Татар әҙәбиәте
Татар әҙәбиәте — татар телендә йәки татар авторҙары тарафынан яҙылған әҙәбиәт.
Бороңғо осор татар әҙәбиәте
үҙгәртергәБөгөнгө татарҙарҙың боронғо ата-бабалары һундар, скифтар һәм Бөйөк Болғар осорҙарында йәшәгән болғарҙар, IX—XII быуаттарҙа Ҡытай төньяғында (Төркөстан һәм Монголия) ерҙәрендә йәшәгән татарҙар икәне иҫбатланған булһа, быларҙың тамырҙары хуннуҙарға тоташыу-тоташмауы тарихсылар араһында әлегә бәхәсле мәсьәлә булып ҡала. Шул осорҙарҙан һаҡланған яҙма материалдар бик әҙ, уларҙы башлыса археологтар тапҡан таштарҙағы (күбеһенсә ҡәбер таштары) яҙыуҙар ғына тәшкил итә.
Орхон рундары осоро әҙәбиәте
үҙгәртергәИң боронғо яҙыуҙар VI—VIII быуатҡа ҡараған Төрки ҡағанлығы, уның дауамсылары булған Көнсығыш һәм Көнбайыш төрки ҡағанлығы дәүләттәре осорондағы орхон-йәнәсәй ҡомартҡылары[1] яҙыуҙарының теле уртаҡ төрки әҙәби теленә ҡарай[2][3][4][5][6], Ғәбделхәй Әхәтовтың эҙләнеүҙәре уларҙың себер татарҙарының теле менән лексик һәм өлөшләтә грамматик уртаҡлығын раҫланы [7].[8][9] . Һүҙҙәр уңдан һулға табан яҙылған.
Уңда: 1907 йылда Ҡытайҙың Дуньхуан (ингл.) төбәгендәге (бөгөнгө Ганьсу провинцияһы) Могао мәғәрәләре (ингл.) комплексына ингән Китапхана мәғәрәһендә табылып, бөгөн Лондондың Британ китапханаһында (ингл.) һаҡланыусы берҙән-бер ҡағыҙ документ — VIII—IX быуаттарға ҡараған тип иҫәпләнгән 104 битле Билгеләр китабы (ингл.) — төрлө һынамыштарҙы аңлатыуға нигеҙләнгән документ, ғаләмде барлыҡҡа килтергән Хоҙай Тәңренең ярҙам итеүен телгә ала.
Был алфавит татарҙарҙың монгол сығышлы бабаларының телендә яҙыу өсөн XIII быуатҡа тиклем ҡулланыла, ғәрәп-мосолман мәҙәниәтенең баҫымы аҫтында Монгол империяһы замандарында ҡулланылыштан сыға.[10]
Бөйөк Болғар осоро әҙәбиәте
үҙгәртергәVI—X быуаттарҙа боронғо болғарҙарҙа ҡулланылған рун яҙыуында һүҙҙәр, орхон яҙмаларынан айырмалы, һулдан уңға яҙылған.
Һулдағы таблица Болгария фәндәр академияһының (болг.) өлкән ғилми хеҙмәткәре Петер Добрев (болг.) туплаған боронғо болгарҙарҙың рундарын (болг.) күрһәтә.
Волга буйы Болғары осоро
үҙгәртергәБыл осорҙа Волга-Кама тирәләрендә урынлашҡан болғарҙар ҙур мәҙәни үҙгәрештәр кисерә — төрлө ижтимағи-сәйәси һәм иҡтисади сәбәптәр арҡаһында ата-бабаларынан килгән тәңреселек урынына — исламға, боронғо ата-бабаларынан ҡалған болғар рундарынан (урыҫ.) — ғәрәп яҙыуына, уғыр телдәре төркөмөнә (урыҫ.) ингән болғарҙарҙың теленән (урыҫ.) — күрше ҡуман-ҡыпсаҡтар ҡулланған ныҡ айырылып торған[12][13] дөйөм төрки телдәр (урыҫ.) төркөмөнә ингән ҡыпсаҡ теленә күсә.
Матди мәҙәниәттең юғарылығы рухи мәҙәниәттең үҫешенә лә ярҙам иткән. Болғар илендә мәктәп-мәҙрәсәләр булған, төрлө фәндәр, әйтәйек, тарих, хоҡуҡ, фәлсәфә ғилемдәре менән шөғөлләнгән уҡымышлылар булған. Шул уҡ сәбәптәр арҡаһында нәфис әҙәбиәт, шиғриәт киң таралған: Йософ Баласағуни, Әхмәт Йүгнәки, Әхмәт Йәсәүи һәм Сөләймән Баҡырғани кеүек дөйөм төрки, Ҡол Ғәли һәм башҡа урындағы ғалимдарҙың әҫәрҙәре болғарҙарҙың рухи донъяһын ныҡ байыта.
Беҙҙең осорға килеп еткән Волга буйы болғарҙары телендәге (бөгөнгө сыуаш теленә оҡшаш) беренсе яҙмалар XIII—XIV быуаттарға ҡарай.[14]
Монгол империяһы һәм Алтын Урҙа осоро
үҙгәртергәБыл осор башында ижад ҡыпсаҡ телдәрендә дауам итә, дәүләттең берҙәм теле уртаҡ булған төрки теле (ингл.) нигеҙендә иҫке татар әҙәби теле формалаша башлай.
Волга-Урал татарҙарының мәҙәни үҫешенә был осорҙа Сәйф Сараиҙың «Гөлөстан бит-төрки», әл-Хәрәзмиҙең «Мәхәббәт-намә»[15], Кутб[16] Низами Ғәнжәүиҙең «Хөсрәү менән Ширин (ингл.)», Мәхмүд әс-Сараи әл-Болғариҙың «Әй әл-фарадис», Рабғузиның «Ҡисса-и-әнбиә», Мөхәммәтйәрҙең «Төхфәи мәрдан» һәм «Нуры-Содур» һәм башҡа күп авторҙарҙың әҫәрҙәре йоғонто яһай.
Сығышы менән Болғарҙан булған, Һарай-Бәркәлә эшләгән Мәхмүт бин Ғәли әҫәре Нәхж әл-фәрәдис (урыҫ). («Ожмах баҡсаларына асыҡтан-асыҡ юл») 1357 йылда иҫке татар әҙәби телендә яҙылған. Бөгөнгө көнгә тиклем һаҡланған 11 ҡулъяҙма күсермәһененең 1360 йылға ҡарағаны (иң боронғо) Төркиәлә һаҡлана.
Иҫке татар әҙәби теле XIX быуаттың уртаһына тиклем ҡулланыла.[17] Рәсәй империяһы осоронда был телдә Урта Азия халыҡтары менән дипломатик һәм сауҙа-иҡтисади бәйләнештәр алып барыла.
Ҡазан ханлығы осоро
үҙгәртергәБыл осорҙа татар әҙәбиәтенең күренекле вәкилдәре — Ҡолшәриф, Мөхәммәтйәр, Шәриф Хажитархан, Өмми Камал кеүек шағирҙар.
XVII быуат татар әҙәбиәте
үҙгәртергәXVII быуаттағы яҙма мәҙәниәт бүтән осорҙар менән сағыштырғанда бик ярлы. Әммә объектив шарттарҙы иҫәпкә алғанда, был осор мәҙәниәтендә лә яҡшы яҡтар була. Әҙәбиәт һәм фольклор, әҙәбиәт һәм тарих үҙ-ара яҡыная төшә. Яҙмаларҙың тел-стилендә халыҡтың һөйләү теле йоғонтоһо һиҙҙелә. Шиғри фольклорҙағы айырым формалар әҙәбиәткә инә башлай. Суфыйсылыҡ үҙен ныҡ һиҙҙерә. Мәүлә Ҡолой һәм Ғәбди кеүек шағирҙарҙың әҫәрҙәрендә әхлаҡи-фәлсәфәүи мәсьәләләр, кеше тураһында ҡараштар үҙәккә ҡуйылған, уларҙы сәнғәтсә хәл итеүҙә уңышлы ғына аҙымдар яһалған.
XVII быуат әҙәбиәте — күп быуатлыҡ татар әҙәбиәте тарихының ҙур бер сәхифәһе. Элгәрге күп традициялар ошо дәүер аша XVIII—XIX ҙбыуаттарға тапшырылған.
XIX быуат татар әҙәбиәте
үҙгәртергәБыл осорҙа татар мәғрифәтселеге хәрәкәте барлыҡҡа килә, был осорҙоң төп фигураһы — Ҡәйүм Насыри.
XX быуат татар әҙәбиәте
үҙгәртергә
1907 йылда «Әл-ислах» гәзите, «Әхбар» гәзите һ. б., 1912 йылда Фәхрелислам Агиевтың балалар өсөн «Аҡ юл» журналы, Әхмәтгәрәй Хәсәниҙең «Аң» журналы һәм башҡалар сыға башлай Был осорҙа татар әҙәби теле халыҡтың ябай һөйләү теле менән яҡынлаша башлай. 1920 йылдарҙа телдең актив терминологик үҫеше — татар һәм ғәрәп-фарсы лексикаға, 1930 йылдарҙа рус һәм интернациональ лексикаға нигеҙләнә.[18]
Быуат башында яңы йәш синыф — пролетариат — азатлыҡ көрәше майҙанына сыға. Социализм идеялары менән ҡоралланған был синыф күп илдәрҙә власты үҙ ҡулына алыу маҡсатын ҡуя. Был маҡсатҡа ынтылыуҙа бигерәк тә Рәсәй эшселәр синыфы алдынғы була. Уның көслө ойошмалары һәм фирҡәләре барлыҡҡа килә.
Татар әҙәбиәте XX быуатҡа бөтә жанрҙары формалашҡан, мәғрифәтселек реализмы уңышлы үҙләштерелә барған хәлдә килеп инә. Беренсе рус революцияһынан һуң илдә тыуған шарттар уның йылдам үҫешенә юл аса. Шунан һуңғы 10-15 йылда татар әҙәбиәте һәм сәнғәте яңы үрҙәргә күтәрелә. Кешенең йәнен, рухын, ижтимағи ынтылыштарын, йәмғиәт тормошондағы урынын аңлауҙа ҙур үҙгәреш күҙәтелә. XIX быуатта әҙәби әҫәрҙәрҙә аңлы мәғрифәтле кеше үҙәккә ҡуйылһа, кешенең шәхси бәхете аң-белемгә бәйләп ҡаралһа, XX быуат башындағы яҙыусылар кешегә бәхетле булыу өсөн былар ғына етмәгәнен төшөнә.
Беренсенән, кешенең тәғәйенләнешен аңлауҙа ижтимағи шарттар мөһимлеген, кешенең йәшәйешендә милләт яҙмышының ҙур урын биләүен аңлауҙан торған яңыса ҡараш формалаша. Ябай кеше образы әҙәбиәттең үҙәгенә ҡуйыла. Уның борсолоу-шатлыҡтары, ҡайғы-зарҙары, өмөт-теләктәре киң сағылыш таба. Шуның менән бергә, тормошто үҙгәртеп төҙөү, иҫкелектән ҡотолоу өсөн, кеше көрәшсе лә булырға тейешлеге билдәләнә. Бер һүҙ менән әйткәндә, XX быуат башы әҙәбиәте кешенең йәшәү фәлсәфәһе проблемаһын күтәрә.
