Карл XII

Швеция короле

Карл XII (швед. Karl XII; 27 июнь 1682 йыл, Тре-Крунур, Швеция — 11 декабрь 1718 йыл, Фредриксхальд, Норвегия) — 1697—1718 йылдарҙа Швеция короле, полководец, идара итеүенең күп өлөшөн Европалағы оҙайлы һуғыштарға бағышлай. Карл XII тәхеткә атаһы Карл XI үлгәс, 15 йәшендә ултыра һәм 3 йылдан һуң илде оҙаҡҡа ҡалдыра, Швецияны тулыһынса Төньяҡ Европала өҫтөнлөклө көс итеү маҡсатында 18 йылға һуҙылған күп һанлы хәрби кампанияларҙа ҡатнаша, әммә һөҙөмтәлә улар уны һәләкәткә һәм — иң мөһиме — Швецияның тар-мар ителеүенә, уның Балтикалағы биләмәләренең күп өлөшөнөң юғалыуына һәм уның икенсе дәрәжәләге хөкүмәткә әйләнеүенә килтерә.

Карл XII
швед. Karl XII
Герб
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат[1][2][3][…]
Гражданлыҡ  Швеция
Титул пфальцграф[d]
Ҡушамат Alexander of the North һәм Demirbaş
Тыуған көнө 27 июнь 1682({{padleft:1682|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})[4][5][6][…]
Тыуған урыны Хорфёрсамлинген[d], Стокгольм[d], Стокгольм[d], Швеция[4]
Вафат булған көнө 11 декабрь 1718({{padleft:1718|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})[4][5][6] (36 йәш)
Вафат булған урыны Халден[d], Эстфолл[d], Норвегия[4]
Үлем төрө яуҙа үлгән[d]
Үлем сәбәбе яуҙа һәләк була[d][4]
Ерләнгән урыны Каролинская часовня[d][7]
Ҡәбере һүрәте
Атаһы Карл XI[d][4]
Әсәһе Элеонора Ульрика Датская[4]
Бер туғандары Элеонора Ульрика һәм Гедвига София Шведская
Нәҫеле Пфальц-Цвейбрюкенская династия[d]
Һөнәр төрө полководец, монарх
Биләгән вазифаһы монарх Швеции[d]
Уҡыу йорто Уппсала университеты[d]
Кемдә уҡыған Andreas Nordenhielm[d] һәм Erik Lindschöld[d]
Монограмма
Телгә алынған хеҙмәттәр Графиня Коссель[d]
Бейеклеге/буйы 176 сантиметр[8]
Тасуирлау биттәре digiporta.net/index.php?…
Изображается на Charles XII (1682-1718), Count of Zweibrücken, King of Sweden[d] һәм King Charles XII of Sweden (1682-1718)[d]
Хеҙмәттәре тупланмаһы Милли һынлы сәнғәт музейы[d]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
 Карл XII Викимилектә

Уның ныҡышлығы менән һоҡланған яңысарҙар, Карл XII «Тимер баш» тигән ҡушамат таға (төр. Demirbaş)[9].

Дания кампанияһы

үҙгәртергә
 
Карл XII (1700 йыл, 25 июль)

Уның йәштәрсә мажаралы сәйәсәте 1700 йылдарҙа башҡа илдәргә Швед Балтикаһы янында хәрби хәрәкәттәр йәйелдереүенә сәбәп бирә. Польша менән Саксония, Дания менән Норвегия һәм Рәсәй Швецияға ҡаршы Төньяҡ һуғышы алдынан коалиция ойоштора. Әммә 18 йәшлек Карл XII үҙенең оло йәштәге монарх дошмандары фаразлауҙарына ҡарағанда һиҙгерерәк булып сыға.

Карлдың беренсе хәрби кампанияһы Данияға ҡаршы йүнәлтелә, ул саҡта Данияның короле ике туған ағаһы Фредерик IV Датский була, ул швед союздашы Фридрих IV Гольштейн-Готторпскийға (Карл XII апаһы Хедвиг-Софияға өйләнгән икенсе ағаһына) һөжүм яһай. Карл экспедиция корпусы менән көтмәгәндә Копенгаген эргәһенә килеп төшә, һәм Дания тыныслыҡ һорай, әммә Швецияның дәрәжәһен күтәреү Балтикала ике эре күршенең: Польша короле Август Икенсенең (ул Карл XII һәм Фредерик IV Карл Датскийҙың да ҡустыһы була, 1700 йылдың февраль айында ғәскәрҙәр Швед Балтикаһы буйындағы ҡәлғә-ҡала — Риганы ҡамайҙар, әммә Данияның тар-мар ителеүе тураһындағы хәбәр Август Икенсене сигенергә мәжбүр итә), һәм шулай уҡ рус батшаһы Петрҙың ризаһыҙлығын тыуҙыра.

Төньяҡ һуғыш

үҙгәртергә

Нарва янында һуғыш

үҙгәртергә
 
Нарва янында һуғыш

1700 йылдың йәйендә Швед Балтикаһы буйына бәреп инеп, Петр I командованиеһы аҫтында рус ғәскәрҙәре берҙәм гарнизон менән эргәләш торған Нарва һәм Иваногород ҡәлғәләрен ҡамай. Быға яуап итеп Данияны һуғыштан уңышлы сығарған Карлға эйәреүсе швед экспедиция корпусы диңгеҙ буйлап Пярнуға юнәлә һәм ҡамалыусыларға ярҙамға юллана. 30 ноябрҙә Карл Нарва янында Пётр I тарафынан фельдмаршал де Круа командованиеһына ҡалдырылған рус армияһына ҡәтғи һөжүм итә. Был ҡаты алышта рус ғәскәрҙәре швед армияһынан өс тапҡыр тиерлек өҫтөн була (шведтарҙың 37 пушкаһы менән 9-12 мең һалдатҡа ҡаршы 184 орудиеһы менән 32-35 мең рустар). Ҡар бураны ышығы аҫтында һөжүм итеп, шведтар Нарва стеналары алдында нәҙек һыҙыҡ булып урынлашҡан рус позицияларына бик яҡын киләләр һәм ҡыҫҡа ғына һөжүм яһап, бер нисә урында йырып инәләр. Ғәскәр башлығы де Круа һәм күп сит ил офицерҙары, үҙҙәренең һалдаттарынан туҡмалыуҙарынан ҡурҡып, шведтарға бирелә. Рус ғәскәрҙәренең үҙәк өлөшө уң яҡ флангҡа, берҙән-бер понтонлы күпергә тәртипһеҙ рәүештә сигенә башлай, күпер күп кешене күтәрмәй һәм емерелә, күбеһе һыуға бата. Преображенский полкы һәм башҡа полктар уң яҡ флангта шведтарҙың һөжүмен кире ҡаға ала, һул яҡ флангтағы пехота ла бирешмәй, алыш рус ғәскәрҙәренең тулыһынса тар-мар ителеүе сәбәпле капитуляцияһы менән тамамлана. Үлгәндәре һәм һыуға батҡандары менән юғалтыуҙар 7000 кеше тирәһе тәшкил итә (1247 яралы һәм 677 үлтерелегән шведтарҙыҡына ҡарата). Бөтә булған артиллерия юғала (179 пушка), 700 кеше, шул иҫәптән 56 офицер һәм 10 генерал әсирлеккә эләгә. Капитуляция шарттары буйынса (рустарҙың бер өлөшөнә, алыш ваҡытында әсирлеккә төшкәндәрҙән тыш, тик ҡоралһыҙ, байраҡһыҙ һәм ылауһыҙ сығыу өсөн рөхсәт ителә) шведтарға 20 мең мушкет һәм батша ҡаҙнаһынан 32 мең аҡса, шулай уҡ 210 байраҡ эләгә.

Польша кампанияһы

үҙгәртергә

Артабан Карл XII армияһы Польшаға ҡаршы һуғыш аса, 1702 йылда Клишов янындағы алышта Август II һәм уның саксония армияһын тар-мар итә (Польша короле итеп һайланған Көслө Август, Саксонияның мираҫҡа ҡалған курфюрсты була. Август II польша тәхетенән бәреп төшөргәндән һуң, Карл II уны үҙенең ҡуйыласаҡ кешеһе Станислав Лещинский менән алмаштыра.

