31 июль
көнө
(31 июля битенән йүнәлтелде)
31 июль — григориан стиле буйынса йылдың 212-се (кәбисә йылында 213-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 153 көн ҡала.
31 июль | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
31 июль Викимилектә |
← июль → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | 31 | ||||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ер: Ғәҙәти булмаған музыка ҡоралдары көнө.
- Австралия: Ағас көнө.
- АҠШ: Бейеү көнө.
- Ҡурай еләге бәлеше көнө.
- Африка: Африка ҡатын-ҡыҙҙары көнө.
- Гавайҙар: Флаг көнө.
- Доминика Республикаһы: Атайҙар көнө.
- Иран: Донорҙар көнө.
- Польша: Казначейство көнө.
- БМО: Бөтә донъя рейнджерҙар (Рәсәйҙә — ҡурсаулыҡтар, милли парктар һәм заказниктарҙың дәүләт инспекторҙары) көнө.
- 1656: Байкал күленә Рәсәй империяһының тәүге экспедицияһы юллана.
- 1748: Преображенский баҡыр иретеү заводы янында Йылайыр ауылына нигеҙ һалына.
тулы исемлек
- 1946: Белорет районындағы Үҙәнбаш ауылына нигеҙ һалына.
- 1953: Өфөлә «Родина» кинотеатры эш башлай.
- 1956: Мәскәүҙә «Лужники» спорт комплексы асыла.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
үҙгәртергә0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Сегал Наум Михайлович (1941), Өфөләге Фәрит Камаев исемендәге 2-се балалар сәнғәт мәктәбенең хор уҡытыусыһы. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Суркова Валентина Константиновна (1941), ғалим-офтальмотравматолог. 1968—1973 йылдарҙа һәм 1976 йылдан Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшереү институты хеҙмәткәрке, 1977 йылдан — ғилми секретарь, 1986 йылдан — директорҙың фәнни эштәр буйынса урынбаҫары, 2006 йылдан күҙ мөгөҙсәһе һәм күҙ яҫмығы хирургияһы бүлегенең төп ғилми хеҙмәткәре. Медицина фәндәре докторы (1998), профессор (2013). Рәсәй Федерацияһының (1998) һәм Башҡорт АССР-ының (1988) атҡаҙанған табибы, СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1979). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы Шишмә ҡасабаһынан.
тулы исемлек
- Ҡаҙаҡбаев Филүз Хәсән улы (1971), бейеүсе, балетмейстер, мәҙәниәт эшмәкәре. 2013 йылдан — Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең художество етәксеһе, 2014—2018 йылдарҙа — директоры. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2008).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Никитин Геннадий Михайлович (1932—?), партия органдары һәм дәүләт эшмәкәре. 1963 йылдан КПСС-тың Салауат ҡала комитетының беренсе секретары; 1972 йылдан КПСС Үҙәк Комитеты инструкторы; 1975 йылдан КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты секретары; 1987 йылдан Башҡорт АССР-ының халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү министры. Башҡорт АССР-ының 7—11-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. КПСС-тың 24-се съезы (1971) делегаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971), Халыҡтар Дуҫлығы (1981) һәм ике «Почёт Билдәһе» (1965, 1986) ордендары кавалеры. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1982). Сығышы менән Грозный ҡалаһынан.
- Сәғитов Тәлғәт Ниғмәтулла улы (1942), журналист һәм дәүләт эшмәкәре. 1986—1987 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының, 1997—2001 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры; 1990—1996 йылдарҙа «Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррире Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1992). Салауат Юлаев ордены кавалеры.
тулы исемлек
- Әхмәтйәнова Хәлиҙә Ғәлиәхмәт ҡыҙы (1942—2020), төҙөүсе. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе, «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Учалы ҡалаһы һәм Учалы районының почётлы гражданы (1997). Сығышы менән ошо райондың Илсе ауылынан.
- Яковлева Лидия Ивановна (1947), химик-технолог. 1970—2003 йылдарҙа Салауат нефть химияһы комбинаты һәм «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе технологы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы (1998). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы Ергән ауылынан.
- Макарова Хәлиҙә Сафуан ҡыҙы (1962), нәшерсе. Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтенең производство бүлеге начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2006).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Деменко Иван Тимофеевич (1923—4.05.2000), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1956—1970 йылдарҙа Хәйбулла районы «Матрай» совхозы агрономы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған агрономы (1971), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1966), райондың атҡаҙанған сиҙәмсеһе (1984). Сығышы менән хәҙерге Воронеж өлкәһенән.
- Ғарипов Талмас Мәғсүм улы (1928—19.05.2022), тел белгесе-ғалим, спортсы, тренер. 1980 йылдан хәҙерге М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2010 йылдың авгусына тиклем дөйөм тел белеме кафедраһы мөдире. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1991), филология фәндәре докторы (1974), профессор (1979). Рәсәй Федерацияһының (1992) һәм Башҡорт АССР-ының (1983) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2003), СССР-ҙың юғары белем биреү отличнигы (1979). Бадминтон буйынса БАССР-ҙың тәүге чемпионы. (1966); 1965—1981 йылдарҙа БАССР-ҙың бадминтон буйынса йыйылма командаһы тренеры.
тулы исемлек
- Хисмәтуллин Марат Мәғәфүр улы (1938—21.02.2018), опера йырсыһы (баритон), педагог. 1967 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, 1976 йылдан баш режиссёры, 1982 йылдан — режиссёры; бер үк ваҡытта 1976—2018 йылдарҙа хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының опера студияһы мөдире, профессор. Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1991). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Иглин районының Яңы Ҡобау ауылынан. Йырсы Мәғәфүр Хисмәтуллиндың улы.
- Шәйхулов Марат Алмас улы (1973), дәүләт органы хеҙмәткәре, социолог-ғалим. 2013 йылдан Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Секретариаты етәксеһе. Социология фәндәре кандидаты (2009). Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе. Сығышы менән Туймазы ҡалаһынан. Тел белгесе-ғалим Алмас Шәйхуловтың улы.
- Йыһангирова Диана Рафиҡ ҡыҙы (1983), спортсы, хоҡуҡ белгесе-ғалим. 2006 йылдан Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты, 2008 йылдан — Санкт-Петербург университеты уҡытыусыһы. Юридик фәндәр кандидаты (2006). Кикбоксинг буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2000).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергәДөйөм исемлек
үҙгәртергә- 1800: Фридрих Вёлер, Германия химигы, табип, органик химияға нигеҙ һалыусыларҙың береһе.
- 1885: Башкиров Алексей Степанович, СССР ғалимы, антик тарих белгесе, археолог.
тулы исемлек
- 1910: Сергей Каштелян, СССР-ҙың оригиналь жанр артисы, режиссёр һәм педагог, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1985).
- 1914: Луи де Фюнес, Франция киноактёры, кинорежиссер, сценарист, донъя киноһының бөйөк комиктарының береһе.
- 1915: Герберт Аптекер, АҠШ-тың тарихсы-марксисы, сәйәси публицист.
- 1930: Юрий Белов, СССР киноактёры.
- 1930: Олег Попов, СССР һәм Рәсәйҙең цирк артисы, клоун, СССР-ҙың халыҡ артисы (1969).
- 1937: Эдита Пьеха, йырсы, СССР-ҙың халыҡ артисы (1988).
- 1945: Ян Табачник, СССР һәм Украинаның эстрада композиторы, виртуоз аккордеонсы, Украинаның халыҡ артисы (1994).
- 1945: Леонид Якубович, СССР һәм Рәсәй актёры, телетапшырыуҙар алып барыусы, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (2002).
- 1950: Лэйн Дэви, АҠШ актёры, режиссёр.
- 1965: Джоан Кэтлин Роулинг, Англия яҙыусыһы, Гарри Поттер тураһындағы китаптар авторы.
- 1986: Евгений Малкин, хоккейсы, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры.