Сәғитов Тәлғәт Ниғмәтулла улы
Сәғитов Тәлғәт Ниғмәтулла улы (31 июль 1942 йыл) — журналист һәм дәүләт эшмәкәре. 1990-1996 йылдарҙа «Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррире, 1997—2001 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1992). Салауат Юлаев ордены кавалеры.
Сәғитов Тәлғәт Ниғмәтулла улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 31 июль 1942 (82 йәш) |
Тыуған урыны | Маҡар ауылы, Маҡар районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Туған тел | башҡортса |
Һөнәр төрө | журналист, дәүләт эшмәкәре |
Эшмәкәрлек төрө | баш мөхәррир[d] |
Биләгән вазифаһы | баш мөхәррир[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәТәлғәт Ниғмәтулла улы Сәғитов 1942 йылдың 31 июлендә Маҡар районының (хәҙерге Ишембай районы) Маҡар ауылында тыуған.
«Һәнәк» журналының баш мөхәррире (1978—1980).
Башҡорт АССР-ының Телевидение һәм радиотапшырыуҙар буйынса дәүләт комитетының рәйесе (1980—1986).
«Башҡортостан» гәзитендә баш мөхәррир (1990—1996)[1].
Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры (1986—1987 һәм 1997—2001 йылдар).
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Салауат Юлаев ордены
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1992)[2]
Ғаиләһе
үҙгәртергәҠатыны — Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙы, Өфө сәнғәт институтының вокал сәнғәте кафедраһы мөдире.
Улы — Азамат, Башҡортостан Республикаһы Президенты хакимиәтенең экс-етәксеһе.
Улы — Салауат, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары.
Атаһы — Ниғмәт Сәғиҙуллин, 1942 йылдың 28 ноябрендә Великие Луки[3][4] ҡалаһы янындағы һуғышта һәләк булған.
Әсәһе — Зөләйхә Ғәзизова
Һылтанмалар
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Талгату Сагитову — 70 лет — ИА «Башинформ».
- ↑ О присвоении почетного звания "Заслуженный работник культуры Республики Башкортостан" работникам печати республики. Указ Президиума ВС РБ от 27.04.1992 N 6-2/221 Информационный портал Республики Башкортостан(недоступная ссылка) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 1 февраль 2019)
- ↑ Ватандаш / Соотечественник / Compatriot 2021 йыл 1 май архивланған.
- ↑ Великие Луки: К 9 мая увековечат память башкирского солдата, погибшего в 1942 году в бою под Великими Луками