Гетманщинаға походы һәм Полтаваның еңелеүе

үҙгәртергә

Шул уҡ ваҡытта Пётр I Балтик буйы ерҙәренең өлөшөн тартып ала һәм яулап алған ерҙәрҙә яңы Санкт-Петербург ҡәлғәһенә нигеҙ һала. Был Карлды рус баш ҡалаһы Мәскәүҙе һис һүҙһеҙ яулап алыу өсөн ҡарар ҡабул итеүгә мәжбүр итә. Поход ваҡытында үҙенең ғәскәрен Малороссияға алып барырға ҡарар итә, сөнки уның гетманы Мазепа Карл яғына күсә, әммә украин казактар ҡатламының бик күбе быны хупламай. Карлға ярҙамға килгән Левенгаупт корпусы Лесной ауылы эргәһендә рустар тарафынан ҡыйратыла. Швед ғәскәре Днепрҙың һул яҡ яғына яҡын барыу мәленә, Карл армияһының өстән бер өлөшөн юғалта. Шведтар өсөн уңышһыҙ булған Полтаваны өс ай ҡамауҙан һуң, 1709 йылдың 27 июнендә ҡаланан 6 саҡрым ерҙә рус армияһының төп көстәре менән алыш була, һөҙөмтәлә швед армияһы еңелә. Аяғына яраланған Карл, алыштан алда уҡ, көньяҡҡа Ғосман империяһына ҡаса, унда ул Бендерҙарҙа лагерь ойоштора.

Бендерҙарҙа ултырыуы. Кризис

үҙгәртергә
 
Стокгольмда Карл XII һәйкәле. Король Рәсәй яғына күрһәтә.

Төрөктәр тәүҙә швед королен сәләмләй, ул рустар менән һуғыш башлауға өндәй. Әммә ахыр сиктә Карлдың мин-минлегенән ялҡҡан солтан мәкерлек күрһәтә һәм уны ҡулға алырға бойора. Королдең элекке дошмандары — Польша һәм Рәсәй — уның булмауын үҙ мәнфәғәттәрендә, юғалтҡан ерҙәрҙе тергеҙеү һәм хатта ер биләмәләрен киңәйтеү өсөн файҙалана. Швецияның союздашы Англия союз йөкләмәләренән баш тарта, шул уҡ ваҡытта Пруссия Германиялағы швед капиталын эләктереп ала (Германиялағы швед биләмәләре, ваҡытлыса ғына секвестрацион килешеү буйынса Пруссияға бирелгән тип аңларға кәрәк). Рәсәй Финляндияның өлөшөн баҫып ала, ә Август II ҡабаттан Польша тәхетенә ултыра. 1713 йылда солтан Рәсәй һәм Европа державалары баҫымы аҫтында Карлды көс менән Бендерҙарҙан ҡыуып ебәрә, был бойороҡто үтәгәндә хатта шведтарҙың янысарҙар менән ҙур булмаған («ҡалабалыҡ» т.а.) бәрелеше булып ала, Карл танауының осон юғалтып яралана.

Ҡайтыуы һәм серле үлеме

үҙгәртергә
 
Карл XII тәне менән ҡайғылы процессия. Рәссам Густаф Седерстрем (1845—1933)

Короллектең үҙендә хәл хәүефле була, шуға күрә Карл Европаны үтеп Помераниялағы Швеция контроле аҫтында булған Штральзундҡа, ә аҙаҡ Швецияның үҙенә ҡайтыу өсөн тик 15 көн сарыф итеп, Ғосман империяһынан ҡаса. Юғалған власын һәм йоғонтоһон тергеҙергә маташыуы уңышһыҙлыҡҡа тарый. (баш ҡала Стокгольмда — 1700 йылда бөтөнләйгә ташлап сығып киткәндән алып, ул булмай). Вафатының алдынан Карл Рәсәй менән Төньяҡ һуғышын Аланд конгресы менән тамамларға маташа. 1718 йылдың декабрендә Карл Норвегияға үҙенең һуңғы походында (ул ваҡытта Дания хакимлығы аҫтында була) Фредрикстен ҡәлғәһен ҡамағанда алғы траншеяла була һәм осраҡлы пулянан һәләк була. Икенсе версия буйынса — бөлдөргөс һуғыштың дауам итеүе менән ризаһыҙ булған швед аристократияһының заговоры ҡорбаны була һәм уны юҡ итергә ынтылыу һөҙөмтәһендә үлтерелә (королдең һәләк булыуы әлегә тиклем аяуһыҙ бәхәстәр сәбәбе булып тора). Карл XII һуғыш яланында һәләк булған Европаның һуңғы монархы була. Карлдан һуң швед тәхетенә уның һеңлеһе Ульрика Элеонора ултыра, әммә һуңынан тәхет уның ире Фридрих (Фредрик I) Гессен- Кассельскийға күсә. Һуғышты дауам итеүҙең уңышһыҙ маташыуынан һуң Фредрик I 1721 йылда Рәсәй менән Ништад солохо төҙөй.

