Калиев Юрий Алексеевич

Философия фәндәре докторы, профессор

Калиев Юрий Алексеевич (16 ғинуар 1957 йыл — 23 апрель 2014 йыл) — ғалим-философ. Философия фәндәре докторы (2004), профессор (2006)[1].

Калиев Юрий Алексеевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
 Башҡортостан Республикаhы
Тыуған көнө 16 ғинуар 1957({{padleft:1957|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})
Тыуған урыны Сабыҡ ауылы, Ҡайраҡ ауыл советы, Мишкә районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 23 апрель 2014({{padleft:2014|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (57 йәш)
Вафат булған урыны Бөрө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө фәлсәфәсе, университет уҡытыусыһы
Эш урыны Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы
Уҡыу йорто Марий дәүләт университеты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә фәлсәфә докторы[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Юрий Алексеевич Калиев 1957 йылдың 16 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Мишкә районы Сабыҡ ауылында тыуған. 1972 йылда Сабыҡ һигеҙ йыллыҡ мәктәбен, 1974 йылда — Мишкә урта мәктәбен тамамлай. 1975—1977 йылдарҙа Алыҫ Көнсығышта Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә. 1978—1983 йылдарҙа — Мари дәүләт университетының тарих-филология факультеты студенты. 1983 йылда университетты тамамлағандан һуң Н. К. Крупская исемендәге Мари дәүләт педагогия институтының КПСС тарихы кафедраһына ассистент итеп саҡырыла. 1986 йылда Н. К. Крупская исемендәге Мәскәү дәүләт педагогия институтының философия кафедраһына күсерелә. 1986 йылда В. И. Ленин исемендәге Мәскәү педагогия институты аспирантураһына уҡырға инә. 1989 йылдың октябрендә «Основной социологический закон и его значение в развитии общества» темаһына диссертация яҡлай һәм «философия фәндәре кандидаты» тигән ғилми дәрәжәгә эйә була[2].

1989 йылдың ноябрендә Н.Крупская исемендәге Мари дәүләт педагогия институтының философия кафедраһында өлкән уҡытыусы булып эшләй башлай, мәҙәниәт һәм эстетик тәрбиә кафедраһы доценты, 1995 йылдың декабренән философия кафедраһы доценты вазифаһына тәғәйенләнә.

1994 йылда «Мари халҡының мифологияһы» очеркы өсөн «Ончыко» журналы премияһы лауреаты тигән маҡтаулы исем бирелә. 1996 йылда Сорос премияһы лауреаты була. 2001 йылдың ноябре Мари Иле Республикаһының милли мәғариф системаһын үҫтереүгә тос өлөш индергәне өсөн Мари Иле Мәғариф министрлығының почет грамотаһы менән бүләкләнә. 2003 йылдың 26 майында Мари Иле Республикаһы Хөкүмәтенең Почет грамотаһы менән наградлана[2].

2003 йылда Бөрө дәүләт социаль-педагогия академияһының философия һәм социология кафедраһы мөдире вазифаһына күсерелә. 2004 йылдың 5 июнендә философия фәндәре докторы ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеп «Этнокультурный статус мифологического сознания: генезис, функционирование и эволюция традиционного мировосприятия мари» темаһына диссертация яҡлай.

2004 йылдың 16 июнендә конкурс буйынса Бөрө дәүләт социаль-педагогия академияһының философия һәм социология кафедраһы мөдире вазифаһына һайлана. 2005 йылдың мартында философия фәндәре докторы ғилми дәрәжәһенә эйә була, 2005 йылдың июнендә конкурс буйынса Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы социаль-гуманитар фәндәр кафедраһы профессоры вазифаһына һайлана. 2010 йылдың декабре милли мәғариф үҫешенә тос өлөш индергәне өсөн Марий Иле Республикаһынан «Йыуан ҡырлы» миҙалы менән билдәләнә[2].

2014 йылдың 23 апрелендә вафат була.

Фәнни эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙар өлкәһе: миф философияһы һәм мәжүсилек философияһы; һуңғы йылдарҙа философик белем һәм мәғлүмәт теорияһы үҙенсәлектәре проблемалары менән шөғөлләнә; 250-нән ашыу эш, шул иҫәптән 6 монография һәм уҡыу әсбабы авторы, Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән[1].

Хеҙмәттәре[3]

үҙгәртергә
  • Этнокультурный статус мифологического сознания: генезис, функционирование и эволюция традиционного мировосприятия (на примере марийской мифологии). Өфө, 2004;
  • Мифология. Язычество. Литература. Йошкар-Ола, 2005;
  • Астральная картина мира мари. Өфө, 2013.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • «Ончыко» журналы премияһы лауреаты (1994),
  • Сорос премияһы лауреаты (1996),
  • Мари Иле Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы (2001),
  • Мари Иле Республикаһы Хөкүмәтенең Почет грамотаһы (2003),
  • Марий Иле Республикаһынан «Йыуан ҡырлы» миҙалы (2010),
  • Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы,
  • «Билдәле ғалимдар» энциклопедияһында ҡатнашыусы СЕРТИФИКАТЫ.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә