Барбадос

Вест-Һиндостандағы Кесе Антил утрауҙар төркөмөнә ҡараған шул уҡ исемдәге дәүләт

Барба́дос (ингл. Barbados)[5][6][7] (ингл. Barbados) —— Вест-Һиндостандағы Кесе Антил утрауҙар төркөмөнә ҡараған шул уҡ исемдәге дәүләт, Кариб диңгеҙенең көнбайышында, Көньяҡ Американан йыраҡ түгел, Венесуэланан 434,5 км төньяҡ-көнсығышта урынлашҡан.

Барбадос
Barbados
Барбадос гербы
Флаг
Девиз: «Pride and Industry»
Гимн: «In Plenty and In Time of Need»
Үҙаллылыҡ датаһы 30 ноябрь 1966Бөйөк Британиянан)
Рәсми тел Инглиз
Баш ҡала Бриджтаун
Эре ҡалалар Бриджтаун
Идара итеү төрө конституцион монархия
Территория
• Бөтәһе
• % һыу өҫтө
199
431 км²
ҙүр түгел
Халыҡ
• Һаны (2009)
• Халыҡ тығыҙлығы

284,589[1] чел. (180)
660 чел./км²
ЭТП (ППС)
  • Бөтәһе
  • На душу населения

6.175 млрд[2] долл.
22,296 долл.
ЭТП (номинал)
  • Бөтәһе
  • Бер кешегә

3,963 млрд долл.
14,307 долл.
КПҮИ (2011) 0,793 [3] (бик юғары) (47 урын)
Валюта Барбадосс доллары (BBD,код 52)
Интернет-домен .bb[d]
Код ISO BB
МОК коды BAR
Телефон коды +1-246
Сәғәт бүлкәте -4

Көнбайыш яғында Сент-Люсия, Сент-Винсент һәм Гренадиндар утрауҙары урынлашҡан. Утрау майҙаны 431 км², урта өлөшөндә ҙур булмаған убалы яҫы ер. Утрауҙа тупраҡ составы уның вулкандан барлыҡҡа килгәнен һәм башлыса мәрйен рифтары ҡатламдарынан торғанын күрһәтә.

Утрауҙың климаты — Атлантик океан яғынан даими пассат елдәре иҫкән тропик климатлы. Утрауҙың эшкәртелмәй торған өлөшө мангр һаҙлыҡтары менән ҡапланған. Ҡалған өлөшөндә шәкәр ҡамышы үҫтерелә һәм көтөүлектәр итеп файҙаланыла.

Барбадос үҫешеү юлына баҫҡан илдәр араһында БМО үҫеш программаһына (ПРООН) ярашлы, йәшәү кимәле һәм грамоталылыҡ буйынса төньяҡ америка илдәре араһында дүртенсе урында тора, донъялағы алдынғы илдәрҙең береһе. Туристик йүнәлеш булараҡ ҙур популярлыҡ менән файҙалана.

2021 йылдың 30 ноябрендә Барбадос идара итеү формаһын конституция монархияһынан парламент республикаһына алмаштыра, Милләттәр берләшмәһе (Содружество наций) ағзаһы булып ҡалыуын дауам итә.

Этимологияһы

үҙгәртергә

«Барбадос» атамаһы португал телендәге Os Barbados йә испан телендәге Los Barbados һүҙҙәренән барлыҡҡа килә, был һүҙҙәрҙең икеһе лә «һаҡаллылар» тигәнде аңлата. Исемдең барлыҡҡа килеүе тураһында бер нисә фараз бар. Береһенә ярашлы, «һаҡаллы» тигән һүҙ — утрауҙа үҫкән фикустарҙың (Ficus citrifolia) оҙон аҫылынып торған тамырҙарына, икенсеһе утрауҙа йәшәгән һаҡаллы карибтарға ҡарай. Шулай уҡ визуаль һаҡал иллюзияһын тышҡы рифтарҙа барлыҡҡа килгән диңгеҙ күбектәре тыуҙырыуы тураһында экзотик фараз бар. Генуя картографы Висконте Маджиолоның (Visconte Maggiolo) 1519 йылғы географик картаһында Барбадос утрауы уның ысын урынында күрһәтелгән һәм шулай аталған. Бынан тыш, Барбуда утрауы Бәләкәй Антиль утрауҙары төркөмөндә шундай уҡ атама йөрөтә, һәм уны испандар ҙа Las Barbudas тип атаған.

Күскенсе индейҙар Барбадостың тәүге төпләнеүселәре була. Утрау аша өс миграция тулҡыны үтеп, Төньяҡ Америка яғына йүнәлә. Тәүге тулҡынға Венесуэланың ерле халҡы Ориноко йылғаһы үҙәненән каноэла утрауға б. э. яҡынса 350 йылында килгән саладоид—барранкоидтар (Saladoid-Barrancoid) төркөмө вәкилдәре — Венесуэланың төп халҡы инә. Улар игенселек, балыҡсылыҡ һәм керамик әйберҙәр яһау менән шөғөлләнгән.

Һуңыраҡ, беҙҙең эраның яҡынса 800 йылында, утрауға аравак ҡәбиләһенән, шулай уҡ Көньяҡ Американан индейҙар килә. Утрауҙағы Аравак ҡәбиләһенең торамаларына Страуд-Пойнт (Stroud Point), Чендлер-Бэй (Chandler Bay), Сент-Люкс-Галли (Saint Luke’s Gully) һәм Мэпс-Кейв (Mapp’s Cave) ҡарай. Был ҡәбиләнең башҡа күрше утрауҙарҙағы вариҫтары яҙмалары буйынса, тәүҙә утрау Ичиригоуганаим (Ichirouganaim) тип аталған. XIII быуатта бында, элгәре килеп ултырған ике ҡәбиләне ҡыҫырыҡлап сығарып, кариб ҡәбиләһе индейҙәре килеп ултыра. Артабанғы бер нисә быуат дауамында карибтар, быға тиклем аравак һәм саладоид-барранкоид ҡәбиләләре кеүек үк, утрауҙа айырым, бер береһе менән аралашмай йәшәй.

1536 йылда Португалия тикшеренеүсеһе Педро Кампостан (Pedro Campos) утрауға «Барбадос» исемен йоҡҡан. Тәүҙә ул, унда үҫкән һаҡалға оҡшаш эпифиттар менән уралған инжир (фиг) ағастарының күп булыуы сәбәпле, утрауҙы Os Barbados («һаҡаллылар») тип атаған. 1536—1550 йылдар араһында Испания конкистадорҙары утрауҙа карибтарҙы күпләп ҡулға төшөргән һәм уларҙы ҡол сифатында плантацияларҙа эшләткән. Шулай ҙа ҡайһы бер карибтар утрауҙан ҡасып китә алған.

1620-се йылдарҙа Британия моряктары Хоултаун ҡалаһы урынында утрауға килеп төшә һәм бер кем дә йәшәмәгәнен асыҡлай. 1627—1628 йылдарҙа тәүге Британия күскенселәре заманынан алып 1966 йылда бойондороҡһоҙлоҡ яулағанға тиклем, Барбадос өҙлөкһөҙ Британия контроле аҫтында булған[8]. Шуға ҡарамаҫтан, үҙенә бирелгән киң автономиянан Барбадос ҡәнәғәт ҡала. Уның парламенты, Закондар сығарыу Йыйылышы палатаһы (House of Assembly), 1639 йылда ойошторола. Британиянан тәүге әһәмиәтле вәкилдәре араһында сэр Уильям Куртен (sir William Courten) була.

1620 йылдарҙан башлап утрауға Көнбайыш Африканан шәкәр плантацияһында эшләтеү маҡсатында ҡара тәнле бик күп ҡолдар килтерелгән. 1647 йылда урындағы 5000 кеше биҙгәктән вафат була, ә ҡолдарҙың ундан бер өлөшөн 1640-сы йылдарҙағы инглиз революцияһы ваҡытында, әгәр парламент власты үҙ ҡулына алһа, Левелерҙар хәрәкәте идеялары ҡолдар араһында таралыуы ихтимал, тип хәүефләнеп, плантатор-роялистар үлтерә.

 
Утрауҙың үҙәк өлөшөндәге тауынан Барбадос күренеше

Ул ваҡытта утрауға, күпселеге Ирландия һәм Шотландиянан, контракт буйынса бик күп хеҙмәткәрҙәр күсерелеп килтерелгән. 1659 йылда утрауға тағы ла шотландтар һәм ирландтар килә. Инглиз короле Яков II һәм Стюарт династияһынан башҡа королдәр заманында ла утрауға шотланд һәм инглиз сығышлы хеҙмәтсәндәр (indentured laborers) һәм 1685 йылда Англияла Монмут ихтилалын баҫтырған ваҡытта әсир ителгән тотҡондар килтерелгән. Уларҙың хәҙерге тоҡомдары үҙҙәрен ирониялап «ҡыҙыл аяҡлылар» (Redlegs) тип атай һәм хәҙерге Барбадос халҡының ярлы ҡатламдарының береһе булып тора. Африка халҡы урындағы климатҡа яҡшыраҡ яраҡлашҡан һәм тропик ауырыуҙарға тиҙ бирешеп бармағанлыҡтан, шулай уҡ аҡ халыҡтың тәүге мөмкинлекте файҙаланып йыш эмиграциялағанлығы арҡаһында, XVII быуатта күпселеге аҡ халыҡ булған Барбадоста XX быуатта күпселекте ҡара тәнлеләр тәшкил иткән.

Шәкәр индустрияһы утрауҙа төп коммерция эшмәкәрлегенә әйләнгәс, Барбадос тәүге британлылар торамаларының бәләкәй участкаларын алмаштырған ҙур плантация поместьеларына бүленә. Йәш фермерҙарҙың ҡайһы берҙәре Төньяҡ Америкалағы Британия колонияларына, айырыуса Көньяҡ Каролинаға, күсә. Барбадосҡа һәм башҡа Кариб утрауҙарына эшкә Көнбайыш Африканан ҡолдар килтерелә. Ҡолдар менән сауҙа итеү 1804 йылда туҡтатыла. Әммә һаман дауам иткән иҙеү 1816 йылда утрау тарихындағы иң ҙур ҡолдар ихтилалына килтерә. Меңләгән кеше азатлыҡ өсөн ихтилалда һәләк була, 144 кеше язалап үлтерелә, тағы 123-ө Король армияһы тарафынан һөрөлә. 18 йыл үткәс, 1834 йылда Британия колонияларында ҡоллоҡ, ниһайәт, бөтөрөлә. Вест-Һиндостандағы Барбадоста һәм башҡа Британия колонияларында ҡоллоҡтан тулы эмансипацияға тиклем алты йыллыҡ уҡыу осоро булған.