Совет осоро әҙәбиәте
үҙгәртергә1927 йылда ТАССР-ҙың рәсми килеш латин яҙмаһына, 1938 йылда СССР-ҙың бөтә төрки халыҡтарының әлифбаларын кирилл яҙмаһына күсереү процестары ла татар әҙәбиәте тарихында үҙ эҙҙәрен ҡалдыра.
Ватан һуғышы (1941—1945) йылдарында татар әҙәбиәте яңы биҙәктәр менән тулылана.
Совет власы йылдарында, кеше шәхесенә бер яҡлы ҡараш өҫтөнлөк итеүгә ҡарамаҫтан, әҙәбиәттең айырым ҡаҙаныштары була. Быуаттың беренсе сиреге әҙәбиәт өсөн айырата уңышлы була. Яңы жанр төрҙәре һәм формалары барлыҡҡа килә. Психологик һәм социаль роман, фантастик повесть, романтик хикәйә һәм драма, гражданлыҡ лирикаһы, трагедия һ. б. жанрҙар тыуа, булғандары тағы ла үҫә һәм байый. Модернистик характерҙағы әҫәрҙәр яҙыла. Кешене һүрәтләүҙә төп алымдарҙың береһе булған психологик анализ тәрәнәйә. Әҙәби тел нормалары тағы ла теүәлерәк була бара.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Малов С. Е., Памятники древнетюркской письменности, М. — Л., 1951 (рус.)
- ↑ http://www.altaica.ru/LIBRARY/kormushin/kormushin_old_turkic_languages.pdf 2012 йыл 17 октябрь архивланған.
- ↑ Кормушин И.В. Тюркские енисейские эпитафии. Тексты и исследования. М., 1997. (рус.)
- ↑ Erdal M. Old Turkic // The Turkic languages. London; New York, 1998. (инг.)
- ↑ A. von Gabain. Eski Türkçenin grameri. Ankara, 2003. (төр.)
- ↑ Poppe N. Introduction to Altaic linguistics. Wiesbaden, 1965 (инг.)
- ↑ Древнетюркские руны. Язык орхоно-енисейских памятников 2013 йыл 21 август архивланған. (рус.)
- ↑ Ахатов Г. Х. «Некоторые следы языка орхоно-енисейских памятников в диалекте западносибирских татар». — Сб. «Всесоюзное совещание по общим вопросам диалектологии и истории языка. Тезисы докладов и сообщений». — Баку, 21-24 октября 1975 г. — М., 1974, С.35-36. (рус.)
- ↑ Ахатов Г. Х. Диалект западносибирских татар. Уфа: изд-во БашГУ, 1963, 195 с. (рус.)
- ↑ ru:Орхоно-енисейская письменность#.D0.98.D1.81.D1.82.D0.BE.D1.80.D0.B8.D1.8F .D0.BF.D0.B8.D1.81.D1.8C.D0.BC.D0.B0 (рус.)
- ↑ en:Kutadgu Bilig#Language (инг.)
- ↑ ru:Тюркские языки#.D0.9F.D1.80.D0.BE.D0.B1.D0.BB.D0.B5.D0.BC.D1.8B (рус.)
- ↑ Тюркские языки // Лингвистический энциклопедический словарь / Глав. ред. В. Н. Ярцева.. — М.: Советская энциклопедия, 1990. — 688 с. — 150 000 экз. — ISBN 5-85270-031-2 (в пер.) (рус.)
- ↑ en:Turkic languages#Early written records (инг.)
- ↑ http://encycl.bash-portal.ru/muhabbat.htm(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ http://encycl.bash-portal.ru/kutb.htm(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ Исхаков Д. М. Татары (популярный очерк этнической истории и демографии) // Татары. — Наб. Челны: КАМАЗ, 1993. 2020 йыл 20 апрель архивланған. (рус.), ru:Поволжский тюрки мәкаләсе аркылы
- ↑ Татар теленең барлыкка килү тарихы (рус.)