Тарихнамә

тарихи фәндәрҙең тарихын өйрәнеүсе тарихи дисциплина

Тарихнамә — тар мәғәнәлә тарих өлкәһендә үткәрелгән тикшеренеүҙәр тупланмаһы, улар билдәле бер темаға йәки тарихи дәүергә (мәҫәлән, Тәре яуҙары дәүере тарихы йыйылмаһы), йәки идеологик, тел һәм милли йәһәттән эске берлеккә эйә булған тарихи эштәр йыйылмаһы (мәҫәлән, марксистик, инглиз телендәге йәки француз тарихы тупланмаһы).

Тарихнамә
Рәсем
Өйрәнеү объекты тарих
 Тарихнамә Викимилектә
Геродот — аГрек-фарсы һуғыштарын һүрәтләгән тәүге тулы масштаблы тарихи трактат авторы

Киңерәк мәғәнәлә тарихнамә — тарихи фәндәрҙең тарихын өйрәнеүсе махсус тарихи дисциплина ул. Тарихнамә тарихи эштәрҙе яҙғанда фәнни ысулдың ни тиклем дөрөҫ ҡулланылыуын тикшерә, иғтибарҙы авторға, уның сығанаҡтарына, факттарҙы интерпретациянан айырыуға, шулай уҡ стилистикаға, авторҙың теге йәки был тарихи фактты бер яҡлы ғына ҡабул итеү-итмәүенә һәм тарихи өлкәләге был эштең уның тарафынан ниндәй аудитория өсөн яҙылыуына йүнәлтә.

Тарихнамә Грецияла Гекатей һәм Геродоттан башлана. Геродот үҙенең был шөғөлөн кешеләрҙең батырлыҡтары тураһындағы хәтерҙең быуаттар төпкөлөндә юғалып ҡалмаһын өсөн үҙ Тарихын яҙып ҡалдырырға тырышыуы менән аңлата. Ул гректар һәм варварҙар башҡарған бөйөк эштәр тураһындағы иҫтәлектәрҙең һаҡланып ҡалыуын теләй. Антик осорҙо тикшереүсе тарихсыларҙың ижади ынтылыштары башҡа төрлө була. Фукидид фекеренсә, мәҫәлән, кеше тәбиғәте буйынса власть өсөн мәңге көрәшә; Полибий донъялыҡтың бөтә тарихы үҫешендәге һуңғы һәм иң юғары нөктәһе булып Рим империяһы тора тип раҫлай; Тит Ливий тарихта «беҙҙең өсөн һәм беҙҙең ил өсөн яраҡлы моделдәрҙе» эҙләй.

XIX быуаттан тарихнамә бик мөһим роль уйнай башлай. Көнбайыш мәҙәниәтендә тарихнамә анамнезы буйынса ҙур тырышлыҡ һалына. Тарихнамә экзотик, хронологик һәм географик йәһәттән бер-береһенән бик алыҫ торған йәмғиәттәрҙең үткәнен, шулай уҡ Яҡын Көнсығыштың бынан алда булған тарихын һәм юғалыу сигендә торған «ҡырағай» халыҡтарҙың мәҙәниәтен табырға, «уятырға» һәм тергеҙергә тырыша. Иң мөһиме тарихнамә Европа халыҡтарының тарихи хәтерен формалаштырыу сығанағы, «Милләрҙе булдырыу» интрументы булып тора.

Тарих фәндәре тарихы

үҙгәртергә
 
Страница из «Истории Пелопоннесской войны» Фукидида (копия, изготовленная в X веке)

Беҙҙең көндәргә килеп еткән тарихи эштәрҙең иң тәүгеһе Боронғо Грецияла барлыҡҡа килә. Ул Геродот «Тарихы» тип атала, аҙаҡ ул Цицерондан «тарих атаһы» ҡушаматын ала. Геродот һөйләнгән ваҡиғаларҙың дөрөҫлөккә тап килеү-килмәүен асыҡлап тороу бурысын ҡуймай, ә билдәле булған тарихи ваҡиғалар тураһында һөйләп кенә бирә.

Геродоттан һуң күп кенә тарихсылар Геродот өлгөһө буйынса эшләй. Мәҫәлән, Дионисий Галикарнасский, нигеҙҙә, ҡала архивы яҙмаларына таянып, үҙ халҡының тарихын яҙа. Ә бына Гиппий Элидский, олимпийския уйындары исемлеген төҙөгәндә бөтөнләй икенсе төрлө юлды һайлай, уның тарихнамәһе нигеҙендә артабанғы быуын һүрәтләнгән ваҡиғаларҙың датаһын ҡуйыу өсөн берҙәм хронологик нигеҙҙе файҙалана башлай. Гелланик кеүек авторҙар айырым авторҙарҙың тарихи хеҙмәттәрен дөйөм тарихи хроникаға туплай, һөҙөмтәлә беҙ күп кенә юғалтылған антик ҡулъяҙмаларҙың йөкмәткеләре тураһында мәғлүмәттәр алыу мөмкинлегенә эйәбеҙ.

 
Первая страница Ши-цзи

Боронғо грек өлгөһө аҙаҡ башҡа халыҡтар тарафынан ҡабул ителә. Мәҫәлән, Полибий грек һәм римдәрҙең тарихҡа ҡараштарын яҡынайтырға тырыша. Берос грек телендә «Вавилония тарихын» яҙа, ә Евсевий Кесарийский беренсе христиан тарихсы була.

Римдәр, Европа халыҡтарынан беренсе булып, тарихты грек өлгөһө буйынса грек телендә түгел, ә үҙҙәренең туған латин телендә яҙа башлай. Марк Порций Катон Өлкән был йолаға нигеҙ һалыусыларҙың береһе була, артабан Цицерон һәм Цезарь уны дауам итә. Антик авторҙарҙан Страбон тарих менән географияны бәйләп өйрәнеүе менән айырыла, Тит Ливий Александр Македонскийҙың Римды яулау мөмкинлеге менән «альтернатив тарих» булдырырға тырышыуы,[1], Плутарх менән Светоний — биографик мәҡәләләре, Тацит варвар тип аталған халыҡтарҙы тасуирлауы менән таныла.

Шулай уҡ ҡара Авторы жизнеописаний Августов

Ҡытай тарихы буйынса боронғо текстар Шу-Цзин, Чуньцю и Цзо-чжуань китаптарында тупланған. Конфуций тәүге ике китаптың авторы тип иҫәпләнелә, ә һуңғыһы уларҙың комментарийы була. Сыма Цянь, «Тарихи яҙмаларҙың» (Ши-цзи) авторы, тарихты Конфуций фәлсәфәһенән айыра һәм Ҡытайҙың тәүге профессиональ тарихсыһы тип таныла.

Христиан тарихнамәһе

үҙгәртергә
 
Беда Достопочтенный, «Церковная история народа англов»

Константин Беренсе идараһынан башлап Рим империяһында Христиан сиркәүенең статусының күтәрелеүе яңы христиан тарихнамәһенең боронғо антик тарихнамәнән айырылыуына килтерә. Евсевий Кесарийский[2] беренсе христиан тарихсыһы була.

Урта быуаттарҙа йылъяҙма яҙыу монахтар һәм дин әһелдәре араһында бик популярлаша. Улар Ғайса (пәйғәмбәр), сиркәү һәм уны тотоусылар, урындағы хакимдарҙың династиялары тарихы тураһында яҙа. Иртә Урта быуатта[3][./Историография#cite_note-4 [4]][4] йылъяҙма, тарихи жанр булараҡ, бигерәк тә популярлаша.

 
«Әрмәнстан тарихы» ҡулъяҙмаһы, Мовсес Хоренаци (V быуат) X—XI быуаттар[5]


СССР-ҙа тарихнамә

үҙгәртергә

Советтар Союзында тарихты өйрәнеү марксистик-ленинсы фәлсәфә менән тығыҙ бәйләнә һәм байтаҡҡа идеаллаштырыла[6]. Ҡатмарлы мәҙәни-тарихи күренештәр ҙә хатта синфи көрәш күҙлегенән сығып аңлатыла. Шул уҡ ваҡытта йөҙәр йылдар дауамында барған һәм Рәсәйҙе Европаның һәм донъяның иң эре державаларының береһенә әйләндергән эволюция процестары һанға һуғылмай.[7].

Ҡара шулай уҡ Категория: Советская историография и en:Historiography in the Soviet Union.

Шулай уҡ ҡара

үҙгәртергә
  • Антик тарихнамә
  • Византия тарихнамәһе
  • Урта быуат тарихнамәһе
  • Яңы ваҡыт тарихнамәһе
  • Рәсәй советтарға тиклемге тарихнамә
  • Тарих яҙыусы
  • Сығанаҡтарҙы өйрәнеү
  • Яҙма тарих
  • Тәрихи хәтер

