Ҡорбанаева Флора Шәйхи ҡыҙы
Ҡорбанаева Флора Шәйхи ҡыҙы (30 ноябрь 1928 йыл) — ғалим-табип-офтальмолог. 1956—1994 йылдарҙа Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1971—1990 йылдарҙа директорҙың фән буйынса урынбаҫары. Медицина фәндәре докторы (1977). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1977) һәм һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1965). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1966).
Ҡорбанаева Флора Шәйхи ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған урыны | Башҡорт АССР-ы |
Һөнәр төрө | табип |
Уҡыу йорто | БДМУ |
Ғилми дәрәжә | медицина фәндәре докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәФлора Шәйхи ҡыҙы Ҡорбанаева 1928 йылдың 30 ноябрендә Башҡорт АССР‑ы Йылайыр кантоны[1] Күгәрсен ауылында тыуған.
Әсәһе — РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы Ҡорбанаева Хәлимә Абдулла ҡыҙы (Биишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙының апаһы).
1950 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлай һәм хеҙмәтэшмәкәрлеген Йомағужа район дауаханаһында башлай.
1952 йылдан алып Өфөнөң 17‑се балалар клиник дауаханаһында эшләй.
1953 йылдан Владивосток ҡалаһында Тымыҡ океан флоты поликлиникаһында хеҙмәт һала.
1956 йылда Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми тикшеренеү институтына эшкә күсә: 1964 йылдан — бүлек етәксеһе, 1966 йылдан — ғилми секретарь, 1971—1990 йылдарҙа директорҙың фән буйынса урынбаҫары.
Ғилми эшмәкәрлеге
үҙгәртергә1960 йылдарға тиклем республикала трахома ауырыуы киң таралған була. Һуғыштан һуңғы осорҙа (1945—1965) Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми тикшеренеү институты трахоманы иҫкәртеү һәм дауалау буйынса ойоштороу-методика үҙәгенә әүерелә. Был эштәр табип-офтальмолог, медицина фәндәре докторы, профессор Ҡоҙаяров Ғабдулла Хәбир улы етәкселегендә бара. 1960-сы йылдарҙа был йоғошло ауырыу тулыһынса бөтөрөлә. Был эшкә ҙур өлөш индереүселәр араһында Флора Ҡорбанаева ла була[2].
Фәнни хеҙмәттәре трахома патогенезын, клиникаһын өйрәнеүгә һәм иртә диагностикалауға арналған, ул трахома эҙемтәләрен һәм өҙлөгөүҙәрҙе хирургик дауалау ысулдарын, катаракта, глаукома, күҙҙең вируслы ауырыуҙарын хирургик дауалау мәсьәләләрен өйрәнә һәм һүрәтләй. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Башҡорт АССР-ының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1965)
- «Почёт Билдәһе» ордены (1966).
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1977)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы
- ↑ Об институте 2022 йыл 8 апрель архивланған.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Ҡорбанаева Хәлимә Абдулла ҡыҙы (Тикшерелеү көнө: 24 декабрь 2020)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Ҡорбанаева Флора Шәйхи ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 24 декабрь 2020)