Китап баҫыу
Был мәҡәлә Башҡорт Википедияһының яҡшы мәҡәләләр исемлегенә инә. |
- Был мәҡәлә китап баҫыу тарихы тураһында. Хәҙерге торошо тураһында Нәшриәт һәм Полиграфия мәҡәләләрен ҡарағыҙ.
Китап баҫыу — баҫма продукция етештереү процесы. Термин ғәҙәттә тарихи мәғәнәлә ҡулланыла.
Китап баҫыу тарихы
үҙгәртергәКитап баҫыуҙы уйлап сығарыу
үҙгәртергәКитап баҫыу ике мәртәбә уйлап сығарыла: Ҡытайҙа һәм урта быуаттағы Европала. Ҡайһы бер мәғлүмәтәр буйынса Ҡытайҙа китап баҫыуҙы Б.Э.Т 581 йылда (Julien, «Documents sur l’art d’imprimerie»), ә Ҡытай мәғлүмәттәре буйынса 936 һәм 993 йылдар араһында уйлап тапҡандар (ҡарағыҙ Дүрт бөйөк асыш 868 йылда баҫылған Алмаз сутраһы тигән будда тексы, теүәл датаһы ҡуйылған беренсе баҫма булып һаҡлана.
Даналап баҫыу
үҙгәртергәТекст, рәсем һәм һүрәттәрҙе даналап баҫыу техникаһы бөтә Көнсығыш Азияла киң ҡулланыла. Туҡымаға һәм һуңыраҡ ҡағыҙға баҫыу ысулы Боронғо Ҡытайҙа барлыҡҡа килгән. Бөгөнгө көнгә тиклем һаҡланған туҡымаға баҫыу өлгөләре Ҡытайҙа эшләнгән һәм б.э.т 220 йыл тип даталанған. Көнбайышта баҫылған баҫма өлгөләре Боронғо Мысырҙа Рим идараһы ваҡытына ҡарай.
Көнсығыш Азияла
үҙгәртергәБеҙҙең көндәргә тиклем һаҡланған иң тәүге баҫма гравюра Ҡытайҙа Хан династияһы дәүеренә ҡарай, улар рәсемдең күсермәһен ебәккә өс төҫ менән баҫҡан. Ҡағыҙға баҫыуҙың иң тәүге өлгөһө лә Ҡытайҙыҡы, ул VII быуатҡа ҡарай.
IX быуатта ҡағыҙға баҫыуҙы профессиональ кимәлдә үҙләштергәндәр, Британия китапханаһында һаҡланған Алмаз сутраһы —- беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланған тулы баҫма китап[1]. X быуатта сутра һәм картиналарҙың 400 мең күсермәһе баҫыла, конфуциан классикаһы нәшер ителә. Тәжрибәле китап баҫыусы көнөнә икешәр табаҡлы 2000 бит баҫа алған[2].
Китап баҫыу Ҡытайҙан Корея һәм Японияға тарала, улар ҡытай логограмаларын ҡуллана; Турфун һәм Вьетнамда башҡа шрифтар менән китап баҫыу ысулын ҡулланалар. Ҡағыҙ уйлап табыуҙан айырмалы булараҡ, китап баҫыу техникаһы[3] ислам донъяһында таралмай.
Яҡын Көнсығышта
үҙгәртергәТуҡымаға берәмләп баҫыу Рим дәүерендәге Мысырҙа IV быуатта барлыҡҡа килә. Ғәрәпсә «тарш» тип аталған ксилография ысулы ғәрәп Мысырында, IX—X быуаттарҙа, башлыса, доға һәм бетеү өсөн ҡулланылған.
Мисәт һырҙары (гравюралар) ҡурғаш, аҡ ҡурғаш, йәки балсыҡтан эшләнгән тигән фекерҙәр ҙә бар. Ҡулланылған ысулдарҙың мосолман донъяһынан ситтә йоғонтоһо ҙур булмай.
Европа ағас гравюралар менән баҫыуҙы мосолман донъяһынан ҡабул итә, металл ксилография техникаһы билдәһеҙ ҡала. Ислам Урта Азияһында Ҡытайҙан күсмә типтағы баҫыу ысулын өйрәнгәс, ксилография ҡулланыштан сыға.[4]
Европала
үҙгәртергәХристиан Европаһында туҡымаға күсермә яһау ысулы 1300 йылдарҙа билдәле була. Туҡымаға, дини маҡсатта, ҙур һәм ҡатмарлы рәсемдәр күсермәһе баҫыу мөмкин була, ҡағыҙ сағыштырмаса арзанайғас, 1400 йылдар тирәһендә, ҡағыҙға баҫылған дини темаға ҙур булмаған гравюралар һәм уйын кәрттәре киң тарала. 1425 йылдан күпләп ҡағыҙ баҫма продукция етештереү башлана[5].
Технология
үҙгәртергәКитап баҫыу түбәндәгесә башҡарыла: ҡабарынҡы хәрефтәр эшләнгән ағас таҡтаға буяу буяйҙар, өҫтөнә ҡағыҙ һалалар һәм йомшаҡ щётка менән ышҡыйҙар. Урта быуаттарҙа Нидерланд китап баҫыусылары ағас таҡтала ҡулланған был ысул Ҡытайҙа XX быуат башына тиклем һаҡлана, иезуит-миссионерҙарҙың XVII быуатта баҡыр пластинкаға хәреф яҙыу тормошта урын тапмай.
Фива һәм Вавилон ҡәберлектәрендә ҡабарынҡы хәрефтәр яҙылған кирбестәр тапҡандар; ассирий кешеләре йылъяҙмалар өсөн һырлап яҙылған хәрефле балсыҡ цилиндр ҡулланған; Афиналарҙа географик карталарҙы йоҡа баҡыр пластинкаларҙан киҫеп эшләгәндәр; Рим көршәкселәре үҙҙәре эшләгән һауыт-һабаға заказ биреүсе һәм һауыт-һабаның тәғәйенләнеше тураһында яҙылған эҙ ҡалдырыр булған. Бай римлеләр балаларын уҡырға өйрәтеү өсөн фил һөйәгенән йәки металдан эшләнгән хәрефтәр биргән, улар менән балалар һүҙҙәр төҙөргә өйрәнгән; Цицерон һүҙ төҙөүҙең тәртибе тураһында асыҡ һөйләй.
Урта быуаттарҙа, тәре походтарынан һуң, уҡый-яҙа белергә теләүселәр һаны күбәйә, манускрипттарҙы күсереп яҙыусы монахтар эшмәкәрлеге халыҡ ихтыяжын ҡәнәғәтләндермәй. XIII быуат башында таҡтаға уйып ҡыҫҡа текст һәм рәсем эшләй башлайҙар. Һуңыраҡ текст төп урынды ала, һөйләүсенең телмәренән яҙылған, рәсемһеҙ, китаптар баҫалар. Мисәт эшләү өсөн билдәләр уйып яҙыла торған металл таҡталар әҙерләйҙәр. Бер нисә ысулы бар:
- хәрефтәр һыҙатын ҡалдырып, башҡа урындар уйып ташланған;
- таҡтала хәрефтәр һыҙаты уйылған — был осраҡта хәрефтәр аҡ, ҡалған өлөшө ҡара булып баҫылған.
Ксилография
үҙгәртергәАғас таҡталағы хәрефтәр бысаҡ менән уйылып алына, был ысул ксилография тип атала. Беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланған сәнғәт әҫәре 1423 йылда баҫылған «Фәҡирҙәр Библияһы»н ҡарағыҙ («Библия бедных»). Баҫыу станогы ҡулланғандармы, щёткамы — билдәһеҙ; һәр хәлдә лә анопистографик ысул (ҡағыҙҙың бер яғына ғына баҫыу) ҡулланғандар.
Йыймалы шрифт
үҙгәртергәКитап баҫыу тарихы, хәҙерге мәғәнәлә, металдан эшләнгән, күсермәле, ҡабарынҡы, хәрфтәрҙең көҙгөләге күсермәһен ҡуллана башлаған ваҡыттан башлана. Уларҙан юл йыйғандар һәм пресс ярҙамында ҡағыҙға баҫҡандар.
1041 һәм 1049 йылдар араһында Ҡытай кешеһе Би Шэн яндырылған балсыҡтан хәрефтәр эшләүҙе уйлап таба, тик был ысул киң таралмай, сөнки ҡытай яҙмаһында меңләгән иероглиф ҡулланыла һәм йыймалы шрифт әҙерләү күп көс, ваҡыт талап итә.
Кореяла Корё династияһы заманында 1377 йылда металдан эшләнгән күсермәле шрифт ярҙамында «Будда рухына ирешеү тураһында бөйөк монахтарҙың тәғлимәте антологияһы» тигән китап баҫыла.
Европала йыйылмалы шрифт XV быуатта барлыҡҡа килә, бөтә тикшереүселәр ҙә немец Йоһанн Гутенберг башлап ебәргән тип иҫәпләй. 1458 йылда Страсбургта типографияһы булған Иоганн Ментелин һәм Бамбергта беренсе китап баҫыусы тип һаналған Пфистер ҙа Гутенбергтың уҡыусылары тип танылырға тейеш. Барлыҡ Европа халыҡтары беренсе китап баҫыусы булыуға дәғүә итә. Лоренс Янсзоон Костертың китап баҫыуҙы уйлап тапҡан танытмаһы бар тип голландтар дәғүә итә. Итальяндар, Памфилио Кастальди күсермәле хәрефтәр уйлап тапҡан, тип белдерә, ул асышын Фустаға бирә. Фуста иптәштәре менән Мфйнцта типография аса, тип һөйләйҙәр. Тик быны раҫлар өсөн беҙҙең көндәргә тиклем бер генә баҫылған бит тә һаҡланмаған.
