Ниғмәтуллин Әхәт Зәйнетдин улы

(Әхәт Зәйни битенән йүнәлтелде)

Ниғмәтуллин Әхәт Зәйнетдин улы (30 ноябрь 1921 йыл — 11 май 2015 йыл) — әҙәбиәт белгесе, шағир, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (1993), профессор (1996). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1966 йылдан СССР Журналистар союзы, 2000 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1982). Мәжит Ғафури исемендәге премия лауреаты (2007).

Ниғмәтуллин Әхәт Зәйнетдин улы
Тыуған көнө 30 ноябрь 1921({{padleft:1921|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})
Тыуған урыны Үтәй (Ырымбур өлкәһе), Ырымбур өйәҙе, Ырымбур губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 18 май 2015({{padleft:2015|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (93 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Һөнәр төрө ғалим

Биографияһы

үҙгәртергә

Әхәт Зәйнетдин улы Ниғмәтуллин 1921 йылдың 30 ноябрендә Ырымбур өлкәһе хәҙерге Ҡыҙыл Гвардия районы районының Үтәй ауылында крәҫтиән ғаиләһендә донъяға килә.

Колхозға ағза булып кермәгән өсөн атаһы Зәйнетдинде кулак тип иғлан иткәс, Әхәтте мәктәптән ҡыуалар. Ул ун йәшенән ололар менән бер рәттән төрлө эштәрҙә эшләй.

Ҡайҙа ғына эшләмәһен, Әхәт шағир һәм йырсы-артист булырға хыяллана. Ҡырҙар, урмандар матурлығы менән хозурланып, «Мөғҗизә ҡылһам ине» тигән шиғыр яҙа, шуны үҙе үк көйгә һалып йырлай, шул йыр менән үҙешмәкәр концерттарҙа ҡатнашып тирә-яҡҡа таныла.

1935 йылда тыуған ауылына ҡайтҡас, мәктәп директоры уны бишенсе класҡа уҡырға урынлаштыра. Бер ай эсендә Әхәт үҙен һәләтле, биш класс программаһын үҙләштергән уҡыусы итеп таныта. Уны алтынсы класҡа күсерәләр. Директор рөхсәте менән ул бер үк ваҡыытта сиратлап етенсе класта өйрәнелә торған уҡыу предметтары буйынса ла имтихандар бирә.

Тыуған ауылының ете йыллыҡ мәктәбен тамамлағас, Өфөгә килеп, сәнғәт училищеһына уҡырға инә. Атаҡлы композитор Солтан Ғәбәшиҙән дәрестәр ала. Бер тапкыр Ғәлимйән Ибраһимов әҫәрҙәрен маҡтап һөйләгәне, икенсе тапҡыр Кәрим Тиңсуриндың «Зәңгәр шәл» музыкаль драмаһынан Булат арияһын йырлағаны өсөн — тыйылған әҫәрҙәрҙе пропагандалауҙа ғәйепләнеп ҡулға алына. Беренсе осраҡта — ике ай, икенсе осраҡта өс ай төрмәлә тикшереү үтә.

1941 йылдың апрель башында армия сафына алына. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Брест ҡәлғәһен азат итеүҙә ҡатнаша. Атакаларҙың береһендә ул һуғышҡан рота командиры ҡаты яраланғас, Әхәт ротаны етәкләй. Быларҙы үҙ күҙҙәре менән күргән рота командиры батальон штабына Әхәтте Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләргә күрһәтмә бирә.

Госпиталдә дауаланғандан һуң, икенсе группа инвалидлык алып, тыуған ауылына ҡайта. Мәктәптә йыл ярым татар теле һәм әҙәбиәтен уҡытҡандан һуң, 1944 йылда Ҡаҙан дәүләт университетының татар бүлегенә уҡырға инә. Уны тамамлағас, уҡыуын СССР Фәндәр академияһының Ҡаҙан филиалы аспирантураһында дауам итә. Аспирантураны бөтөргәс, Әхәт Ниғмәтуллин Ҡаҙан дәүләт педагогия институтының татар теле һәм әҙәбиәте кафедраһында татар әҙәбиәте буйынса өлкән уҡытыусы булып эшләй.