 
Мумияландырылған мәйете. 1916 й. (башында пулянан тишектәре яҡшы күренә.)

Характеристика

үҙгәртергә

Күпселек тарихсылар Карл XII иҫ киткес яҡшы полководец, әммә насар дәүләт эшмәкәре тип иҫәпләй. Ул үҙен походта һәм һуғыш яланында бик яҡшы тойған. Замандаштары баһаһы буйынса, ул ауыртыуҙы һәм мохтажлыҡты бик сыҙамлы үткәргән һәм үҙенең тойғоларын тыя белгән. Король үҙенең бик шәп хәрби кампаниялары аша илдең ҙур абруйын тәьмин итеп, Швецияның ҡеүәтен арттыра.

Король хәрби эштең төрлө, шул иҫәптән математик аспекттары менән ҡыҙыҡһына. 1716 йылда Карл XII иҫәпләүҙең һигеҙ өлөштән торған системаһын тәҡдим итә, ул был ҡаптарҙың куб формаһында булыуы арҡаһында хәрби һөнәрҙә иң ҡулайлыһы тип таба, тип раҫлай Сведенборг Эммануил, ҡайһы бер фән тарихсылары тәҡдимдең ысын авторы булып Сведенборг үҙе йәки Кристофер Польхем булған, тип иҫәпләй.

Тормошҡа ашмай ҡалған никахтар

үҙгәртергә

Швеция короле ике тапҡыр никахҡа инә ала ине, тарихта ике дәғүәсе ҡатын билдәле:

  • Шарлотта Кристина София Брауншвейг-Вольфенбюттельская — батша улы Алексей Петровичтың ҡатыны. Ҡыҙҙың олатаһы Ульрих Антон Брауншвейг-Вольфенбюттельский башта уны Төньяҡ һуғышы ваҡытында кейәүгә бирергә йыйына, әммә был план тормошҡа ашмай, сөнки, әгәр Петр батша еңә ҡалһа, ул ейәнсәрен уның улы Алексейға бирергә ҡарар итә.
  • Мария Казимира Собеская — уның менән никахлашҡан була, Карлдан 14 йәшкә кесе. Якуб Людвик Собескийҙың ҡыҙы, Ян III Собескийҙың ейәнсәре, шулай уҡ инглиз йорто Стюарттарҙың туғаны була.

Мәҙәниәттә образы

үҙгәртергә

Кинематографияла

үҙгәртергә
  • Эдгар Гаррик («Пётр Первый», {{ {{{1}}}

| размер = | alias = Совет Социалистик Республикалар Союзы | shortname alias = СССР | flag alias = Flag of the Soviet Union.svg | flag alias-1923 = Flag of the Soviet Union 1923.svg | flag alias-1955 = Flag of the Soviet Union.svg | flag alias-ВМС = Naval Ensign of the Soviet Union.svg | flag alias-ВМС-1924 = Naval Ensign of the Soviet Union 1924.svg | flag alias-ВМС-1935 = Naval Ensign of the Soviet Union 1935.svg | flag alias-армия = Red Army flag (Fictitious).svg | flag alias-ВВС = Flag of the Soviet Air Force.svg | var1 = 1923 | var2 = ВМС | var3 = ВМС-1924 | var4 = ВМС-1935 | var5 = армия | var6 = ВВС | variant = }} СССР, 1937).

  • Даниэль Ольбрыхский («Графиня Коссель»,   Польша, 1968).
  • Эммануил Виторган («Дмитрий Кантемир», {{ {{{1}}}

| размер = | alias = Совет Социалистик Республикалар Союзы | shortname alias = СССР | flag alias = Flag of the Soviet Union.svg | flag alias-1923 = Flag of the Soviet Union 1923.svg | flag alias-1955 = Flag of the Soviet Union.svg | flag alias-ВМС = Naval Ensign of the Soviet Union.svg | flag alias-ВМС-1924 = Naval Ensign of the Soviet Union 1924.svg | flag alias-ВМС-1935 = Naval Ensign of the Soviet Union 1935.svg | flag alias-армия = Red Army flag (Fictitious).svg | flag alias-ВВС = Flag of the Soviet Air Force.svg | var1 = 1923 | var2 = ВМС | var3 = ВМС-1924 | var4 = ВМС-1935 | var5 = армия | var6 = ВВС | variant = }} СССР, 1973).

