Йыһангирова Диана Рафиҡ ҡыҙы

Йыһангирова Диана Рафиҡ ҡыҙы (31 июль 1983 йыл) — спортсы, хоҡуҡ белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Юридик фәндәр кандидаты (2006). Кикбоксинг буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2000).

Йыһангирова Диана Рафиҡ ҡыҙы
Тыуған көнө 31 июль 1983({{padleft:1983|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:31|2|0}}) (39 йәш)
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө ғалим

БиографияһыҮҙгәртергә

Диана Рафиҡ ҡыҙы Йыһангирова 1983 йылдың 31 июлендә Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә тыуған.

2004 йылда Өфө юридик институтын тамамлаған.

22‑се балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе (тренеры М. А. Арсентьева). Рәсәй чемпионы (2002), Рәсәй чемпионатының көмөш призёры (1999). Үҫмер спортсылар араһында донъя (2 тапҡыр, 2000), Рәсәй (1998—2003) беренселектәрендә еңеүсе, донъя беренселектәренең (1999, 2002) бронза призёры. Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (19982002).

2006 йылдан алып Өфө юридик институты, 2008 йылдан — Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының Санкт-Петербург университеты уҡытыусыһы. * Юридик фәндәр кандидаты (2006).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәреҮҙгәртергә

  • Кикбоксинг буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2000)

ҺылтанмаларҮҙгәртергә