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Livy’s History of Rome: Book 9
  2. Historiography 2007 йыл 18 октябрь архивланған., Concordia University Wisconsin, retrieved on 02.11.2007
  3. Warren, John (1998). The past and its presenters: an introduction to issues in historiography, Hodder & Stoughton, ISBN 0-340-67934-4, p. 78-79.
  4. Warren, John (1998). The past and its presenters: an introduction to issues in historiography, Hodder & Stoughton, ISBN 0-340-67934-4, p. 78-79.
  5. С. Коланджян. Новооткрытый фрагмент рукописи Мовсеса Хоренаци на еркатагире и вопрос времени Данииловых письмен (әрм.) // Вестник Матенадарана. — Eр., 1958. — № 4. — С. 167—168, 171.
  6. См.: Советская историография / под ред. Ю. Н. Афанасьева. М., 1996.
  7. Наше Отечество: опыт политической истории / С. В. Кулешов и др. Ч. II. М., 1991.
  • Анкерсмит Ф. Р. История и тропология: взлёт и падение метафоры / Переводчики: М. Кукарцева, Е. Коломец, В. Кашаев. — М.: Канон+, Реабилитация, 2009. — 400 с. — (Гуманитарное знание — XXI век). — 1 000 экз. Анкерсмит Ф. Р. История и тропология: взлёт и падение метафоры / Переводчики: М. Кукарцева, Е. Коломец, В. Кашаев. — М.: Канон+, Реабилитация, 2009. — 400 с. — (Гуманитарное знание — XXI век). — 1 000 экз. — ISBN 978-5-88373-177-5. (в пер.)
  • Барг М. А. Эпохи и идеи: становление историзма. М., 1987.
  • Бердинских В. А. Уездные историки: русская провинциальная историография. — М.: Новое литературное обозрение, 2003. — 528 с. — (Historia Rossica). — 1 500 экз. Бердинских В. А. Уездные историки: русская провинциальная историография. — М.: Новое литературное обозрение, 2003. — 528 с. — (Historia Rossica). — 1 500 экз. — ISBN 5-86793-204-4. (в пер.)
  • Блок М. Апология истории / Пер. Е. М. Лысенко; Примеч. А. Я. Гуревича. — М.: Наука, 1973. — 232 с. — (Памятники исторической мысли). — 21 500 экз.Блок М. Апология истории / Пер. Е. М. Лысенко; Примеч. А. Я. Гуревича. — М.: Наука, 1973. — 232 с. — (Памятники исторической мысли). — 21 500 экз.
  • Вайнштейн О. Л. Западноевропейская средневековая историография. — М.—Л.: Наука, 1964. — 482 с.
  • Вайнштейн О. Л. Историография Средних веков в связи с развитием исторической мысли от начала Средних веков до наших дней. — М.—Л.: Соцэкгиз, 1940. — 372 с..
  • Вебер Б. Г. Историографические проблемы. М., 1974.
  • Гуревич А. Я. Исторический синтез и школа «Анналов». М, 1993.
  • Гутнова Е. В. Историография Средних веков: середина XIX в. — 1917 г. М., 1974. (2-е изд. 1985)
  • Зверева В. В., Парамонова М. Ю., Репина Л. П. История исторического знания. М., 2004. (2-е изд. 2006)
  • Зевелев А. И. Историографическое исследование: методологические аспекты. М., 1987.
  • Иконников В. С. Опыт русской историографии: В 2 тт. — Киев: Тип. Императорского Университета св. Владимира, 1891—1908. на сайте Руниверс
  • Историография античной истории / Под ред. В. И. Кузищина. — М.: Высшая школа, 1980. — 416 с. — 20 000 экз.Историография античной истории / Под ред. В. И. Кузищина. — М.: Высшая школа, 1980. — 416 с. — 20 000 экз.
  • Историография истории Древнего Востока: Иран, Средняя Азия, Индия, Китай / Под ред. В. И. Кузищина. — СПб.: Алетейя, 2002. — 304 с. — (Востоковедение: учебные пособия и материалы). — 1 000 экз. Историография истории Древнего Востока: Иран, Средняя Азия, Индия, Китай / Под ред. В. И. Кузищина. — СПб.: Алетейя, 2002. — 304 с. — (Востоковедение: учебные пособия и материалы). — 1 000 экз. — ISBN 5-89329-497-1. (в пер.)
  • Историография истории Нового времени стран Европы и Америки / под ред. И. П. Дементьева. М., 1990. — переиздано под загл. «Историография истории Нового и Новейшего времени стран Европы и Америки». М., 2000. (2-е изд. 2002)
  • Историография истории южных и западных славян / отв. ред. И. В. Созин. М., 1987.
  • Историография Нового времени стран Европы и Америки / отв. ред. И. С. Галкин. М., 1967.
  • Историография новой и новейшей истории стран Европы и Америки / отв. ред. И. С. Галкин. М., 1968. (2-е изд. 1977)
  • История мысли. Историография / под ред. И. П. Смирнова. М., 2002.
  • Косминский Е. А. Историография Средних веков (V — середина XIX вв.). М., 1963.
  • Кроче Б. Теория и история историографии. М., 1998.
  • Милюков П. Н. Главные течения русской исторической мысли / ГПИБ России. — М.: ГПИБ, 2006. — 400 с. — 500 экз. Милюков П. Н. Главные течения русской исторической мысли / ГПИБ России. — М.: ГПИБ, 2006. — 400 с. — 500 экз. — ISBN 5-85209-166-9. (в пер.)
  • Полетаев А. В., Савельева И. М. История и время. М., 1997.
  • Полетаев А. В., Савельева И. М. О пользе и вреде презентизма в историографии 2007 йыл 4 ноябрь архивланған. // «Цепь времён»: проблемы исторического сознания. — М.: ИВИ РАН, 2005. — С. 63—88.
  • Репина Л. П. «Новая историческая наука» и социальная история. М., 1998.
  • Тюленев В. М. Возникновение и развитие латинской христианской историографии в IV — начале V вв.: Авт. дисс… д.и.н. СПб., 2004.
  • Шапиро А. Л. Историография с древнейших времен по XVIII в. Л., 1982.

Һылтанмалар

үҙгәртергә