Әммә алдағы йылдарҙа һайлауҙарҙа тауыш биргәндә, мөлкәт цензы арҡаһында, плантация хужалары һәм Британия сауҙагәрҙәре урындағы сәйәсәттә һаман да өҫтөнлөк иткән. Халыҡтың 70%-тан ашыуы, шул иҫәптән гражданлыҡ хоҡуҡтары булмаған ҡатын-ҡыҙҙар демократик процестан ситтә ҡалған. Азат ителгән ҡолдарҙың тоҡомдары сәйәси хоҡуҡтар өсөн хәрәкәт ойошторған осорға, 1930 йылдарға, тиклем был хәл дауам иткән. Был хәрәкәт лидерҙарының береһе булып, һуңынан, 1938 йылда, Барбадос Прогрессив Лигаһы (Barbados Progressive League) тип үҙгәртелгән Барбадос лейбористик партияһына нигеҙ һалыусы Герберт Грэнтли Адамс торған. Монархияның тоғро терәге булыуына ҡарамаҫтан, Адамс һәм уның партияһы халыҡтың ярлы ҡатламдары өсөн ҙур хоҡуҡтар талап иткән. Демократик хөкүмәт яғына прогресс 1942 йылда, милек цензы кәмегәндән һәм ҡатын-ҡыҙҙар һайлау хоҡуғына эйә булғандан һуң, өлгәшелә. 1949 йылға плантаторҙарҙан власть тартып алына, һәм 1958 йылда Адамс илдең премьер-министры итеп тәғәйенләнә.

1958 йылдан 1962 йылға тиклем, төбәктәге Британия колонияларының бойондороҡһоҙлоғо өсөн сығыш яһаусы милли рухлы ойошмаһы булған, Барбадос Вест-Һиндостан федерацияһының ун ағзаһының береһе була. Монархистик ҡарашлы Адамс халыҡ ихтыяждарына башҡаса яуап бирә алмаған. Эррол Барроу, эре реформатор, Адамс партияһынан сыға һәм Барбадос Прогрессив Лигаһының либераль альтернативаһы булған Демократик лейбористик партияға нигеҙ һала һәм 1961 йылда Адамсты премьер вазифаһында алмаштыра.

Федерация таратылыу менән, Барбадос үҙенең элекке үҙидаралыҡ колонияһы статусына әйләнеп ҡайта. 1966 йылдың июнендә утрау Бөйөк Британия менән үҙенең бойондороҡһоҙлоғо тураһында һөйләшеүҙәр алып бара башлай, һәм 1966 йылдың 30 ноябрендә утрауҙың бойондороҡһоҙлоғо рәсми рәүештә иғлан ителә, ә Эррол Барроу уның беренсе премьер-министры итеп тәғәйенләнә. Хөкүмәттең икенсе башлығы — Грэнтли Адамстың улы Том Адамс — 1976—1985 йылда Америкала уң курс үткәрә, 1983 йылда Гренадаға интервенцияла ҡатнаша. Һуңынан лейбористик хөкүмәттәре сәйәсәте үҙәк йүнәлешендә үҫешә.

2021 йылдың 30 ноябрендә Барбадос формаль рәүештә Бөйөк Британия тәхете власының өҫтөнлөгөн бөтөрөп, законлы тәртиптә ил президентына идаралыҡ итеүҙе беркетте. Ошо уңайҙан ойошторолған тантанала йырсы Рианнаға республиканың милли геройы исеме бирелә[9][10].

Сәйәси ҡоролошо

үҙгәртергә
 
Парламент бинаһы

2021 йылдың 30 ноябренә тиклем генерал-губернатор тип тәҡдим ителгән Елизавета II утрауҙа дәүләт башлығы тип һаналған. 2020 йылдың 16 сентябрендә премьер-министр Миа Моттли Бөйөк Британия тәхете хакимлығынан баш тартып, Барбадосты республикаға әүерелдерергә ниәтләүе тураһында иғлан итте[11]. 2021 йылдың 30 ноябренән Барбадос — республика тип иғлан ителә[12].

Закондар сығарыу власы Йыйылыш палатаһынан (халыҡ 5 йылға һайлаған 28 ағза) һәм Сенаттан (21 сенатор) торған парламент ҡулында. Сенаттың 12 ағзаһы — премьер-министр тәҡдиме буйынса, 2-һе — парламенттың түбәнге палатаһындағы оппозиция партияһы лидеры тәҡдиме буйынса, етәүһе республика президентының шәхси теләге буйынса тәғәйенләнә.

Башҡарма власты быға тиклем генерал-губернатор тарафынан раҫланған премьер-министр, парламент күпселеге партияһы лидеры етәкселегендәге хөкүмәт тормошҡа ашыра. Сәйәси партиялар: 1994 йылдан алып идара итеүсе Барбадос лейбористик партияһы; Демократик лейбористик партия; Милли демократик партия.

Конституцияға төҙәтмәләрҙе, төп статьяларҙан тыш, ҡабул итеү өсөн һәр палатаның күпселеге — өстән ике өлөшө тауыш биргән ике палата парламент акты сифатында ҡабул итергә мөмкин. Ошондай төп статьяларға гражданлыҡ, хоҡуҡтар һәм иректәр, генерал-губернаторлыҡ, парламент составы һәм уның сессиялары, каникулдары һәм таратыу, дөйөм һайлауҙар, сенаторҙар, Барбадос башҡарма власын тәғәйенләү, суд ҡоролошо, дәүләт гражданлыҡ хеҙмәте һәм финанстар тураһында положениелар ҡарай.

Закондар сығарыу системаһы, яҙылған конституция парламенттан юғарыраҡ танылыуҙан тыш, инглиз прецедент хоҡуғына нигеҙләнгән; бынан тыш, Юғары суд һәм Апелляция суды бар.


Тышҡы сәйәсәте

үҙгәртергә

1973 йылдың 4 июленән Барбадос Кариб берләшмәһе (КАРИКОМ) составына инә[13]. Барбадос шулай уҡ Кариб үҫеш банкыһы (CDB) ағзаһы булып тора. Төбәк оборона системаһы (RSS) Барбадосты һәм Көнсығыш-Кариб дәүләттәре ойошмаһының (OECS) тағы алты илен үҙ эсенә ала. 1994 йылдың июлендә Барбадос яңы булдырылған Кариб дәүләттәре ассоциацияһына (ACS) ҡушыла.

2008 йылда Барбадос һәм КАРИКОМ берләшмәһенең башҡа ағзалары Европа союзы һәм Европа комиссияһы менән иҡтисади хеҙмәттәшлек тураһында Килешеүгә ҡул ҡуйҙы[14].

Рәсәй менән мөнәсәбәттәре

үҙгәртергә

Рәсәй менән дипломатик мөнәсәбәттәр 1993 йылдың 29 ғинуарынан булдырылған[15]. Барбадоста Рәсәй илсеһе вазифаһын Рәсәйҙең Гайана Кооператив Республикаһындағы илсеһе Смирнов Николай Дмитриевич башҡара[16].

Географик мәғлүмәт

үҙгәртергә
 
Барбадос картаһы
 
Бриджтаун янындағы пляж, Барбадос

Барбадос — сағыштырмаса яҫы утрау, йүнәлеше буйынса үҙәк өлөшкә табан аҡрын ғына күтәрелә. Диңгеҙ кимәленән 336 метр бейеклектәге Хиллабиҙың (Mount Hillaby) иң бейек нөктәһе Шотландия районында урынлашҡан. Утрауҙа даими йылғалар юҡ, ҡоро ерҙең төп өлөшө мәрйен эзбизташынан ғибәрәт. Утрау Кариб диңгеҙендәге башҡа утрауҙарҙан бер аҙ алыҫтараҡ урынлашҡан. Утрауҙың климаты йомшаҡ тропик, ямғырҙар миҙгеле июндән октябргә тиклем дауам итә.

Утрау ғәҙәттәге дауыллы бүлкәттән бер аҙ ситтәрәк, уның көньяҡ осонда урынлашҡан. Шуға ҡарамаҫтан, яҡынса 3 йыл һайын утрау көслө дауыл үткән зонаға эләгә, ә стихияның туранан-тура бәрелеү йышлығы яҡынса 26,6 йылға бер тапҡыр тәшкил итә.

Административ утрау 11: Крист-Черч, Сент-Эндрю, Сент-Джордж, Сент-Джеймс, Сент-Джон, Сент-Джозеф, Сент-Люси, Сент-Майкл, Сент-Питер, Сент-Филип һәм Сент-Томас округтарына бүленгән.

Сент-Майкл округында баш ҡала һәм Барбадостың төп ҡалаһы Бриджтаун урынлашҡан. Утрауҙағы башҡа ҡалалар — Сент-Джеймс, Ойстинс округындағы Хоултаун һәм Сент-Питер округындағы Спейтстаун.

Утрауҙағы башҡа ҡалалар — Сент-Джеймс округында Хоултаун (Holetown), Крист-Черч округында Ойстинс (Oistins) һәм Сент-Питер округындағы Спейтстаун (Speightstown).

Утрауҙың киңлеге — 23 километр, оҙонлоғо иң киң урынында 34 километрға етә.

Иҡтисады

үҙгәртергә
Файл:Barbados sugarcane.JPG
Утрауҙағы шәкәр ҡамышы плантациялары

Барбадос Республикаһы кешенең үҫеш индексы (ИРЧП) буйынса, грамоталылыҡ, мәғариф, килем һәм ғүмер оҙонлоғо буйынса үҫешеүсе илдәр араһында алдынғылар рәтендә. Төньяҡ Америка төбәгендә, байтаҡ социаль-иҡтисади күрһәткестәр буйынса, Америка Ҡушма Штаттары, Канада һәм Панама ғына Барбадостан юғарыраҡ тора. Барбадос — халыҡ-ара хеҙмәттәр күрһәтеүгә махсуслашҡан үҫешеүсе дәүләт[17].

Өҫтөнлөктәре: туризм (уңайлы климат, үҫешкән транспорт инфраструктураһы) яҡшы үҫешкән. Шәкәр сәнәғәте. Мәғлүмәт технологиялары һәм финанс хеҙмәттәре өлкәһе — иҡтисади үҫештең яңы йүнәлештәре.

Көсһөҙ яҡтары: тар иҡтисади база, туристик миҙгелгә бәйлелек; шәкәр сөгөлдөрөнөң уңмауы. Баҙар һәм биржа тирбәлеүҙәренә бәйлелек.

Тарихи яҡтан Барбадостың иҡтисады һәр ваҡыт шәкәр ҡамышы культивацияһына һәм уға ҡараған эшмәкәрлеккә бәйле булған. 1980-се йылдар уртаһында иҡтисад власть сәйәсәте эҙемтәһендә ауырлыҡтарға юлыҡты, ләкин һуңғы ваҡытта, Халыҡ-ара валюта фонды тәҡдиме буйынса структур үҙгәртеп ҡороуҙар пакетын тормошҡа ашырғандан һуң, иҡтисад үҫеше тиҙләтелде. Етмәһә, иҡтисад туризм индустрияһын һәм еңел сәнәғәтте арттырыу яғына уңышлы диверсификацияланды. Утрауҙа офшор финанс һәм мәғлүмәт институттары киң таралған. 1990-сы йылдар аҙағынан алып утрауҙа төҙөлөш бумы күҙәтелә — бөтә ерҙә лә яңы отелдәр, торлаҡ йорттар, офистар һ. б. барлыҡҡа килә.

Хөкүмәт эшһеҙлеккә ҡаршы көрәште дауам итә, иҡтисадҡа сит ил инвестицияларын хуплай һәм ҡалған дәүләт предприятиеларын хосусилаштыра. Алдараҡ эшһеҙлек 14 %-ҡа, ә һуңғы ваҡытта тағы 10 %-ҡа кәмене.

2001 һәм 2002 йылдарҙа туристар ағымының кәмеүе, һатып алыу әүҙемлеге һәм 2001 йылдың 11 сентябрендә күҙәтелгән террористик һөжүм эҙемтәләре арҡаһында иҡтисадтың үҫеше бер аҙ кәмене, ләкин 2003 йылда элекке күрһәткестәренә ҡайтты, ә 2004 йылда уларҙан артып китте. Канада, КАРИКОМ — Кариб Берләшмәһе (айырыуса Тринидад һәм Тобаго), Бөйөк Британия һәм Америка Ҡушма Штаттары Барбадостың традицион сауҙа партнёрҙары булып тора.

Африка, Кариб бассейны һәм Тымыҡ океан төбәге илдәренең халыҡ-ара ойошмаһына (АКТ) инә.

2003 йылда Канада менән илгә 25 миллион Канада доллары күләмендә инвестициялар бүлеү тураһында килешеү төҙөлгәндән һуң, утрауҙа эшлекле бәйләнештәр һәм инвестицион ағымдар һиҙелерлек артты. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, Торонтонан килгән Канада бизнесмены Юджин Мелник утрауҙың иң бай даими кешеһе булып һанала.

Иҡтисад нигеҙе — шәкәр ҡамышы үҫтереү һәм шәкәр экспорты, туризм.

Туристик мәғлүмәт

үҙгәртергә

Бриджтаундың Грэнтли Адамс халыҡ-ара аэропорты (Grantley Adams, GAIA) Америка Ҡушма Штаттарынан, Кариб төбәге илдәренән һәм Европа аэропорттарынан тура рейстар ҡабул итә һәм көнсығыш Карибтарҙа төп тоташтырыусы урын булып тора. Әлеге ваҡытта аэропортта хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртыу һәм киңәйтеү буйынса эштәр алып барыла.

Утрауҙа халыҡ-ара класлы отелдәр урынлашҡан. Шулай уҡ ҙур булмаған ҡунаҡхананы йәки вилланы резервҡа ҡалдырырға була. Туристар араһында зәңгәрһыу кариб диңгеҙе һәм аҡ ҡомло пляждары булған утрауҙың көнбайыш һәм көньяҡ ярҙары айырыуса популяр. Көнсығыш атлантик яр буйында көслө тулҡынланыу күҙәтелә, һыу ҡайтҡанда ниндәйҙер дәрәжәлә хәүефлелек тыуҙырыуына ҡарамаҫтан, ул сёрфинг өсөн яҡшы шарттар тыуҙыра. «Soup Bowl» тип аталған урын ошо спорт төрөн яратыусылар өсөн бик популяр.

Пошлинаһыҙ сауҙа магазиндарына барыу ҙа туристар араһында ҙур танылыу менән файҙалана. Барбадоста Saint Lawrence Gap кеүек ҙур туристик райондарҙа төнгө тормош әйләнә. Башҡа төрлө күңел асыуҙар «Ҡырағай тәбиғәт ҡурсаулығы» (Wildlife Reserve) буйлап сәфәр ҡылыу, ювелир әйберҙәр һатып алыу, дайвинг, вертолётта экскурсия осоштары, гольф, фестивалдәр, мәмерйәләрҙе барып күреү, экзотик эсемлектәр һәм башҡалар ҡаралған.

Транспорты

үҙгәртергә

Барбадоста йәмәғәт транспорты нигеҙе булып автобус бәйләнеше тора. Өс автобус системаһы аҙнаһына 7 көн (йәкшәмбе һирәгерәк) эшләй, юл хаҡы — 2.00 Барбадос доллары. Барбадос Транспорт Системаһының ҙур күк муниципаль автобустары менән бер рәттән ZR’s (произносится как «зэд-арс») тип йөрөтөлгән шәхси маршрут таксиҙары, шулай уҡ утрауҙағы барса әһәмиәткә эйә урындар буйлап йөрөүсе «minibuses» компанияһы автобус бәйләнеше лә асылған. Был микроавтобустар ҡайһы берҙә тулы булыуы мөмкин, ләкин ғәҙәттә сәйәхәт итеү өсөн иң ҡыҙыҡлы урындарҙы һайлайҙар. Был автобустар, ғәҙәттә, йә баш ҡала Бриджтаундан, йәиһә утрауҙың төньяғындағы Спейтстаун ҡалаһынан ҡуҙғала.

Административ бүленеше

үҙгәртергә
 
2015 йылдағы мәғлүмәттәр буйынса халыҡтың үҫеш динамикаһы
 
2020 йылға Барбадос халҡының йәш-енес пирамидаһы
  • 92,4 % — ҡара тәнлеләр һәм мулаттар
  • 3,1 % — ҡатнаш сығышлы
  • 2,7 % — аҡ тәнлеләр
  • 1,3 % — Һиндостандан сыҡҡандар
  • 0,5 % — башҡалар

Барбадос халҡы 294 560 кеше тәшкил итә, халыҡтың үҫеше 0,23 % (2020 йыл мәғлүмәттәре) тәшкил итә. Халыҡтың 90 %-ҡа яҡыны (үҙен бэйджанс (Bajans) тип атаған) ҡара тәнле (афро-бэйджанс) кешеләр, күпселеге шәкәр ҡамышы плантацияларында эшләгән ҡолдарҙың тоҡомдары. Халыҡтың ҡалған өлөшө Европа төркөмөн (инглиз-бэйджанс), азиаттарҙы, һинди-бэйджансты һәм Яҡын Көнсығыштан (ғәрәп-бэйджанс) абруйлы мосолман төркөмөн, башлыса Сүриәнән һәм Ливандан күсеп килеүселәрҙең тоҡомдарын үҙ эсенә ала.

Башҡа милли төркөмдәр Америка Ҡушма Штаттарынан, Канаданан, Бөйөк Британиянан йәки Латин Америкаһындағы аҡса эшләргә килгән кешеләрҙе үҙ эсенә ала. Америка Ҡушма Штаттарынан ҡайтҡан барбадостарҙы «янк-бэйджанс» тип йөрөтәләр, был ҡайһы берәүҙәр өсөн кәмһетеүле тойола.

Барбадоста инглиз теле — рәсми тел, уның урындағы диалекты «бэйджан» (Bajan) тип атала.

Халыҡтың 75,6%-ы христиан динен тота. Англикан сиркәүе — 70 000 самаһы диндарҙы берләштереүсе Барбадостағы иң ҙур дини ойошма, шуларҙың 67%-ы әүҙем мәхәллә кешеләре булып тора. 16000 кешене берләштергән Етенсе көн адвентистары икенсе дини төркөм булып тора. Католицизм динен тотоусылар өсөнсө урында тора, уларға утрауҙа йәшәүсе 11 000 кеше инә. Шулай уҡ пятидесятниктар, методистар һәм баптистар бар. Индуизм һәм мосолман аҙсылыҡтары бар[18].

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһе

үҙгәртергә

Милләттәр Берләшмәһенең башҡа илдәрендәге кеүек үк, Барбадос граждандарына медицина ярҙамын дәүләт финанслай. Медицина учреждениелары — Бриджтаундағы Королева Елизавета госпитале һәм ил биләмәһендәге 20-нән ашыу поликлиниканан тора.

Мәғарифы

үҙгәртергә

Барбадос мәғарифы Британия моделе буйынса төҙөлгән. Мәғарифҡа сығымдар илдең йыллыҡ бюджетының 20%-ын тиерлек тәшкил итә. Белем кимәле 100 %-ҡа яҡын[19]. Барбадоста 70-тән ашыу башланғыс мәктәп, 20-нән ашыу урта мәктәп, шулай уҡ бер нисә шәхси мәктәп эшләй. Юғары белем биреү учреждениелары: Барбадос Йәмәғәт колледжы, Самюэль Джекман Прескод исемендәге Политехник колледж, Вест-Һиндостан университетының Кэйв Хилл кампусы.

Мәҙәниәте һәм спорты

үҙгәртергә

Вест-Һиндостандың башҡа утрауҙары менән сағыштырғанда Барбадоста күпселек йәһәттән инглиз мәҙәниәтенең йоғонтоһо бар. Милли спорт төрө — крикет быға асыҡ миҫал булып тора. Барбадостан крикеттың бер нисә билдәле уйынсыһы — Гарфилд Соберс (Garfield Sobers) һәм Фрэнк Уоррелл (Frank Worrell) сыҡты. 2007 йылда Барбадос крикет буйынса донъя чемпионатын үҙендә ҡабул итә. Шулай уҡ утрауҙа йыл һайын гольф буйынса Barbados Open ярыштар үткәрелә. 2006 йылда Барбадоста гольф буйынса WGC-World Cup донъя чемпионаты үтте.

Барбадостың иң ҙур мәҙәни ваҡиғаһы — шәкәр ҡамышы уңышын йыйыуға бағышланған «Crop Over Festival» карнавалы. Фестиваль музыкаль конкурстарҙы һәм башҡа традицион күңел асыуҙарҙы үҙ эсенә ала. Ул июль башында башлана һәм августың тәүге дүшәмбеһендә Кадумент көнөнә (Kadooment Day) арналған ҙур парад менән тамамлана. Ғинуарҙа бында джаз фестивале уҙғарыла, унда донъяның төрлө мөйөштәренән танылған музыканттар йыйыла. Октябрҙә Барбадоста йәш джаз яратыусылар осраша. Майҙың һуңғы ике аҙнаһы кельт фестиваленә арнала — бөтә ерҙә лә шотландия һәм уэльс мотивтары яңғырай. Йырсы Рианна Барбадос мәҙәниәтенең рәсми илсеһе булып тора.