Беренсе китаптар
үҙгәртергәБеренсе баҫылған китаптар бик һирәк данала һаҡланған; уларҙың шрифты һәм тышҡы күренеше ҡулдан күсереп яҙылған китаптарға оҡшаш. Ҡулдан күсереп яҙылған китаптар ҡиммәтерәк баһаланған, халыҡ баҫылған китапта иблис ҡатнашлығы бар тип элеккесә күсереп яҙылған китап талап иткән; беренсе баҫылған китаптарҙа баҫылған йылы ла, урыны ла, типографияһы ла күрһәтелмәгән.
Әҙәбиәт
үҙгәртергәРеволюцияға тиклемге әҙәбиәт:
- Печатное дело // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Wetter J. Kritische Geschichte der Erfindung der Buchdruckerkunst. — Meinz, 1836.
- Schaab . Geschichte der Erfindung der Buchdruckerkunst. — 2. Ausg. — Meinz, 1855.
- Bernard Ang. De l’origine et des débuts de l’imprimerie en Europe. — P., 1853.
- Sotheby . Principia typographica. — L., 1858.
- Dupont P. Histoire de l’imprimerie. — P., 1869.
- Bigmore и Wyman . Bibliography of printing. — L., 1880—84.
- Didot A. F. Histoire de la typographie. / Extrait de l’Encyclopédie moderne. — P., 1882.
- De Vinne . The invention of printing. — 2nd ed. — N. Y., 1878.
- Голике Р. Р. Сборник снимков с славяно-русских старопечатных книг. — СПб., 1895.
- Шибанов П. Каталог русских и славянских книг, напечатанных вне Москвы и Петербурга с основания типографий до новейшего времени. — М., 1883.
- Старопечатные славянские издания // Вестник славянства. — Вып. X. — 1895.
- Остроглазов . Книжные редкости // Русский архив. — 1891. — № 8, 9.
- Голубев . О начале книгопечатания в Киеве // Киевская старина. — 1886. — № 6.
- Ляхницкий . Начало книгопечатания в России. — СПб., 1883.
- Лихачев Н. Документы о печатании книг и грамот в 1694 г. — СПб., 1894.
- Лихачев Н. Книгопечатание в Казани за первое пятидесятилетие существования в этом городе типографий. — СПб., 1895.
- Карамышев И. Краткие исторические сведения о СПб. типографиях.
- Божерянов И. Исторический очерк русского книгопечатного дела. — СПб., 1895.
- Владимиров П. В. Начало славянского и русского книгопечатания в XV—XVI вв. — К., 1894.
- Собко, «Ян Галлер» // Журнал Мин. нар. просв., 1883, № 11;
- Петрушевич А. С. Иван Фёдоров, русский первопечатник. — Ҡалып:Льв., 1883.
- Пташицкий О. Л. Иван Фёдоров, русский первопечатник. // Русская старина. — 1884. — № 3.
- Дринов М. Првата Блгарска типография в Солун и некои от напечатанише в нея книги. — 1890.
- Обзор I Всерос. выставки печатного дела. — СПб., 1895; 34.
Урыҫ телендә әҙәбиәт
үҙгәртергәУҡыу һәм белешмә китаптары
үҙгәртергә- Баренбаум И. Е., Шомракова И. А. Всеобщая история книги. — СПб., 2005.
- Владимиров Л. И. Всеобщая история книги: Древний мир, Средневековье, Возрождение. — М., 1988.
- История книги / Под ред. А. А. Говорова, Т. Г. Куприяновой. — М., 2001 (первое издание: М., 1999).
- Ростовцев Е. А. История книжного дела. Учеб. пособие. — СПб., 2007—2011. — Ч. 1—3.
- Книга. Энциклопедия. — М., 1999. (Книговедение. Энциклопедический словарь. — М., 1982. — первое издание)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Oneline Gallery: Sacred Texts . British Library. Архивировано 25 июнь 2012 года.
- ↑ Tsien Tsuen-Hsuin. Paper and Printing. — Cambridge University Press, 1985. — Vol. 5 part 1. — P. 158,201.
- ↑ Carter Thomas. The Invention of Printing in China. — 1925. — P. 102–111.
- ↑ Richard W. Bulliet (1987), «Medieval Arabic Tarsh: A Forgotten Chapter in the History of Printing». Journal of the American Oriental Society 107 (3), p. 427—438.
- ↑ History of Woodcut, Arthur M. Hind, p , Houghton Mifflin Co. 1935 (in USA), reprinted Dover Publications, 1963 ISBN 0-486-20952-0
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- История книги (рус.)
- История книгопечатания в Китае
- Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге (1890—1907).(рус.)