1953 йылдың авгусында ул СССР Мәғариф министрлығы тарафынан Тубыл уҡытыусылар әҙерләү институтында яңы асылған татар теле һәм әҙәбиәте кафедраһына мөдир итеп билдәләнә. Унда йыл ярым самаһы эшләгәндән һуң, Башҡортстан дәүләт университетының ректоры саҡырыуы буйынса 1954 йылдың ноябрь башында Өфөгә килә һәм университеттың башҡорт-татар филологияһы кафедраһына татар әҙәбиәте буйынса өлкән уҡытыусы булып эшкә урынлаша. Бында эшләгәндә, Әхәт Ниғмәтуллин «Шәриф Камалдың ыңғай геройҙары һәм идея-эстетик эволюцияһы» тигән темаға кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. 1963 йылдан 1993 йылға ҡәҙәр татар совет әҙәбиәте, әҙәбиәт теорияһы һәм методикалары буйынса лекциялар уҡый, практик дәрестәр үткәрә.

Ә. Ниғмәтуллин 1949—1975 йылдарҙа әҙәбиәт һәм театр тәнҡитсеһе булып таныла. Уның ҡатмарлы әҙәби мәсьәләләргә һәм спектаклдәргә профессиональ юғарылыҡта яҙған илленән артыҡ мәҡәләһе һәм рецензиялары бар.

Ә. Ниғмәтуллин 2000 йылдан шиғриәт өлкәһендә әүҙем иҗад итә, үҙе яҙған шиғырҙарына көйҙәр ҙә сығара. Уның егерменән артыҡ шиғырына Р. Хәсәнов, Рәис Нәғимов, М. Ғиләҗев, М. Мырҙаханов кеүек композиторҙар тарафынан көйҙәр яҙыла. Ул һуңғы бер нисә йылда дүрт шиғыр китабы баҫтырып сығара. Ә. Ниғмәтуллин — әүҙем йәмәғәт эшмәкәре лә. Биш йыл дауамында Башҡортстан яҙыусыларының татар телле берләшмәһендә бюро ағзаһы вазифаһын үтәй. Ул — М. Ғафури исемендәге әҙәби премия лауреаты. Башҡорт дәүләт университетында эшләгәндә, ғалим ҡырҡ йыл «Аҡсарлаҡтар» әҙәби-иҗади түңәрәгенең фәнни етәксеһе вазифаһын башҡара.

Ә. Ниғмәтуллин — ун һигеҙ китап авторы. Шуларҙың ун дүрте фәнни-публицистик тикшеренеүҙәрҙән тора. Шиғриәте торғынлыҡ, яуызлыҡ һәм изгелек күренештәрен үҙ асылдарында үҙенсәлекле яҡтыртыуҙа үрнәк булырлык яңы шиғри формалар алып килә.

Ғалим һәм шағир бер нисә тапҡыр «Ҡыҙыл таң» гәзитенең, «Һәнәк» журналының йыллыҡ һәм шиғри конкурс лауреаты була. Ул — I дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены кавалеры һәм тиҫтәнән ашыу хәрби миҙал менән бүләкләнгән. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй һәм Башҡортостан Мәғариф министрлыҡтарының алты Маҡтау ҡағыҙын алған. 2000 йылдан Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Оҙаҡ ауырыуҙан һуң 2015 йылдың 11 майында 94 йәшендә Өфөлә вафат була. Көньяҡ зыяратта ерләнгән.

Китаптары

үҙгәртергә
  • Шәриф Камал: очерклар. — Казан: Татар. кит. нәшр., 1964. — 172 б. — 3000 д.
  • Сәнгатьле укырга өйрәник. — Казан: Татар. кит. нәшр., 1968. — 174 б. — 4000 д.
  • Мәжит Ғафури: очерк. — Казан: Татар. кит. нәшр., 1969. — 94 б. — 2500 д.
  • И гомернең үзәннәре-үрләре: шигырьләр. — Уфа: Китап, 2002. — 174 б.
  • М.Гафури иҗаты. — Уфа: Китап, 2006. — 1106.
  • Өздереп бер карадың да: шигырьләр / кереш сүз авт. Р.Шаммасов. — Уфа: Китап. 2006.— 172 6.
  • Көзге кыек күрсәтә: шигырьләр. — Уфа: Китап, 2007. — 154 б.
  • Яшьлегем эзләре: шигырьләр. — Уфа: Китап, 2007. — 110 б.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә