Мусин Хәбир Хәләф улы

Мусин Хәбир Хәләф улы (рус. Мусин Хабир Халяфович; 26 апрель 1950 йыл22 ғинуар 2024 йыл) — ауыл хужалығы, комсомол, партия, дәүләт һәм муниципаль органдар хеҙмәткәре. 1991 йылдан Миәкә районы халыҡ депутаттары советының рәйесе — Миәкә районы администацияһы башлағы, Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының халыҡ мәғарифы, фән, мәҙәниәт, милли һәм интернациональ традициялар, тарихи мираҫты һаҡлау мәсьәләләре буйынса комиссия ағзаһы. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың уникенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.

Мусин Хәбир Хәләф улы
Тыуған көнө 26 апрель 1950({{padleft:1950|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (74 йәш)
Тыуған урыны Күл-Ҡуңҡаҫ, Ҡаран ауыл советы, Миәкә районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Биләгән вазифаһы Башҡортостан Республикаһының халыҡ депутаты
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт аграр университеты

Биографияһы

үҙгәртергә

Мусин Хәбир Хәләф улы 1950 йылдың 26 апрелендә Башҡорт АССР-ының Миәкә районы Күл-Ҡуңҡаҫ ауылында тыуған. Милләте буйынса башҡорт, юғары белемле — 1973 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған.

Хеҙмәт юлын 1973 йылда институтты тамамлағас Миәкә районы «Ленин юлы» колхозында баш агроном булып башлай. 1976 йылда ВСКСМ-дың Миәкә районы комитетына секретарь итеп һайлана. 1980—1982 йылдарҙа Свердловск юғары партия мәктәбендә уҡый. Парияның Миәкә ракомында ауыл хужалығы б-леген етәкләй. 1984—1985 йылдарҙа Миәкә район советында беренсе секретарь була. 1988—1991 йыоларҙа КПСС-тың Миәкә райомында беренсе секретарь. 1991 йылдан Миәкә районы халыҡ депутаттары советының рәйесе — Миәкә районы администацияһы башлығы.[1]

Миәкә районы, 242-се Биҡҡол һайлау округынан Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының халыҡ мәғарифы, фән, мәҙәниәт, милли һәм интернациональ традициялар, тарихи мираҫты һаҡлау мәсьәләләре буйынса комиссия ағзаһы.[2]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. // Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.УДК 930 ISBN 5-8258-0204-5
  2. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 34

Сығанаҡтар

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә