Фәйзуллина Резеда Мансаф ҡыҙы

педиатр, аллерголог- иммунолог

Фәйзуллина Резеда Мансаф ҡыҙы (16 ғинуар 1956 йыл) — ғалим-педиатр, аллерголог-иммунолог. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2010). Рәсәй Федерацияһы һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2013). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2017)[1].

Фәйзуллина Резеда Мансаф ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 16 ғинуар 1956({{padleft:1956|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (68 йәш)
Тыуған урыны Әмир, Хәлекәй ауыл советы, Стәрлебаш районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө тикшеренеүсе, педиатр, врач-иммунолог, аллерголог
Эшмәкәрлек төрө педиатрия[d] һәм Аллергологияһы
Уҡыу йорто БДМУ
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Резеда Мансаф ҡыҙы Фәйзуллина 1956 йылдың 16 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Стәрлебаш районы Әмир ауылында тыуған.

 
Стәрлебаш районында дала сейәһе һәм дала миндале

1983 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлай. 1989—1992 йылдарҙа «Педиатрия» һөнәре буйынса госпиталь педиатрияһы кафедраһында аспирантурала уҡый. 1992 йылда Педиатрия" һәм «Аллергология һәм иммунология» һөнәрҙәре буйынса медицина фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеп диссертация яҡлай. 1999 йылда — «Педиатрия» һәм «Аллергология һәм иммунология» һөнәре буйынса докторлыҡ диссертация яҡлай. 2001 йылда профессор дәрәжәһен ала.

1983—1987 йылдарҙа Өфө ҡалаһының 6-сы һәм 18-се дауаханаларында эшләй. 1992 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университетында эшләй, бер үк ваҡытта 1996 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш балалар аллергологы.

1992—1994 йылдарҙа — ассистент, госпиталь педиатрия кафедраһында доцент һәм профессор, 1994—2011 йылдарҙа — балалар ауырыуҙар пропедевтикаһында, 2011—2016 — Өфө медицина университетында методик бүлеге начальнигы, бер үк ваҡытта бөгөнгө көнгә тиклем — педиатрия курстары менән факультет педиатрия, неонатология кафедраһы һәм ИДПО симуляция үҙәге профессоры.

Аллергологтар һәм клиник иммунологтар Европа ассоциацияһының һәм респиратор йәмғиәтенең Европа Конгресында, респиратор патология буйынса Консенсустарҙа, педиатрия, респиратор патология, аллергология һәм иммунология буйынса Рәсәй Төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференцияларҙа докладтар менән сығыш яһай. Бер нисә күп үҙәкле Халыҡ-ара һәм Рәсәй клиник тикшеренеүҙәр етәксеһе, фәнни-тикшеренеү эштәре буйынса Дәүләт заказы етәксеһе, һулыш алыу органдары ауырыуҙары буйынса Рәсәй Милли Конгресы педиатрия секцияһы ойоштороу комитеты ағзаһы (2009 −2018 йй.), идаралыҡ һәм Бөтә Рәсәй респиратор йәмғиәте ағзаһы, Башҡортостан Республикаһында бүлексә рәйесе.

Фәнни эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Резеда Фәйзуллинаның фәнни эшмәкәрлеге балаларҙа һәм үҫмерҙәрҙә аллергия ауырыуҙарын өйрәнеүгә бәйле. Файзуллина ҡатнашлығында бронхиаль астма ваҡытында психоэмоциональ боҙолоуҙарҙы дауалау, киҫкен пневмонияны иртә диагностикалау һәм дауалау ысулдары эшләнә[2].

Фәйзуллина Резеда Мансаф ҡыҙы етәкселегендә медицина фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһенә һигеҙ диссертация яҡлана.

 
Аллергияға тест

Респиратор йәмғиәтенең Европа Конгресында һәм аллергологтар һәм клиник иммунологтарҙың Европа ассоциацияһында, респиратор патология буйынса Консесустарҙа, педиатрия, респиратор патология, аллергология һәм иммунология буйынса Рәсәй һәм Төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференцияларҙа докладтар менән сығыш яһай. Бер нисә күп үҙәкле Халыҡ-ара һәм Рәсәй клиник тикшеренеүҙәр етәксеһе, фәнни-тикшеренеүҙәр эштәре буйынса Дәүләт заказы етәксеһе, һулыш алыу ауырыуҙары буйынса Рәсәй Милли Конгресы педиатрия секцияһының ойоштороу комитеты ағзаһы (2009 −2018 йй.), идаралыҡ һәм Бөтә Рәсәй респиратор йәмғиәтенең ағзаһы.

320-нән ашыу ғилми хеҙмәттәр, 3 монография һәм 2 уйлап табыу авторы. Башҡортостан Республикаһының Аллерголог-иммунологтар ассоциацияһы рәйесе (1998 йыл).

Хеҙмәттәре

үҙгәртергә
  • УМО РФ грифы менән 4 уҡыу дәреслеге: «Клинические особенности патологии органов дыхания у детей»// Учебное пособие для студентов, Уфа, 2011.-84с.,
  • «Синдром токсикоза с эксикозом у детей»//Учебное пособие для студентов, Уфа, 2012. −66с.,
  • «Аллергические заболевания у детей»//Учебное пособие для студентов по элективу «Аллергология и иммунология», Уфа, 2011.-126с., *"Аллергенспецифическая иммунотерапия"//Учебное пособие для ординаторов-2017.-70с.
  • «Пропедевтика детских болезней», изд-во «ГЭОТАР-Медиа», М. 2012 г.-680с. (соавт.),
  • «Пропедевтика детских болезней», второе издание, изд-во «ГЭОТАР-Медиа», М. 2017 г.-520с.(соавт.)
  • «Детские болезни», изд-во «ГЭОТАР-Медиа», М 2015 г.-832с.(соавт.)
  • Учебное пособия «Педиатрия. История болезни», «ГЭОТАР-Медиа», 2016 г.-96с., *"Аккредитация по педиатрии. Типовые ситуационные задачи", «ГЭОТАР-Медиа», 2017 г.-384с.,
  • педиатрия буйынса клиник тәҡдимдәр, ҡулланмалар һәм фәнни-ғәмәли программалар авторҙашы: Пособия для врачей под. Ред В. А. Тутельяна «Специализированные продукты питания для детей с аллергией к белкам коровьего молока» М.-2015г-68с., «ПРИМА: Педиатрические рекомендации по иммуномодулирующим препаратам а амбулаторной практике», М.,2015 г.-56с, Клинических рекомендаций «Внебольничная пневмония у детей», М., 2015 г.-64с., Научно-практической программы «Внебольничная пневмония у детей. Распространенность, диагностика, лечение и профилактика»-М.,- 2012.-64с., Научно-практической программы «РАДАР. Аллергический ринит: рекомендации и алгоритм при детском аллергическом рините».-М., 2015.-80с., Клинических рекомендаций «Круп у детей. Острый обструктивный ларингит. МКБ −10J05.0», М.-2016.-24с., Научно-практической программы «ДИКОВИНА», М.-2018 г.-128с, Национальной программы «Бронхиальная астма у детей. Стратегия лечения и профилактика». — Научно-практическая программа. М., 2012.-2017 гг. −84с.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Аллергические болезни у детей, проживающих в регионе с развитой химической и биотехнологической промышленностью : автореферат дис. … кандидата медицинских наук : 14.00.09. — Москва, 1992. — 28 c. : ил. Педиатрия ; Аллергология и иммунология

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә