU ҡағиҙәләре суперспринттың финалында һәр атыуҙа төп биш патронға өс запас патрон бирелеүен билдәләй; әгәр спортсы, һигеҙ патронды ҡулланып, сәптәрҙе тулыһынса япмаһа, ул квалификацияһынан мәхрүм ителә. Рәсәй чемпионатында суперспринттың финалында спортсыға тик биш кенә патрон бирелә, ябылмаған һәр сәп өсөн ул оҙонлоғо 100 метрға тиң штраф түңәрәген үтергә тейеш.
- ↑ Биатлон буйынса Донъя чемпионатында командалар спринты 1998 йылға тиклем үткәрелгән.
- ↑ Халыҡ-ара биатлонсылар союзы мәғлүмәттәренә буйынса Донъя кубогы сиктәрендә командалар спринты тик 1996/1997 йылғы спорт миҙгелендә үткәрелгән.
- ↑ Мәҫәлән, 2008 йылда биатлон буйынса Рәсәй чемпионатында марафон дистанцияһы ир-егеттәр өсөн 27 км, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн 21,6 км, ә 2009 йылда ир-егеттәр өсөн 34 км, ҡатын ҡыҙҙар өсөн 21,6 км булды.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Халыҡ-ара Биатлонсылар союзы регламенты(недоступная ссылка)