 
Рианна

Музыкаһы

үҙгәртергә

Барбадостың музыкаһына халыҡ һәм популяр музыканың үҙенсәлекле милли стилдәре, шул иҫәптән көнбайыш классик һәм дини музыка элементтары инә. Барбадос мәҙәниәте Африка һәм Британия элементтарының синкретик бәйләнешенән ғибәрәт, һәм утрау музыкаһы был тура килеүҙе йыр, инструмент, бейеү һәм эстетик принциптар типтары һәм стилдәре аша сағылдыра.

Барбадос халыҡ йолалары Landship хәрәкәтен — Британия флотына нигеҙләнгән рәсми булмаған сатирик ойошма, сәй йыйылыштары, тук төркөмдәре һәм бик күп традицион йыр-бейеүҙәрҙе үҙ эсенә ала. Барбадоста популяр стилдәргә калипсо, спуж, заманса фолк һәм донъя музыкаһы ҡарай. Барбадос, Гваделупа, Мартиника, Тринидад, Куба, Пуэрто-Рико һәм Виргин утрауҙары менән бер рәттән, Кариб джазының һирәк үҙәктәренең береһе булып тора.

Рәсми байрамдары

үҙгәртергә
  • 1 ғинуар — Яңы Йыл
  • 21 ғинуар — Премьер-министр Эррол Барроу көнө
  • Март аҙағы — апрель башы — дәртле йома (страстная пятница)
  • Март аҙағы — апрель башы — пасха дүшәмбеһе
  • 1 май — Хеҙмәт көнө
  • Пасханан һуң һигеҙенсе дүшәмбе — Йәндәр көнө
  • Августың тәүге дүшәмбеһе — кадумент байрамы
  • Октябрҙең тәүге дүшәмбеһе — берләшкән милләттәр көнө
  • 30 ноябрь — Бойондороҡһоҙлоҡ көнө
  • 25 декабрь — Раштыуа
  • 26 декабрь — Раштыуа бүләктәре көнө

Милли символдары

үҙгәртергә

Утрауҙа үҫкән ҡуҙаҡлыларҙың иң матур цезальпинияһы (Caesalpinia pulcherrima) — Барбадостың милли сәскәһе. Уны «Барбадостың ҡыҙыл ғорурлығы» тип йөрөтәләр.

Ҡалҡанда ағас — һаҡаллы фикус төшөрөлгән. Был ағастың ергә тиклем төшкән ботаҡтары менән үрелгән һауа тамырҙары, бер фараз буйынса, утрауҙы тәүге асыусыларҙы — испандарҙы — уларҙы «барбудос» (һаҡаллы) тип атарға дәртләндерҙе. Һуңынан был атама бер аҙ үҙгәртелгән килеш утрауҙың үҙенә лә бирелгән. Гербта илдең күп төрлө тропик үҫемлектәрен шулай уҡ «Барбадостың ҡыҙыл ғорурлығы» исеме менән билдәле урындағы үҫемлектең ике сәскәһе кәүҙәләндерә. Утрауҙың хайуандар донъяһын һәм уны йыуыусы һыуҙарҙы дельфин һәм һоро баба ҡошо (пеликан) кеүек ҡалҡан тотоусылар кәүҙәләндерә. Элекке Британия биләмәләре геральдикаһы өсөн ҡалҡан өҫтөндәге рыцарь торҡаһы — ғәҙәти күренеш. Сәскә тажы һәм һап, герб ҡалҡаны һәм унда урынлашҡан орхидея төҫтәренә тап килгән һарғылт ҡыҙыл төҫтә. Гербты ослаусы ҡул йөҙәр йылдар дауамында үҫтереү Барбадостың мономәҙәни иҡтисадының нигеҙе булып торған ике шәкәр ҡамышы һабағын тотҡан. Девизы инглиз теленән тәржемә иткәндә «Ғорурлыҡ һәм эшһөйәрлек» тигәнде аңлата.

Ҡораллы көстәре

үҙгәртергә

Хәрби бюджеты 13 млн доллар тәшкил итә (2001). Даими Ҡораллы көстәре сафында 610 кеше. Резервта — 430 кеше. Комплектлау: ирекле нигеҙҙә. Мобиль ресурстары 72,3 мең кеше, шул иҫәптән хәрби хеҙмәткә яраҡлы — 49 700.

Ҡоро ер ғәскәрҙәре: 500 кеше (Барбадос полкы, 1902 йылда ойошторолған, ике донъя һуғышында һәм 1983 йылда Гренаданы оккупациялауҙа ҡатнашҡан; хәҙерге ваҡытта штаб, махсус операциялар, техник ярҙам роталары тупланған).

Хәрби-һауа ғәскәрҙәре: юҡ.

Хәрби-диңгеҙ флоты: 110 кеше, 6 Пилотлы космик аппарат

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Блэкмен Джордж

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Barbados: People. 2016 йыл 14 февраль архивланған. World Factbook of CIA
  2. Barbados. International Monetary Fund. Дата обращения: 6 октябрь 2010. Архивировано 22 август 2011 года.
  3. Human Development Report 2011 (ингл.). United Nations Development Program (2011). Дата обращения: 6 ноябрь 2011. Архивировано 2 февраль 2012 года. 2012 йыл 4 февраль архивланған.
  4. https://data.iana.org/time-zones/tzdb-2021e/northamerica
  5. Государства и территории мира. Справочные сведения // Атлас мира / сост. и подгот. к изд. ПКО «Картография» в 2009 г. ; гл. ред. Г. В. Поздняк. — М. : ПКО «Картография» : Оникс, 2010. — С. 14. — ISBN 978-5-85120-295-7 (Картография). — ISBN 978-5-488-02609-4 (Оникс).
  6. Атлас мира: Максимально подробная информация / Руководители проекта: А. Н. Бушнев, А. П. Притворов. — Москва: АСТ, 2017. — С. 85. — 96 с. — ISBN 978-5-17-10261-4.
  7. Правильное ударение в названии страны на сайте «Грамота.ру». Дата обращения: 20 март 2022. Архивировано 15 июль 2020 года.
  8. Бриджтаун // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  9. Певица Рианна стала национальным героем республики Барбадос. lenta.ru. Дата обращения: 4 декабрь 2021. Архивировано 4 декабрь 2021 года.
  10. Рианна стала национальным героем Барбадоса. РИА Новости (20211130T0924). Дата обращения: 4 декабрь 2021. Архивировано 4 декабрь 2021 года.
  11. На Барбадосе избрана первый президент после отказа от власти Елизаветы II. Дата обращения: 22 октябрь 2021. Архивировано 22 октябрь 2021 года.
  12. Последний день монархии: Елизавета II больше не будет главой Барбадоса. 29 ноябрь 2021 тикшерелгән.
  13. May-bo Ching The Flow of Turtle Soup from the Caribbean via Europe to Canton, and Its Modern American Fate // Gastronomica. — 2016. — В. 1. — Т. 16. — С. 79–89. — ISSN 1533-8622&f=1003&t=1&v1=&f=4&t=2&v2=&f=21&t=3&v3=&f=1016&t=3&v4=&f=1016&t=3&v5=&bf=4&b=&d=0&ys=&ye=&lng=&ft=&mt=&dt=&vol=&pt=&iss=&ps=&pe=&tr=&tro=&cc=UNION&i=1&v=tagged&s=0&ss=0&st=0&i18n=ru&rlf=&psz=20&bs=20&ce=hJfuypee8JzzufeGmImYYIpZKRJeeOeeWGJIZRrRRrdmtdeee88NJJJJpeeefTJ3peKJJ3UWWPtzzzzzzzzzzzzzzzzzbzzvzzpy5zzjzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzztzzzzzzzbzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzzvzzzzzzyeyTjkDnyHzTuueKZePz9decyzzLzzzL*.c8.NzrGJJvufeeeeeJheeyzjeeeeJh*peeeeKJJJJJJJJJJmjHvOJJJJJJJJJfeeeieeeeSJJJJJSJJJ3TeIJJJJ3..E.UEAcyhxD.eeeeeuzzzLJJJJ5.e8JJJheeeeeeeeeeeeyeeK3JJJJJJJJ*s7defeeeeeeeeeeeeeeeeeeeeeeeeeSJJJJJJJJZIJJzzz1..6LJJJJJJtJJZ4....EK*&debug=false 1529-3262, 1533-8622. — DOI:10.1525/gfc.2016.16.1.79
  14. Debbie-Ann Estwick A Case for Caribbean Design Principles // DRS2018: Catalyst. — Design Research Society, 2018-06-28. — DOI:10.21606/drs.2018.522
  15. Об обмене поздравительными телеграммами министров иностранных дел России и Барбадоса по случаю 20-летия установления дипломатических отношений. Посольство России в Великобритании. Министерство иностранных дел Российской Федерации (29 ғинуар 2013). Дата обращения: 3 февраль 2015. Архивировано 3 февраль 2015 года.
  16. Главная — Министерство иностранных дел Российской Федерации. Дата обращения: 28 ноябрь 2019. Архивировано 2 март 2015 года.
  17. Барбадос // Энциклопедический географический словарь / отв. редакторы Е. В. Варавина и др. — М.: Рипол-классик, 2011. — С. 71. — (Словари нового века). — 5000 экз. — ISBN 978-5-386-03063-6.
  18. Barbados. Дата обращения: 28 ноябрь 2019. Архивировано 7 ноябрь 2017 года.
  19. The Daily Nation (Barbados). Архивировано 23 сентябрь 2009 года. 2009 йыл 23 сентябрь архивланған.
  • Burns, Alan. History of the British West Indies. — London : Allen and Unwin Ltd, 1965. — 849 p.
  • Hamshere, Cyril. The British in the Caribbean. — Harvard University Press, 1972. — 256 p. — ISBN 978-0674082359.
  • Inc. IBP. Caribbean Countries Mineral Industry Handbook. — Lulu.com, 2015. — 328 p.
  • O'Shaughnessy, Andrew Jackson. An Empire Divided: The American Revolution and the British Caribbean. — University of Pennsylvania Press, 2000. — 376 p. — ISBN 978-0812217322.
  • Radula-Scott, Caroline. Insight Guide: Barbados. — Insight Guides, 1999. — ISBN 978-0887290336.
  • Rogozinski, Jan. A Brief History of the Caribbean: From the Arawak and the Carib to the Present. — Facts on File, 1999. — 415 p. — ISBN 978-0816038114.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Хөкүмәттеке

үҙгәртергә

Ҡалып:Барбадос в темах Ҡалып:Вест-Индия

Ҡалып:ОАГ Ҡалып:OECS Ҡалып:Движение неприсоединения Ҡалып:КАРИКОМ Ҡалып:Северная Америка Ҡалып:Малые Антильские острова Ҡалып:Упразднённые монархии