  • Кристоф Айххорн («Пётр Великий»,   США, 1986).
  • Никита Джигурда («Молитва о гетмане Мазепе»,   Украина, 2001).
  • Эдуард Флёров («Слуга государев»,   Россия, 2007).
  • Виктор Джилленберг («Голубь сидел на ветке, размышляя о бытии»,   Швеция, 2014).

Әҙәбиәттә

үҙгәртергә

Станислав Куняевтың Карл XII арналған шиғыры бар[10]/

Музыкала

үҙгәртергә
  • Швециянан Sabaton исемле Power metal төркөмө 2012 йылда королдең 1700—1721 йылдарҙағы хәрби походына арналған «Carolus Rex» исеме аҫтында альбомын сығара.

Почта маркалары.

үҙгәртергә
 
Конверт первого дня (2013)

2013 йылдың 2 февралендә Приднестровьела «беренсе көн конвертын» һәм почта блогын махсус ғәмәлдән сығарыу уҙа. Швед короленең Бендерҙарҙа булыуының 300- йыллығына арналған почта блогында төп урынды рус рәссамы М. М. Ивановтың 1789 йыл менән даталанған «Бендерҙарҙағы ҡәлғәнең күренеше» картинаһы биләй. Король Карл XII менән төрөк солтаны Әхмәт III портреттары менән маркаларҙан тыш, блокка «Бендерҙар ҡалабалығы» күренештәрен иллюстрациялаған тағы ике почта миниатюраһы ингән[11]/

Һәйкәлдәр

үҙгәртергә
  • Гетман Мазепа һәм Карл XII һәйкәле (Дегтяревко)
  • Григорьев Б. Н. Карл XII, или Пять пуль для короля. Москва : Молодая гвардия, 2006. 547, [3] с., [16] л. ил. (Жизнь замечательных людей; Вып. 1198 (998)). ISBN 5-235-02910-0, 5000 экз.
  • Станислав Куняев. А все-таки нация чтит короля.
  • Петров А. Н. Противник Петра Великого // Исторический вестник, 1893. — Т. 53. — № 7. — С. 168—182. 2018 йыл 9 сентябрь архивланған.
  • Рильке Р. М. Карл XII Шведский терпит поражение на Украйне // Избранные сочинения. М., 1998.
  • Цветков С. Карл XII. Последний викинг. 1682—1718 — М.: Центрполиграф, 2005—480стр.
  • Bengtsson F.G. The Life of Charles XII, King of Sweden, 1697—1718. — Stockholm, 1960.
  • Haintz О. König Karl XII. von Schweden. 3 Bände. — Berlin: De Gruyter, 1951.
  • Hatton R. Charles XII of Sweden. — London, 1968.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Lundy D. R. Carl XII von Holstein-Gottorp, King of Sweden // The Peerage (ингл.)
  2. https://biografiasampo.fi/henkilo/p189
  3. Kansallisbiografia (фин.) / под ред. M. KlingeSuomalaisen Kirjallisuuden Seura, Suomen Historiallinen Seura. — ISSN 1799-4349
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 4,6 Karl XII (швед.) — 1917.
  5. 5,0 5,1 Hatton R. M., Nordlund S. Charles XII // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  6. 6,0 6,1 Karl XII // Nationalencyklopedin (швед.) — 1999.
  7. Olsson M. http://kulturarvsdata.se/raa/samla/html/6890 — 1937. — Б. 424.
  8. https://runeberg.org/sfubon/5/0361.html
  9. Kessler J. S. Echoes of Empire: An Accidental Historian’s Journey Through the Post-Ottoman World. N.Y., 2016. P. XV—XVII; Nazir B. Osmanlı Misafirperverliği ve Avrupa’daki Yankıları. Istanbul, 2009. S. 11-13.
  10. Бондаренко В. Г. Последние поэты империи. — М.: Молодая гвардия, 2005.
  11. 300 лет «Бендерскому калабалыку»  (рус.) (02.02.2013). 12 март 2013 тикшерелгән. 2014 йыл 17 апрель архивланған.

Һылтанмалар

үҙгәртергә